Альбина Руис
Альбина Руис Риос (исп. Albina Ruiz Ríos) — Перу эшҡыуары, йәмәғәт эшмәкәре, эколог. Перула Лима ҡалаһында урынлашҡан тирә-яҡты һаҡлау буйынса коммерциялы булмаған ойошманың нигеҙләүсеһе һәм етәксеһе, шулай уҡ Бөтә донъя экономика форумында Шваб социаль эшҡыуарлыҡ фондының вәкиле була[1].
Биография[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Руис Сан-Мартин регионында ҙур ғаиләлә тыуа — уның 9 апаһы һәм ағаһы бар[2]. 18 йәштә Милли инженер институтта уҡыр өсөн Лима ҡалаһына йәшәргә күсә[3], унда Альбина уҡыу класында берҙән-бер ҡатын-ҡыҙ була. Шунда сәнәғәт инженерия өлкәһендә һөнәр ала.[1] Аҙаҡтан «Ricardo Palma University» университетында экология һәм экология менеджменты өлкәһендә магистр дәрәжәһен һәм Барселонала «Ramon Llull University» юғары уҡыу йортонда химия өлкәһендә доктор дәрәжәһен ала.
Студент булараҡ Альбина ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары мәсьәләләре өҫтөндә эшләй башлай — Перула ҡала хеҙмәткәрҙәре етештерелгән сүп-сарҙың яртыһын ғына эшкәртә алған, ҡалғаны ҡалаларҙы бысрата[4].
Руис эшен Лима ҡалаһының эргәһендә Cono Norte районында эшләй башлай. Был районда көндә 600 тонна ҡалдыҡтар барлыҡҡа килә. Уларҙың яртыһы ғына эшкәртелә, ә ҡалғаны антисанитар өйөмдәрҙә йыйыла, улар дөйөм ҡулланыу өсөн булған автомобиль юлдары буйында йә ташландыҡ ерҙәрҙә йыйылалар. Бындай практика Перу буйлап башҡа ҡалаларҙа ла бар, ҡалдыҡтарҙы йылғаларға түгәләр һәм эсергә яраҡлы булған һыу сығанаҡтарын бысраталар[1].
Альбинаның фекере буйынса урындағы халыҡты сүп-сарҙы эшкәртеүгә әйҙәргә кәрәк, кешеләр тирә-яҡты таҙартып үҙҙәренә аҡса ла эшләйҙәр[5]. Альбина Руис шундай модель бөтә Перу буйлап ҡала һәм ауыл общиналары өсөн өлгө булыр тип өмөтләнә. 2001 йылда Руис, ҡалдыҡтарҙы эшкәрткән предприятиеларҙы асыуҙа ҡыҙыҡһынған кешеләргә ҙур булмаған займдар биргән һәм тренингтар үткәргән, «Ciudad Saludable» ойошмаһын нигеҙләй[6][7], уның маҡсаты — ҡалдыҡтар йыйыуҙы табышлы бизнесҡа әйләндереү.[1] 2014 йылдың аҙағына ҡарағанда «Ciudad Saludable» Латин Америкаһы илдәрендә 300-ҙән артыҡ профессионалдарҙы уҡыта һәм ҙур эшһеҙлек булған региондарҙа 150 кешегә эш бирә[8].
Аҙаҡтан Альбина Руис Перу хөкүмәтенә милли план төҙөү һәм Перуҙа беренсе тапҡыр (шулай уҡ бөтә Латин Америкаһы илдәрендә) ҡалдыҡтарҙы эшкәртеү компаниялары эшмәкәрлеген көйләү тураһында закон ҡабул итеүгә өндәмә яһай.
Руис һәм «Ciudad Saludable» Перу Католик университеты ҡатнашлығы ярҙамында ҡалдыҡтар эшкәртеү өлкәһендә менеджментҡа дистанцион өйрәтеү программаларының 6 версияһын эшләп сығаралар. Шулай уҡ улар 1500-ҙән артыҡ булған сүп-сар йыйыу урыны ойошторалар, Боливия, Бразилия, Колумбия, Мексика, Перу, Венесуэла һәм Һиндостан илдәренең ярлы региондарында йәшәгән 6 миллиондан артыҡ кешегә эш урыны биреп, уларҡың ғүмер кимәлен һәм һаулығын яҡшырталар.
Шулай уҡ «Ciudad Saludable» компанияһы, ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын эшкәртеү менән шөғөлләнгән фирмаларға ярҙам иткеүсе «Peru Waste Innovation» һәм шул компаниялар төркөмдәренең тәжрибәһен икенсе илдәрҙә таратыусы Нью-Йорктағы «Healthy Cities International» ойошмаларына нигеҙ һала.
Руис ҡалдыҡтарҙы эшкәртеү һәм ваба (холера) ауырыуын туҡтатыу тураһында бер нисә китап һәм әсбап (пособие) яҙа[6].
Бүләктәре һәм лайыҡлы исемдәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Руис һәм Ciudad Saludable күп бүләктәрҙең эйәһе, улар араһында 1995 йылдан башлап Ашока фондында ағза исеме[6], 2006 йылда Сколл фонды ағзалары[8], 2007 йылда Energy Globe Award премияһына лайыҡ булһа, ә 2006 йылда ғүмер кимәлдәрен яҡшыртҡан өсөн Дубай халыҡ-ара премияһын ала[8]; шул уҡ йылда Global Development Network Award наградаһын ала[8]. 2006 йылда Latin Trade журналы Альбинаны Латин Америкаһында йыл экологы тип һанай һәм уға Bravo премияын бирә[1][8].
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 Albina Ruiz . Schwab Foundation for Social Entrepreneurship. Дата обращения: 17 ғинуар 2014. 2014 йылдың 14 февраль көнөндә архивланған.
- ↑ ALBINA RUIZ RÍOS: A SOCIAL MULTILATINA (ингл.). Latin Trade. Дата обращения: 12 май 2015. 2015 йылдың 18 май көнөндә архивланған.
- ↑ From Jungle Girl to Refuse Queen (ингл.). CSRwire (25 сентябрь 2013). Дата обращения: 12 май 2015.
- ↑ Albina Ruiz (ингл.). Public Broadcasting Service. Дата обращения: 12 май 2015. 2015 йылдың 9 май көнөндә архивланған.
- ↑ Alejandra Martins. La ingeniera peruana que aplauden en Londres (исп.). BBC (24 ноябрь 2011). Дата обращения: 12 май 2015.
- ↑ 6,0 6,1 6,2 Albina Ruiz (ингл.). Ашока. Дата обращения: 12 май 2015.
- ↑ Social Entrepreneur Peru: Albina Ruiz (ингл.). Deutsche Welle. Goodness.tv. Дата обращения: 12 май 2015. 2015 йылдың 18 май көнөндә архивланған.
- ↑ 8,0 8,1 8,2 8,3 8,4 CIUDAD SALUDABLE (ингл.). Сколл фонды. Дата обращения: 12 май 2015.