Абдуллина Фәрзәнә Фәйзи ҡыҙы
Биографияһы
Фәрзәнә Фәйзи[1] ҡыҙы Абдуллина 1926 йылдың 6 декабрендә Башҡорт АССР-ы Йылайыр кантонының[2] Мораҡ ауылында тыуған.
1944 йылда Йомағужа урта мәктәбен тамамлай.
1949 йылда К. А. Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институтының башҡорт теле һәм әҙәбиәте факультетын тамамлағандан һуң, Мораҡ һәм Темәс башҡорт педагогия училищеларында уҡыта[3].
1961—1984 йылдарҙа Өфөләге 1-се мәктәп-интернатта эшләй[3].
Фәрзәнә Фәйзрахман ҡыҙына хас булған ныҡышмалылыҡ, балаларҙың күңелен, мөмкинлектәрен аңлап эш итеү, Башҡортостандың киләсәге — йәштәрҙе ныҡлы рухлы, белемле, әҙәпле итеп тәрбиәләү сифаттары ысын уҡытыусы образын тыуҙыра. Тынғыһыҙ педагог ваҡыт менән иҫәпләшмәй: һәр бер балаға күңел йылыһын биреп әңгәмәләшергә лә, түңәрәктәр үткәрергә лә, дәрестәрен мауыҡтырғыс итеп төҙөргә лә, шуның өҫтәүенә, үҙенең эш тәжрибәһе менән уртаҡлашырға ла, методик хеҙмәттәр, әсбаптар яҙырға ла өлгөрә.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Иҫкәрмәләр
- ↑ Атаһының тулы исеме — Фәйзрахман
- ↑ хәҙер Башҡортостан Республикаһының Күгәрсен районы
- ↑ 1 2 Әлмөхәмәтов Р. В. Абдуллина Фәрзәнә Фәйзи ҡыҙы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
Әҙәбиәт
- Усманова М. Ғ., Абдуллина Ф. Ф. Башҡорт теле. Мәктәп уҡыусылары, юғары уҡыу йорттарына уҡырға теләүселәр өсөн ҡулланма. — Өфө: Китап, 2000. — 192 бит. — ISBN 5-295-02619-1
Һылтанмалар
- Әлмөхәмәтов Р. В. Абдуллина Фәрзәнә Фәйзи ҡыҙы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.