«Хәрби дан ҡалаһы» (Хабаровск)
«Хәрби дан ҡалаһы» (Хабаровск) | |
Административ-территориаль берәмек | Хабаровск |
---|---|
Дәүләт | |
Барлыҡҡа килгән, эшләнгән | гранит[d] и бронза |
Автор | Щербаков Салауат Александрович, Воскресенский, Игорь Николаевич[d] и Перфильев, Василий Валерьевич[d] |
Архитектура стиле | Архитектура неоклассицизма[d] |
Медиафайлы на РУВИКИ.Медиа |
«Хәрби дан ҡалаһы» стелаһы — Хабаровскиға Рәсәй Федерацияһының «Хәрби дан ҡалаһы» маҡтаулы исеме бирелеүенә арналған һәйкәл.
Рәсәй Федерацияһы Президентының 2012 йылдың 3 ноябрендәге 1468-се Указына ярашлы, Хабаровскиға Рәсәй Федерацияһының «Хәрби дан ҡалаһы»[1] маҡтаулы исеме бирелә.
УКАЗ О присвоении г. Хабаровску почётного звания За мужество, стойкость и массовый героизм, проявленные Президент Российской Федерации Москва, Кремль |
Указға ярашлы 2006 йылдың 1 декабрендә Хабаровскиҙа ҡала гербы һәм Рәсәй Федерацияһы Президенты указдары тексы ҡуйылған стела төҙөлә.
Һәйкәл асыу тантанаһы 2015 йылдың 29 авгусында, Икенсе донъя һуғышы тамамланыуҙың 70 йыллығына үткәрелә.
Стела Тургенев урамында Хабаровскиҙың төп Муравьев-Амурский урамы менән йәнәш, Амур йылғаһынан бер нисә йөҙ метр алыҫлыҡта урынлаша
Төҙөү урынын һайлау[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
1886 йылда был урында Успенский соборы тора. 1930 йылда ул һүтелә. Уның урынында 1956 йылда Алыҫ Көнсығыш Граждандар һуғышы геройҙарына һәйкәл ҡуйыла. 1992 йылда һәйкәл торған урамға элекке исеме — Көнсығыш Себер генерал-губернаторы граф Н. Н. Муравьев- Амурскийҙың исемекире ҡайтарыла. 2001 йылда шул уҡ урында Успенский соборы тергеҙелә, уға тиклем бында булған Совет Армияһының округ офицерҙар йорто паркы бөтөрөлә. Парк территорияһының бер өлөшөн автоторош биләй, парктың икенсе өлөшө ташландыҡҡа әйләнә. Элекке паркы территорияһындағы ошо урында төҙөлөш эштәре 2014 йылда башлана.
Һәйкәл асыу тантанаһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
2015 йылдың 29 авгусында иртән сәғәт 11:00 стела асыу тантанаһы үтә. Тантанала ҡатнаша: Хабаровск ҡала мэры Александр Николаевич Соколов, Хабаровск крайы губернаторы Шпорт Вячеслав Иванович, Көнсығыш хәрби округы ғәскәре командующийы генерал-полковник Суровикин Сергей Владимирович, Хабаровск һәм Приамурье митрополиты Игнатий, Икенсе донъя һуғышы ветерандары, шулай уҡ кадеттар һәм мәктәп уҡыусылары һәм башҡалар).
Һәйкәл тасуирламаһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Бейек булмаған квадрат постамент уртаһына 10 метр самаһы бейеклектәге стела ҡуйылған. Ул ослайып бөтә, башында ике башлы Рәсәй Федерацияһы гербы.
Стеланың алғы яғына Рәсәй Федерацияһы Президенты Указы тексы яҙылған бронза картуш, артҡы яғында — Хабаровскиҙың гербы төшөрөлгән картуш ҡуйылған. Стеланың дүрт ҡабырға яғында дүрт бронза барельеф беркетеп ҡуйылған.
Постаментың дүрт мөйөшөнә пилондар, уларҙың һәр бреһендә икешәр бронза барельеф беркетелгән.
Хабаровск ҡалаһы халҡының батырлыҡ һәм хеҙмәт ҡаһарманлығы тарихы барельефтарҙа кәүҙәләндерелгән. Шулай уҡ уларҙа Хабаровскиҙың билдәле һәйкәлдәре лә һүрәтләнгән.
Икенсе бөтә донъя һуғышы тамамланыу көнөндә, бер йылдан һуң (2016 йылдың сентябрендә) һәйкәлдең цоколь бинаһында патриотик тәрбиә үҙәге асыла.
Һәйкәл тирә-яҡ территорияһы менән капитан Дьяченко урамы араһында Дан скверы булдырыла.
Иҫтәлекле тәңкә[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
2015 йылда әйләнешкә ҡалаға маҡтаулы исмем биреү хөрмәтенә Рәсәй иҫтәлекле 10 һумлыҡ тәңкә инә.
Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Хәрби дан ҡалалары исемлеге
Иҫкәрмә[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ 3 ноября 2012 года № 1468 . — «О присвоении г. Хабаровску почётного звания Российской Федерации „Город воинской славы“». Архивировано 7 ноябрь 2012 года.
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- В Хабаровске выбрали место для стелы «Город воинской славы».
- Хабаровчане отпразднуют День Победы на новой площади. 2019 йылдың 4 апрель көнөндә архивланған.
- Телерепортаж о ходе строительства. Вести — Хабаровск.
- Мемориальная стела приедет в Хабаровск 15 марта 2015 года. 2016 йылдың 6 март көнөндә архивланған.
- Хабаровчане смогут отметить День Победы на Площади воинской славы.
- Стела «Город воинской славы» украсит Хабаровск ко Дню Победы. 2019 йылдың 4 апрель көнөндә архивланған.
- Проект стелы «Город воинской славы» в Хабаровске.
- В Хабаровске состоялось открытие стелы «Город воинской славы»(недоступная ссылка).
- В Хабаровске состоялось открытие стелы «Город воинской славы» 2019 йылдың 4 апрель көнөндә архивланған..
- В Хабаровске состоялось открытие стелы «Город воинской славы» 2016 йылдың 6 март көнөндә архивланған.
- В Хабаровске состоялось открытие стелы «Город воинской славы» 2016 йылдың 4 март көнөндә архивланған..
- В Хабаровске состоялось открытие стелы «Город воинской славы» 2015 йылдың 31 август көнөндә архивланған..
- В Хабаровске состоялось открытие стелы «Город воинской славы».
- В Хабаровске состоялось открытие стелы «Город воинской славы» 2019 йылдың 4 апрель көнөндә архивланған..
- В Хабаровске состоялось открытие стелы «Город воинской славы» 2019 йылдың 4 апрель көнөндә архивланған..