Абдулла Алиш

Абдулла́ Али́ш (татар. Абдулла Алиш, Abdulla Aliş), Абдулла Бариевич Алишев (татар. Абдуллаҗан Габделбари улы Алишев, Abdullacan Ğäbdelbarıy ulı Alişev; 1908 йылдың 15 сентябре, Каюки[d], Пичкасская волость[d], Спас өйәҙе[d], Ҡазан губернаһы, Рәсәй империяһы1944 йылдың 25 авгусы, Музей тюрьмы Плётцензее[d], Берлин, Өсөнсө рейх) — татар совет шағиры, яҙыусыһы, балалар өсөн хикәйәләр йыйынтығы, шиғырҙар, драматик әҫәрҙәр авторы.

Тормош юлы

1908 йылдың 15 сентябрендә Ҡазан губернаһы Спасск өйәҙе Каюки ауылында (хәҙер — Татарстан Республикаһы Спасск районы) крәҫтиән ғаиләһендә тыуған[1]. Атаһы Ғәбделбари абзый тирә-яҡта иң белемле крәҫтиәндәрҙең береһе булған, өйҙә гәзит-журналдар яҙҙырғандар, кистәрен балаларға Ғабдулла Туҡай шиғырҙарын яттан уҡыған, үҙе әкиәттәр уйлап сығарған. Әсәһе Ғазиза апа ла хикәйәтсе булараҡ билдәле булған, байыттар һәм шиғырҙар ижад иткән[1].

1927 йылда Ҡазан ер төҙөү техникумына уҡырға инә. Мелиоратор һәм төҙөүсе булып эшләй. 1933 йылда журналистика эшенә күсә, «Пионер каляме» («Пионер ҡәләме») журналының яуаплы сәркәтибе була. 1938–1941 йылдарҙа Ҡазан дәүләт педагогия институтында уҡый.

1939 йылдан — СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. 1939 йылда ТАССР Совет яҙыусылары союзының яуаплы сәркәтибе Муса Йәлил тарафынан бирелгән яҙыусыға характеристика һаҡланған. Ул былай тип яҙған: «Яҙыусы А. Алиштың әҫәрҙәре теленең еңеллеге, күңеллелеге менән айырыла һәм һәр ваҡыт мәғәнәле. Ул татар совет мәктәп уҡыусылары араһында хаҡлы рәүештә абруй менән файҙалана». 1941 йылда, һуғыш алдынан, татар радиокомитетының мөхәррире була.

Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, Абдулла Алиш фронтта була. 1941 йылдың октябрендә Брянск янында әсирлеккә эләгә һәм концлагергә ебәрелә, унда Муса Йәлил менән осраша; «Идель-Урал» легионына эләгә. Ер асты ойошмаһында ҡатнашҡан өсөн 1944 йылдың 25 авгусында Берлиндәге Плётцензее хәрби төрмәһендә гильотинала язалана.

1965 йылда Ҡазан пионерҙар һарайына уның исеме бирелә. 2024 йылда Ҡазандағы Абдулла Алиш исемендәге Балалар ижады һарайы бинаһы авария хәле арҡаһында реставрацияға ябыла[2].

undefined

Ижады

1931 йылда «Пионер отряды байрағы» тигән хикәйәләр йыйынтығын баҫтыра. «Яҡты күл буйында» повесы (1933), «Тулҡындар» (1934) һәм «Ант» (1935) хикәйәләр йыйынтыҡтары, «Ильгиз менән икәү» (1940) һәм «Минем ҡәрҙәшем» (1940) шиғыр йыйынтыҡтары татар балалар әҙәбиәтендә мөһим урын биләй. «Әсәй әкиәттәре» китабы (1940) рус телендә бер нисә тапҡыр баҫылып сыға[3].

«Бәләкәй әсир», «Һүҙсән өйрәк» (Ҡазан тыуған яҡтар театры) пьесаларын яҙа. Абдулла Әхмәт менән берлектә 1934–1935 йылдарҙа «Күршеләр» һәм «Йондоҙ» пьесаларын яҙа. Әсирлектә үҙ халҡына тоғролоҡто сағылдырған шиғырҙар яҙа («Ватан», «Үлем тураһында йыр», «Тыуған ауыл», «Үҙем тураһында йыр» һ.б.).

Хәтер

Ҡазанда, 1 Май майҙанында Ҡазан кремленең Спас башняһы янында, монументаль комплекс-мемориал ҡуйылған, унда уның Курмашев төркөмөндәге ун көрәштәшенең барельефтары һәм Муса Йәлилгә һәйкәл бар.

2002 йылда Берлиндағы Ҡаршылыҡ хәрәкәте музейына (Плётцензее төрмәһе музейының күрше бинаһы) ике татар яҙыусыһына — Муса Йәлилгә һәм Абдулла Алишҡа арналған стенд ҡуйылды.

2018 йылда Болгар ҡалаһында Болгар тарихи-археологик комплексы биләмәһендә Абдулла Алиш музейы асылды[4].

Абдулла Алиш исеме Ҡазандагы Балалар ижады һарайына (элекке Пионерҙар һарайы) бирелгән[2].

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 Абдулла Алиш: И, жизнь отдав за Родину свою, погибнем за ее святое дело! kazved.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 август 2026.
  2. 1 2 Проект по сохранению Дворца пионеров имени Алиша прошел госэкспертизу. tatar-inform.ru (6 август 2026). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 август 2026.
  3. Абдулла Алиш «Мамины сказки». fantlab.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 август 2026.
  4. Минтимер Шаймиев посетил музей чая в Болгаре. www.tatar-inform.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 9 август 2019.

Әҙәбиәт

  • Симонов К., Сосед по камере, «Литературная газета», 1956, 13 октября;
  • Алиш Абдулла // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
  • Мустафин, Р. А. По следам поэта-героя. Книга-поиск. — М.: Советский писатель, 1976.
  • Ибатуллин Т. Военный плен: причины, последствия. — СПб, 1997.