M-KOPA

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
M-KOPA
Тип бизнес
Нигеҙләнгән 2011
Нигеҙләүсе Ник Хьюз (ингл. Nick Hughes), Джесси Мур (ингл. Jesse Moore) и другие.
Уранлашыуы Найроби (Кения), Дар-эс-Салам (Энтеббе), (Уганда)
Төп фигуралар Джесси Мур (ингл. Jesse Moore)
Тармаҡ Күмәртә сауҙа
Продукция Ҡояш энергияһын файҙаланыу системаһы
Хеҙмәткәрҙәр һаны 300 (2014[1])
Сайт m-kopa.com

M-KOPA[2] (суахили телендә kopa — үтескә алыу) — Африкалағыбер нисә илдә эшләүсе компания, «pay-as-you-go» (PAYG) моделен[3]  уйлап тапҡан һәм тормошҡа ашыра, был яңылыҡ бик түбән килемле  йорт хужалыҡтарына ҡояш энергияһын файҙаланыу  системаһын һата[1][4][5][6].

Компания мохтажлыҡта йәшәгән кешеләргә энергия  тотоноу һәм кәрәсин лампаһынан ҡотолоу мөмкинлеген биреү маҡсатын ҡуя[5].

 2010 йыл буйы барған һынауҙар уңышлы тамамланғас, 2011 йылда Кенияла бер нисә кеше ҡатнашлығында  M-KOPA ойошторола, был кешеләрҙең ҡайһы берҙәре быға тиклем  M-Pesa мобиль түләүҙәр системаһын эшләүҙә ҡатнаша[1][4]. Улар араһында — Ник Хьюз (инглNick Hughes), Джесси Мур (инглJesse Moore) һәм башҡалар.

Компанияның идарасы директоры —  Джесси Мур (инглJesse Moore)[4][7].

M-KOPA LLC'тың штаб-фатиры Кенияла Найроби ҡалаһында урынлашҡан[4]. Компанияның бүлендек ойошмалары ла бар: Танзанияла (Дар-әс-Сәләм) —  M-KOPA Solar Tanzania Limited һәм  Угандала (Энтеббе) — M-KOPA Uganda.

2014 йылға  компанияла 300 хеҙмәткәр эшләй[1]. Бынан тыш M-KOPA  700 бойондороҡһоҙ эшҡыуар һәм магазин хужаһы менән хеҙмәттәшлек итә[1].

Компания  инвестициялар теҙмәһен үткәрә, атап әйткәндә Acumen[6], Gray Ghost Ventures һәм Royal Dutch Shell (Foundation[ Shell Foundation]) уның акционеры булып тора[1][4].

M-KOPA шулай уҡ  Билл һәм Мелинда Гейтстар фондынан  һәм Бөйөк Британияның халыҡ-ара үҫеш министрлығынан кире ҡайтарылмай торған гранттар ала[1].

Тәүшарттар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

2014 йылға  Кениялағы йорт хужалыҡтарының 80 %-ы самаһы[8] (уларҙа 44 миллионлап кеше йәшәй) электр селтәрҙәренә тоташмаған, һәм өйҙө яҡтыртыу өсөн кәрәсин ҡулланыла[4][9][10][10][11].

Селтәрле электрҙан баш тартыу сәбәбе — уның, шул иҫәптән уға тоташыуҙың, ҡиммәтлеге[4]. Селтәргә тоташыу өсөн кәм тигәндә  35 000 [ шиллинг ](яҡынса 412 АҠШ доллары) түләргә кәрәк[4][11].

Ә йән башына тура килгән йыллыҡ килем дәүмәле Кенияла 820 АҠШ доллары тәшкил итә[4].

Ғаилә килеменең 30 %-ынан ашыуы кәрәсин алыуға китә[9].

