Medic Mobile
Medic Mobil | |
---|---|
Нигеҙләүселәр | Джош Несбит |
Урыны | Сан-Франциско, Калифорния, АҠШ |
Эшмәкәрлек өлкәһе | телекоммуникация, социаль эшҡыуарлыҡ |
Слоган | Building Mobile Communications Tools to Bring Health Care to Underserved Communities |
Веб-сайт | medicmobile.org |
Medic Mobile («Мобиль медик») — Америкалағыкоммерцияға ҡарамаған ойошма, коммуникация ҡоролмалары аша үҫеш илдәрендә (нигеҙҙә төпкөл һәм фәҡир төбәктәрҙә) һаулыҡ һаҡлау хеҙмәттәрен тәҡдим итә. FrontlineSMS программа тәьминәтен һәм технологик модулдәрҙе файҙаланып, Medic Mobile медицина хеҙмәткәрҙәренә, ауырыуҙарҙы ҡараусыларға һәм пациенттарға кеҫә телефондары һәм веб-сайт аша сир тураһында етерлек мәғлүмәт тупларға, өйәнәк башланғанда тиҙ ярҙам күрһәтергә, кәрәкле вакциналарҙы билдәләргә, баланы һәм әсәне дауалауҙы ойошторорға булышлыҡ итә. Medic Mobile донъяның егерме илендә, нигеҙҙә Ҡара Африкала, шулай уҡ Азияла, Латин Америкаһында һәм АҠШ-та эшләй. Уның мобиль ҡушымталарын 6 миллионлап кешене хеҙмәтләндергән 8 мең табип һәм шәфҡәт туташы ҡуллана (компания, клиенттар һанын йыл һайын ике тапҡырға арттырып, 2018 йылға 200 мең табипты һәм 100 миллион пациентты хеҙмәтләндерергә йыйына)[1][2][3][4][5][6][7][8].
Medic Mobile’ның етәксеһе һәм ойоштороусыларының береһе — Джош Несбит. Элгәрерәк ул кеҫә телефондарын эшкәртеүгә йыйыу кампанияһын башлай, уға миллиондарса американ ҡушыла. Джош Несбит Ашока фонды, Echoing Green, Rainer Arnhold һәм PopTech Social Innovation менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итә, 2011 йылда Forbes журналы уны донъялағы төп 30 социаль эшҡыуар иҫәбенә индерә[9].
Африка дауаханаларына ҡуйылған Medic Mobile программа тәьминәте персоналға SMS аша халыҡҡа туберкулёзға һәм СПИД-ҡа тикшереү үтеү кәрәклеген иҫкәртергә, ауырыуҙарҙы тәрбиәләүгә ҡағылышлы һорауҙарға ситтән тороп яуап бирергә, препараттарҙың дозаһын билдәләргә, ВИЧ-лы пациенттарҙы ярҙам төркөмдәре менән тоташтырырға, табиптарға алыҫ төбәктәргә йөрөү өсөн китеүсән ваҡытты һәм яғыулыҡты экономияларға мөмкинлек бирә[10]. 2014 йылда Medic Mobile социаль эшҡыуарлыҡ өсөн Сколл фондының премияһына лайыҡ була.
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ Josh Nesbit (ингл.). Skoll Foundation. Дата обращения: 12 май 2015.
- ↑ 2014 Skoll Awardees (ингл.). Skoll Foundation. Дата обращения: 12 май 2015. 2015 йылдың 10 сентябрь көнөндә архивланған.
- ↑ FrontlineSMS:Medic (ингл.). Дата обращения: 12 май 2015. 2010 йылдың 25 февраль көнөндә архивланған.
- ↑ Fast, mobile-based messaging service boosts healthcare and cuts costs (ингл.). The Guardian. Дата обращения: 12 май 2015.
- ↑ Medic Mobile: Powerful Tools for Local Health Workers (ингл.). Cisco Systems. Дата обращения: 12 май 2015. 2015 йылдың 24 сентябрь көнөндә архивланған.
- ↑ How Text Messages Could Change Global Healthcare (ингл.). Popular Mechanics. Дата обращения: 12 май 2015.
- ↑ Medic Mobile and Miraclefeet Join Forces to Launch Educational Messaging Platform for Clubfoot Patients in India (ингл.). Business Wire. Дата обращения: 12 май 2015.
- ↑ $10 Cellphones Bring Health Care to Developing World (ингл.). Mashable. Дата обращения: 12 май 2015.
- ↑ Josh Nesbit (ингл.). Skoll Foundation. Дата обращения: 12 май 2015.
- ↑ Our Tools (ингл.). Medic Mobile. Дата обращения: 12 май 2015.