Аблаев Ирек Йомабай улы
Биографияһы
Ирек Йомабай улы Аблаев 1946 йылдың 9 майында Башҡорт АССР-ының Ейәнсура районы Башҡорт Үргене ауылында тыуған.
Хеҙмәт юлын 1963 йылда Ейәнсура районының Яңы Себенле һигеҙ йыллыҡ мәктәбе уҡытыусыһы вазифаһында башлай.
1969 йылда Башҡорт дәүләт университетын тамамлай. Шунан һуң Ҡораллы Көстәр сафында хеҙмәт итә.
1971 йылдан — СССР һәм Рәсәй дәүләт именлеге органдары хеҙмәткәре.
1994—1995 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының именлек министры урынбаҫары вазифаһында хеҙмәт итә. Полковник.
1995 йылдан Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-Министры урынбаҫары[2] — Башҡортостан Республикаһының Мәскәүҙәге Тулы хоҡуҡлы вәкиле[3].
2001—2010 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһының Мәскәүҙәге Тулы хоҡуҡлы вәкиле кәңәшсеһе.
2011 йылдың 11 ғинуарында Ирек Йомабай улы Аблаев 65-се йәшендә ҡапыл вафат була. Мәскәүҙә Мосолман зыяратында ерләнгән[4].
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре
- «СССР Ҡораллы Көстәренә 60 йыл»
- «СССР Ҡораллы Көстәренә 70 йыл»
- өс дәрәжә «Фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн» миҙалдары
- «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы»
- Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһы[5]
Ғаиләһе
Өйләнгән. Ғаиләлә бер ул тәрбиәләп үҫтергәндәр[6]
Иҫкәрмәләр
- ↑ Указ Президента РБ от 07.05.2001 N УП-197 «О присвоении почетного звания „Заслуженный юрист Республики Башкортостан“ Аблаеву И. Ю.»
- ↑ Указ Президента РБ от 08.09.1998 N УП-604 «О назначении Аблаева И. Ю. заместителем Премьер-министра Республики Башкортостан — Полномочным представителем Республики Башкортостан в городе Москве»
- ↑ Указ Президента РБ от 07.09.1995 N УП-510 «О назначении Аблаева И. Ю. Полномочным представителем Республики Башкортостан в г. Москве»
- ↑ Аблаев Ирек Юмабаевич 2021 йылдың 13 май көнөндә архивланған.
- ↑ Указ Президента РБ от 26.04.1996 N УП-278 «О награждении Аблаева И. Ю. Почетной грамотой Республики Башкортостан»
- ↑ Аблаев Ирек Юмабаевич
Һылтанмалар
- Аблаев Ирек Юмабаевич 2021 йылдың 13 май көнөндә архивланған.
- Скончался бывший вице-премьер Правительства Башкирии Ирек Аблаев