Түбән килемдәр һәм үҫешмәгән инфраструктура кениҙарҙы ҡулаҡсаһыҙ финанс  әйләнешендә ҡатнашыуҙан да мәхрүмә итә. Ҡайһы бер баһалар буйынса, ил граждандарының  33%-ы банк секторы менән солғанмаған,  һаҡлыҡҡа аҡса һалыу иҫәптәре, кредит  карталары, кредиттар һәм хатта ҡулаҡсаһыҙ хисаплашыу менән файҙаланыуҙан мәхрүм[4].

Иҡтисади проблемаларҙан тыш, фәҡир кениҙар сәләмәтлеген хәүеф аҫтына ҡуя. Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы мәғлүмәттәре буйынса, кәрәсин лампаларын ҡулланыусы көнөнә ике ҡап тәмәке төтөнөнә бәрәбәр зарарлы матдәләр һулай[4][9].

Система[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  M-KOPA'ның төп продукты — D.light Design тарафынан эшләнгән һәм етештерелгән ҡояш электрификацияһы системаһы —  ҡыйыҡҡа ҡуйыла торған  4 ватлы ҡояш панеленән, мобиль элемтә функционалы булған идара итеү блогынан (ул стенаға беркетелә), өс лампанан һәм кеҫә телефоны өсөн зарядлау ҡоролмаһынан тора[4][6][10][12].

Бындай  системаның хаҡы 16 900 шиллинг (199 АҠШ доллары самаһы) тора, Кенияла күптәрҙең уны һатып алырға көсө етмәй[4].

Төп комплекттан тыш, компания киңәйтелгән комплектты тәҡдим итә, уға тағы портатив фонарь менән радиоалғыс инә[10].

Йорт хужалыҡтарына тәҡдим ителгән система даими камиллаштырыла һәм  2015 йылда өсөнсө йыйылма барлыҡҡа килде[5].

Бизнес-сиселеш[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  M-KOPA компанияһы үҙенең продукты өсөн түләүҙе кисектереүҙең үҙенсәлекле юлын тапты, ул «pay-as-you-go» (PAYG — «файҙаланылған өсөн түлә») тип атала[4][13].

Договор буйынса тәүге түләү 2 500 шиллинг  (29 АҠШ доллары самаһы) тәшкил итә, артабан һатып алыусы системаның хаҡы ҡапланғансы  йыл буйына көн һайын 40 шиллинг  (40-50 АҠШ центы) түләй[4][10].

Артабан системаны файҙаланыу өсөн түләү юҡ[4][5].

Бизнес-модель параметрҙары түләүҙәр йорт хужалыҡтарының электр энергияһына ағымдағы ихтыяжын ҡапларлыҡ һәм көн һайын кәрәсин алыуға киткән аҡса күләменә торошло булырлыҡ  итеп төҙөлгән[4]. Хатта кәрәсин сығымдары ошо схема буйынса түләүҙәрҙән артығыраҡ та була[1][4]. Һөҙөмтәлә йорт хужалығы бер аҙ аҡсаһын янда ла ҡалдыра ала[1][4]. Өҫтәүенә, был схеманың хаҡына кешеләрҙең электрлы ергә барып, кеҫә телефонын зарядлап алыуына киткән сығымдар ҙа индерелмәгән[4]. Шуны ла ҡушып һанаһаң, экономия тағы ла күберәк булып сыға[4].

Һатылыусы системаның идара итеү блогы  ситтән тороп контролләү һәм электр энергияһы биреүҙе көйләү мөмкинлеген дә индерә, был  M-KOPA'ның түләүҙәрҙең индерелмәүе ихтималлығына бәйле хәүефен кәметә[4][5]. Шулай итеп, аҡсаң булмағанда системаны файҙаланмай торорға, аҡсаң булғас, ҡабат тотона башларға мөмкин (мәҫәлән, һәйбәт уңыш йыйып алғас)[9].

