Ашока (фонд)

Ашока, Ашока: Йәмәғәт өсөн инновациялар (ингл. Ashoka, ингл. Ashoka: Innovators for the Public) — Америка Ҡушма Штаттарының Колумбия округының закондар йыйылмаһы буйынса эшләгән халыҡ-ара коммерциялы булмаған фонд[2][3] — эшмәкәрлеге социаль эшҡыуарлыҡ өлкәһендә эшләгән ойошмаларҙы һәм кешеләрҙе эҙләү, уларға ярҙам күрһәтеү булған глобаль ассоциация[4][5].

«Ашока» — система буйынса социаль эшҡыуарлыҡта инициативаларҙы, феноменды һәм «социаль эшҡыуарлыҡ» һүҙбәйләнешен популяризацияһы менән шөғөлләнгән тәүге ойошма[4][6].

Ойошма

undefined

1980 йыдың 3 июнендә Билл Дрейтон, McKinsey & Company компанияһының бизнес менән идара итеүҙә элекке консультанты, «Ашока» фондын барлыҡҡа килтерә[3][4][7].

Дрейтонды ойошманың исеменә Ашока исемле һинд дәүләтенең батшаһы һоҡландыра — беҙҙең дәүергә тиклем 273—232 йылдарҙа Маурьйә империяһының хакимы күп ҡан түгелгән һуғышта Көньяҡ Азияның күп өлөшөн, әлеге Афғанстандан башлап Бенгалияға тиклем, һәм артабан көньяҡҡа табан Бенгал ерҙәрен үҙенә буйһондора, шунан һуң ул үҙ принциптарын үҙгәртә. Мәҙәниәтте һәм белем биреүҙе үҫтереү менән тотош ғүмер кимәлен яҡшыртыу — үҙенең хаким булған ваҡытындағы төп маҡсаттары[8]. Әлеге тикшеренеүселәр уйҙары буйынса, Буддизмды донъя диненә үҙгәртеү өсөн был хаким бөтәһенәндә күберәк эш эшләгән[9].

«Ашока» фондының штаб-квартираһы Америка Ҡушма Штаттарында Виргиния штатында Арлингтон округында урынлашҡан[6]. 2014 йылға ҡарата бөтә донъя буйлап ойошманың 37 региональ офисы асылған[10].

Эшмәкәрлегенең күрһәткесе

Финанслау

1981 йылға ҡарата «Ашока» фондының бюджеты 50 000 АҠШ долларҙарына тиң булһа, 2008 йылдың ғинуарына ҡарата 30 млн АҠШ долларҙарына тиклем күбәйә[11].

2010—2011 йылдарҙағы мәғлүмәттәр буйынса, «Ашока» фондының үҙ активтары 85 млн АҠШ долларҙарына тиң, шул уҡ ваҡытта 5 млн долларҙы инвестиция кеүек ойошмаларға бирә[1].

Ағзалыҡ

2007 йылға ҡарата ойошмала 60 илдән 1 800 күберәк стипендиат-ағза эшләй[5]. 2011 йылда уларҙың һаны 2 меңде уҙа[4]. Ойошманың үҙ әйтеүе буйынса, 2014 йылда 70 илдән булған 3 меңгә тиклем ағзалар һаны күбәйә[7][12].

Ярҙам итеү

«Ашока» фонды күп социаль инициативаларға, уларҙың уйлап табыусыларына һәм етәкселәренә ярҙам итә, улар араһында Dialogue Social Enterprise, D.light, Endeavor Global, Medic Mobile, Root Capital, TMSS, UnLtd, VisionSpring, Waste Concern, Гәмәл Әлбинсәид, Альбина Руис, Ацумаса Тотисако, Сүп-сар банкы, Грегори Диз, Реза Дегати, Джеру Биллимория проектары һәм башҡалар.

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 Allen Grossman, Sarah Allpeby, Caitlin Reimers. Venture P hilanthropy: Its Evolution and Its Future (ингл.). Harvard Business School (13 июнь 2013). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 май 2015. 2015 йылдың 25 май көнөндә архивланған.
  2. non-profit, publicly supported foundation
  3. 1 2 Ashoka: Innovators for the Public (audited) (ингл.). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 21 апрель 2015.(недоступная ссылка)
  4. 1 2 3 4 Changing the World on a Shoestring
  5. 1 2 М. Баталина, А. Московская, Л. Тарадина. Обзор опыта и концепций социального предпринимательства с учетом возможностей его применения в современной России // Государственный университет — Высшая школа экономики Институт управления социальными процессами. — Москва, 2007.
  6. 1 2 Ashoka: Innovators for the Public (contacts) (ингл.). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 21 апрель 2015.
  7. 1 2 Ashoka: Innovators for the Public (about) (ингл.). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 21 апрель 2015.
  8. Ирина Урнова. Вклад в будущее Почему инвесторы идут в образование и культуру?. — Частный корреспондент, 2014-01-30.
  9. https://books.google.com/books?id=4o_URem5WMcC&pg=PA46
  10. Ashoka: Innovators for the Public (regional-offices) (ингл.). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 21 апрель 2015. 2015 йылдың 29 март көнөндә архивланған.
  11. Мария Черток , Инга Пагава. Билл Дрейтон: «Я съем этот стол, если в России нет социальных предпринимателей». Новый Бизнес (10 ғинуар 2008). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 апрель 2015.
  12. Ashoka: Innovators for the Public (annual report 2013) (ингл.). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 21 апрель 2015. 2014 йылдың 1 декабрь көнөндә архивланған.