Абдрәхимов Раил Рамаҙан улы
Абдрәхимов Раил Рамаҙан улы (рус. Абдрахимов Раиль Рамазанович; 1967 йылдың 20 ноябре, Тәүәкән ауылы, Башҡорт АССР-ы]) — дәүләт эшмәкәре, иҡтисадсы, менеджер. Башҡортостан Республикаһының 7-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты (2023 йылдан). Республика парламентының Аграр мәсьәләләр, экология һәм тәбиғәтте файҙаланыу буйынса комитет рәйесенең беренсе урынбаҫары[1][2].
Биографияһы
Раил Рамаҙан улы Абдрәхимов 1967 йылдың 20 ноябрендә Башҡорт АССР-ының Күгәрсен районы Тәүәкән ауылында тыуа. Урта мәктәпте тамамлағандан һуң Совет Армияһы сафына алына — Афғанстан Демократик Республикаһында интернационал бурысын үтәй (1986—1988). Хәрби хеҙмәттән һуң Башҡорт дәүләт ауыл хужалығы институтына уҡырға инеп, уны 1993 йылда тамамлай. Иҡтисадсы һөнәре алып сыға.
Хеҙмәт юлын «Ҡыҙыл байраҡ» колхозында баш иҡтисадсы булып башлай. 1998 йылда ошо уҡ агрохужалыҡтың рәйесе итеп тәғәйенләнә. 1999 йылда икенсе юғары белем ала — Башҡортостан Республикаһы Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһын менеджер һөнәре буйынса тамамлай[2].
2001 йылдан Рәсәй Һаҡлыҡ банкыһының Күгәрсен районындағы бүлексәһендә әйҙәүсе консультант, юрист консульт, идарасы була. 2007 йылдан — ошо уҡ банкының Башҡортостан бүлексәһендә идарасы урынбаҫары. Ошо осорҙа Күгәрсен районы, Күгәрсен районы муниципаль районы Советы депутаты итеп һайлана[1].
2016—2017 йылдарҙа — «Оргнефтехим-Холдинг» яуаплылығы сикләнгән ширҡәттең әйҙәүсе белегесе.
2017—2019 йылдарҙа «Йәшел сауҡалыҡ» яуаплылығы сикләнгән ширҡәттең директор урынбаҫары булып эшләй.
2019—2020 йылдарҙа «Газпром газораспределение Уфа» асыҡ акционерҙар йәмғиәте һәм «Газпром межрегионгаз Уфа» яуаплылығы сикләнгән ширҡәте хеҙмәткәрҙәренең профсоюз рәйесе.
Артабан «Газпром газораспределение Уфа» асыҡ акционерҙар йәмғиәтеннең «Газкомплект» филиалында директор урынбаҫары (2021—2023)[2].
2023 йылда үткән парламент һайлауҙарында Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты итеп һайлана. Аграр мәсьәләләр, экология һәм тәбиғәтте файҙаланыу буйынса комитет рәйесенең беренсе урынбаҫары.
Ғаиләһе
Ғаиләле, ул һәм ҡыҙ үҫтерә[1].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 4 Абдрахимов Раиль Рамазанович. Государственное Собрание — Курултай Республики Башкортостан (Официальный информационный портал). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 февраль 2026.
- ↑ 1 2 3 4 Абдрахимов Раиль Рамазанович (рус.), Единая Россия. 17 февраль 2026 тикшерелгән.
- ↑ Раиль Абдрахимов: «Главное внимание нужно направить на село» (рус.). 17 февраль 2026 тикшерелгән.