Түләүҙе кисектереүгә инновациялы ҡараштан тыш M-KOPA үҙ-ара хисаплашыуҙарҙа ла алдынғы ысулды ҡуллана. M-KOPA түләүҙәре [ Vodafone]'дың Африкалағы бүлендеге, мобиль элемтә операторы Safaricom тарафынан хеҙмәтләндерелә, уның Кенияла ғына ла 15,1 миллион клиенты бар[1][4][12]. Селтәрҙе ҡулланыусылар өсөн оператор M-Pesa системаһын эшләгән, ул банк операцияларын гаджет ярҙамында иҫәп асып тормайынса башҡарыу мөмкинлеген бирә[4]. Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, был мобиль түләүҙәр системаһы менән  кениҙарҙың 95 %-ы файҙалана һәм уның аша йыл һайын илдең тулайым эске продуктының өстән бер өлөшө самаһы үтә[1].

M-KOPA сифатлы маркетинг системаһы булған продукт тәҡдим итеп кенә ҡалмай, клиенттарҙы хеҙмәтләндереүгә лә заманса ҡараш индерә. Мәҫәлән, компанияла 24 сәғәт эшләй торған  колл-үҙәк асҡандар, ул 100 хеҙмәткәр тота[1].

Хәҙер M-KOPA ҡояш батареялары һатҡанда  PAYG принцибын ҡулланыусы берҙән-бер компания түгел, ләкин нәҡ ул бик юғары һөҙөмтәләргә өлгәшә алды[9]. Сағыштырыу өсөн: 2013  йылдың  ноябрендә  M-KOPA'ның  31 мең клиенты булғанда, Англияның Кембридж ҡалаһынан Azuri Technologies Ltd.  21 000-гә етергә планлаштыра ғына ине, ә Сан-Францисконан  AngazaDesign 12 айҙа 10 000 книент йыйырға йыйына ине[9].

Эшмәкәрлек күрһәткестәре

[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

2014 йыл башына компания 18 ай эсендә 65 000 самаһы ҡояш батареяһы һата (аҙнаһына уртаса 1000-де йәки айына 5000-де)[1].

2015 йылға  M-KOPA 150 000-дән ашыу берәмек система һатҡан[11][14].

2014 йылда M-KOPA  Bloomberg агентствоһы тарафынан «Яңы энергия пионеры» (инглNew Energy Pioneer) тип аталды[7][12].

2015 йылда M-KOPA  Zayed Future Energy Award премияһына лайыҡ булды  (1,5 миллион доллар)[14].

M-KOPA социаль эшҡыуарлыҡта технология рычагтарын уңышлы ҡулланыу миҫалы итеп килтерелә[15][16].

  1. 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 Katie Fehrenbacher.
  2. Также M-KOPA Solar.
  3. Шулай уҡ ҡарағыҙ #Бизнес-сиселеш.
  4. 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16 17 18 19 20 21 22 23 24 Sarah McGregor.
  5. 1 2 3 4 5 Anmar Frangoul.
  6. 1 2 3 M-KOPA (англ.
  7. 1 2 Jesse Moore 2016 йылдың 4 март көнөндә архивланған. (англ.). Фонд Сколла. Проверено 21 мая 2015.
  8. 3-5 млн, по разным оценкам
  9. 1 2 3 4 5 6 David Wogan.
  10. 1 2 3 4 5 Andy Volk.
  11. 1 2 3 Virtual weather vanes in Kenya 2015 йылдың 20 май көнөндә архивланған. (англ.
  12. 1 2 3 M-KOPA Solar scoops Bloomberg New Energy finance award (англ.). capitalfm.co.ke (8 April 2014). Проверено 21 мая 2015.
  13. Форма «pay-per-use».
  14. 1 2 M-KOPA Win Energy Prize (англ.
  15. Scaling Up: Catalyzing the Social Enterprise 2015 йылдың 21 май көнөндә архивланған. (англ.
  16. Silicon Savanna, Solar Panels and M-Kopa (англ.