ABBA

ABBA — швед поп музыка төркөмө, 1970 йылдан 1980 йылдан башына тиклем Стокгольмда эшләгән һәм бик күп хиттар яҙған. ABBA 1970 йылдарҙа иң уңышлы коммерциялы төркөм була. «ABBA» исеме төркөм ағзаларының баш хәрефтәренән алына.

  • A gnetha Fältskog (Агнета Фельтског)
  • B jörn Ulvaeus (Бьорн Ульвеус)
  • B enny Andersson (Бенни Андерссон)
  • A nni-Frid Lyngstad (Анни-Фрид Лингстад).

ABBA 1974 йылда Евровидение конкурсында еңеү яулағас, бик популяр булып китә. «Dancing Queen», «SOS», «Mamma Mia», «Waterloo» кеүек бик күп йырҙары хитҡа әйләнә. Күпселек йырҙарҙы Ульвеус һәм Андерссон яҙа.

1982 йылда төркөм тарҡала, ә уның музыкаһы әлегә тиклем популяр булып ҡала. Йырҙары киноларҙа (шул иҫәптән Австралия фильмдарында) башҡарыла.

Альбомдары

ABBA 1973 йылдан 1981 йылға тиклем һигеҙ альбом яҙҙыра һәм бер нисә йыйынтыҡ сығара.

  • Ring Ring (1973)
  • Waterloo (1974)
  • ABBA (1975)
  • Arrival (1977)
  • ABBA: The Album (1977)
  • Voulez-Vous (1979)
  • Super Trouper (1980)
  • The Visitors (1981)
  • Voyage (2021)

Билдәлә йырҙары

  • Mamma Mia
  • Dancing Queen
  • Money Money Money
  • Waterloo
  • Gimme Gimme Gimme
  • Fernando

Иҫкәрмәләр

  1. Perrone P. Obituary : Stig Anderson (билдәһеҙ) — United Kingdom: 1997. — ISSN 1741-9743

Һылтанмалар

Тема буйынса өҫтәмә