Абдрафиҡов Әнүәр Рәүил улы

Абдрафиҡов Әнүәр Рәүил улы (рус. Абдрафиков Анвар Равилович; 1954 йылдың 12 авгусы, Стәрлетамаҡ, Башҡорт АССР-ы) — совет һәм Рәсәй ғалимы һәм педагогы. Комсомол, партия, ауыл хужалығы һәм муниципаль органдар хеҙмәткәре, йәмәғәтсе. 1989—2016 йылдарҙа Стәрлетамаҡ районы «Рощинский» совхозы директоры, 2019—2022 йылдарҙа Стәрлетамаҡ районы хакимиәте башлығы. Ауыл хужалығы фәндәре докторы (2006). Рәсәйҙең атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1999) һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1995).

Биографияһы

Әнүәр Рәүил улы Абдрафиҡов 1954 йылдың 12 авгусында Башҡорт АССР-ының Стәрлетамаҡ ҡалаһында тыуған.

Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1971 йылда Стәрлетамаҡ ҡалаһының һөт заводында контроль-иҫәп приборҙары һәм автоматика буйынса слесарь булып башлай[1].

1972 йылда Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтының әҙерлек бүлегенә уҡырға инә, артабан математика-физика факультетында белем ала. 1977 йылда институтты тамамлай. 1991 йылда Екатеринбург ҡалаһындағы Урал социаль-сәйәси институтын да тамамлай.

1975—1981 йылдарҙа комсомол органдарында эшләй: ВЛКСМ-дың Стәрлетамаҡ район комитетында ойоштороу бүлеге инструкторы, 1977 йылдан — бүлек мөдире, 1980 йылдан — уҡыусы йәштәр һәм пионерҙар бүлеге мөдире, район комитетының икенсе секретары вазифаларын башҡара.

1981 йылдан Стәрлетамаҡ районының «Рощинский» совхозында партия комитеты секретары булып эшләй[2]

1987 йылда Стәрлетамаҡ совхоз-техникумы директорының уҡыу эштәре буйынса урынбаҫары итеп тәғәйенләнә. 1989—2016 йылдарҙа «Рощинский» совхозы директоры була.

2006 йылда «Сусҡалар өсөн ҡатнаш аҙыҡтарҙа яңы быуын биологик актив матдәләрҙе ҡулланыуҙың һөҙөмтәлелеге» темаһына докторлыҡ диссертацияһын яҡлап, ауыл хужалығы фәндәре докторы ғилми дәрәжәһен ала[3][4].

2019 йылдан Стәрлетамаҡ районы хакимиәте башлығы (рус.)баш. булып эшләй. 2022 йылдан хаҡлы ялда.

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре

  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1995);
  • Рәсәйҙең атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1999)[6];
  • Салауат Юлаев ордены (2003);
  • «Башҡортостан Республикаһында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» ордены (2009);
  • «Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалы (1984);
  • «Өлгөлө хеҙмәт өсөн» миҙалы (2022);
  • Башҡортостан Республикаһы Башлығының Рәхмәте (2020)[7];
  • Стәрлетамаҡ районының почётлы гражданы (2009).

Иҫкәрмәләр

  1. Абдрафиков Анвар Равилович. Региональный интерактивный энциклопедический портал «Башкортостан». Энциклопедия «Башкирский комсомол» (1 октябрь 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 март 2026. (рус.)
  2. Почётные граждане. Абдрафиков Анвар Равилович. Муниципальный район Стерлитамакский район Республики Башкортостан. Официальный сайт. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 18 сентябрь 2025. (рус.)
  3. Автореферат диссертации кандидата сельскохозяйственных наук / А. Р. Абдрафиков. Национальный цифровой ресурс Руконт — межотраслевая электронная библиотека. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 март 2026. (рус.)
  4. Эффективность использования биологически активных веществ нового поколения в комбикормах для свиней. Тема диссертации и автореферата по ВАК РФ 06.02.02, доктор сельскохозяйственных наук Абдрафиков, Анвар Равилович. Электронный каталог диссертаций. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 март 2026. (рус.)
  5. Абдрафиков Анвар Равилович – биография (31 ғинуар 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 март 2026.
  6. Абдрафиков Анвар Равилович. Награды России (18 апрель 1999). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 март 2026.
  7. Список награждённых государственными наградами Республики Башкортостан. Глава Республики Башкортостан. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 март 2026.