Абай (исем)
Абай |
---|
Абай — башҡорт ир-ат исеме. Төрки халыҡтарҙа ҡулланыла.
Этимология
Абай боронғо төрки теленән — 1. иғтибарлы, һаҡ, һиҙгер; 2. «оло ир туған» мәғәнәһендәге дөйөм төрки туғанлыҡ термины аба (аға) һүҙенә иркәләү ялғауы ай ҡушып яһалған исем[1].
Билдәле кешеләр
Абай Ҡонанбаев (ҡаҙ. Абай Құнанбайұлы , 1845—1904) — ҡаҙаҡ шағиры, философ, композитор, мәғрифәтсе, аҡыл эйәһе[2], йәмәғәт эшмәкәре, ҡаҙаҡ яҙма әҙәбиәтенә нигеҙ һалыусы һәм уның беренсе классигы, мәҙәниәтте мәғрифәтле либераль ислам нигеҙендә рус һәм Европа мәҙәниәтенә яҡынайтыу рухында реформалаусы. Ысын исеме — Ибраһим, өләсәһе Зере биргән Абай (ҡаҙ. Абай «иғтибарлы», «һаҡ») ҡушаматы ғүмерлеккә йәбешеп ҡала. Абайҙың туғаны — Шәкәрим Кудайбердиев шулай уҡ билдәле ҡаҙаҡ шағиры.
Фамилия
Ауылдар
Абай (Абай районы) (ҡаҙ. Абай; 1961 йылға тиклем — Чурубай-Нур йәки Чурбай-Нура ҡасабаһы (ҡаҙ. Шерубай-Нұра)) — Ҡаҙағстандың Ҡарағанды өлкәһендәге ҡала. 1949 йылда Ҡарағанды күмер бассейнының көнбайыш участкаларын эшкәртеү менән бәйле эшселәр ҡасабаһы булараҡ барлыҡҡа килгән. 2002 йылдан — Абай районы үҙәге. Ҡарағандынан көньяҡ-көнбайышҡа ҡарай 30 км алыҫлыҡта, Ҡарабас тимер юлы станцияһынан 8 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Ҡала аша Ҡарағанды — Еҙҡаҙған — Ҡыҙылурҙа автомобиль трассаһы үтә, ҡала тибындағы Шахтинск, Сарань ҡасабалар менән төҙөк юлдар менән бәйле. Ҡарабас ҡасабаһы Абай янында Жартасс һыу үткәргесе үтә. Абай Ҡонанбаев хөрмәтенә аталған.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
Абай Ҡонанбаев һәйкәле (Алматы) һәйкәле Алматыла Абай майҙанында 1960 йылда ҡуйыла. Авторы: скульптор Х. И. Наурызбаев, архитекторы И. И. Белоцерковский
Абай йылғаһы — Үҙәк Алтайҙа (Рәсәй, Алтай Республикаһы) йылға. Катунь йылғаһы бассейнында урынлашҡан.
«Абай юлы» — Мөхтәр Әүәзов романы.
Абай Ҡонанбаевтың әҙәби-мемориаль музейы — ҡаҙаҡ шағиры, ҡаҙаҡ яҙма әҙәбиәтенә нигеҙ һалыусы Абай Ҡонанбаевтың 95 йыллығына бағышлап 1940 йылдың 16 декабрендә Семипалатинск ҡалаһында асылған әҙәби-мемориаль музей.
Сығанаҡтар
- Башҡорт исемдәре / Таңһылыу Күсимова, Cветлана Бикҡолова. — Өфө: Китап, 2005. – 224 бит.
- Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- Сулейманова Р. А. Башкирско-русский словарь-справочник личных имен и фамилий. — Уфа, 2013. — 364 с. ISBN 978-5-91608-111-4.
- Тупеев С. Х. Башкирский именник. Справочник личных имен с написанием вариантов на русском и башкирском языках. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Султанова Р. И. Русско-башкирский словарь — справочник личных имен, отчеств, фамилий. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006.
- Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ
Иҫкәрмәләр
- ↑ Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006.
- ↑ Большая советская энциклопедия. — 2-е изд. — М.: Большая советская энциклопедия, 1949. — Т. 1.
![]() |
Күп мәғәнәле һүҙҙәрҙең исемлеге. Бында яңылыш башҡа биттән күсһәгеҙ, һылтанманы аныҡлағыҙ . Был биттә күп мәғәнәле һүҙҙәр исемлеге: |
![]() |
Аҙаш исемдәр исемлеге. |
![]() |
Бер үк исемдәге тораҡ пункттары исемлеге. |
Бер үк исемдәге музейҙар исемлеге. | |
![]() |
Бер үк исемле һыу объекттары тураһында мәҡәләләр исемлеге. |
![]() |
Бер үк исемдәге майҙандар исемлеге. |
![]() |
Башҡа мәғәнәләр. |
![]() |
Шулай уҡ: «Абай» һүҙенән башланған мәҡәләләрҙең тулы исемлеген ҡарағаҙ. |