Абдрахманов Әхтәм Мөфтәхетдин улы

Абдрахманов Әхтәм Мөфтәхетдин улы (рус. Абдрахманов Ахтям Муфтахутдинович) (22 май 1913 йыл — ?) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы 294-се кавалерия полкының атлы посыльныйҙар взводы командиры. Лейтенант. II дәрәжә Ватан һуғышы ордены, Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры[1][2].

Биографияһы

Әхтәм Мөфтәхетдин улы Абдрахманов 1913 йылдың 22 майында[3] Өфө губернаһының Өфө өйәҙе Митрәй (хәҙер — Башҡортостан Республикаһының Шишмә районы Ҡаранйылға) ауылында тыуа. Урындағы мәктәптә башланғыс белем ала.

Хәрби хеҙмәте

Абдрахманов Әхтәм Мөфтәхетдин улы 1935 йылдың 23 октябренән Көньяҡ фронттың 29-сы запас часында, Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһы сафында хеҙмәт итә.

Лейтенант Әхтәм Мөфтәхетдин улы 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы 294-се кавалерия полкының атлы посыльныйҙар (йомошсолар) взводы командиры булып хеҙмәт итә[4][5].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Хәтер

Абдрахманов Әхтәм Мөфтәхетдин улының исеме «Они вернулись с победой. Башҡортостан» баҫмаһының 12-се томына [7] һәм Шишмә районының Ҡаранйылға ауылында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар хөрмәтенә ҡуйылған һәйкәлдәге исемлеккә индерелгән.