Абастумани
Географияһы
Курорт
Абастуманиҙа саф тау һауаһы, ул уртаса ҡоро, көслө ел юҡ. Тау битләүҙәрендә — ылыҫлы урмандар (ҡарағай, аҡ һәм ҡара шыршы). Йәй уртаса йылы, августағы уртаса температура 16 °C[7]. Ҡыш ныҡ һыуыҡ түгел, ҡояшлы, ҡар бик күп яумай[5]; ғинуарҙа уртаса − 6 °C. Яуым-төшөм 600 мм самаһы. Йылына уртаса 167 ҡояшлы көн[7].
Ошондай уңай шарттар Абастуманиҙы йыл әйләнәһенә файҙаланырға мөмкинлек бирә. Туберкулёз, быуын , нерв системаһы, гинекология ауырыуҙарын һәм башҡа сирҙәрҙе дауалайҙар.
Тарихынан
Дауаханаға нигеҙ XIX быуатта һалынған һәм Аббас-Туман (Аббас-Төмән) тип аталған[7]. Уның барлыҡҡа килеүе Кавказ хәрби округы хәрби-медицина инспекторы доктор А. А. Реммерт исеме менән бәйле.
1892 йылда Аббас-Туман] ҡасабаһында Рәсәйҙә тәүге тау астрономия обсерваторияһы ойошторолған[8].
1899 28 июнендә 28 йәшлек батша улы Георгий Александрович һырт аша Абастуманиға мотоциклда китеп барғанда ҡолап һәләк була [9]).
XX быуат башына Богатырский, Змеиный һәм Противозолотушный тигән өс шифалы сығанаҡ була.
Совет осоронда шифахана (1925 йыл, архитектор И. А. Иванов-Шиц]), туберкулёз хастаханаһы, поликлиника, ванналар бинаһы төҙөлә. Дауалау йыл әйләнәһенә бара.
1932 йылда Абастуман астрофизик обсерваторияһы асыла.
Иҫтәлекле урындары
Иҫкәрмәләр
- ↑ Абхазия: документы свидетельствуют. 1937-1953. — Сухум: Алашара, 1992. — С. 488. Архивированная копия. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 7 октябрь 2010. Архивировано из оригинала 4 сентябрь 2011 года.
- ↑ Географические названия Республики Грузия 2011 йылдың 25 октябрь көнөндә архивланған.
- ↑ მოსახლეობის საყოველთაო აღწერა 2014. საქართველოს სტატისტიკის ეროვნული სამსახური (ноябрь 2014). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 7 ноябрь 2016. Архивировано 27 март 2019 года.
- ↑ http://georgianpost.ge/?site-lang=ka&site-path=help%2Fzipcodes%2F&group=3
- ↑ 1 2 Большая советская энциклопедия. Гл. ред. А. М. Прохоров, 3-е изд. Т. 1. А — Ангоб. 1969. 608 стр., илл.; 47 л. илл. и карт, 1 отд. л. табл.
- ↑ 1 2 Большая советская энциклопедия. Гл. ред. С. И. Вавилов, 2-е изд. Т. 1. Т. 1. А — Актуализм. 1949. 640 стр., илл.; 53 л. илл. и карт.
- ↑ 1 2 3 Абастумани // Большая российская энциклопедия / С. Л. Кравец. — М: Большая Российская энциклопедия, 2005. — Т. 1. — С. 10. — 768 с. — 65 000 экз. — ISBN 5-85270-329-X.
- ↑ Абас-Туман // Малый энциклопедический словарь Брокгауза и Ефрона: В 4 томах. — СПб., 1907—1909.
- ↑ Правительственный вестник. — 3 июля 1899. — № 142. — С. 1.
- ↑ С 1 ноября 1893 года по 1 апреля 1895 года Георгию в Абастумане читал курс всеобщей истории в связи с русской историей профессор Василий Ключевский. — Нечкина М. В. Василий Осипович Ключевский. История жизни и творчества. — М., 1974. — С. 325, 330.
Һылтанмалар
- Абастумани // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
- Архитектурная история Абастумани