Абрамичева Кристина Игоревна

Абрамичева Кристина Игоревна (1977 йылдың 8 сентябре, Өфө, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР) — Рәсәй кураторы, арт-тәнҡитсе, экскурсовод, йәмәғәтсе.

Биографияһы

Кристина Игоревна Абрамичева 1977 йылдың 8 сентябрендә Башҡорт АССР-ының Өфө ҡалаһында тыуған.

2000 йылда Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын (әҙәби мөхәррир бүлеге), 2010 йылда — «сәнғәт фәне» һөнәре буйынса Урал дәүләт университетын тамамлай.

2000 йылдан шәхси нәшриәттәрҙә әҙәби мөхәррир булып эшләй, мәҡәләләр, очерктар, рецензиялар яҙа. 2004 йылдан «Гипертекст» журналын, 2011 йылдан — уның «Персонаж: тексты о текстах» әҙәби ҡушымтаһын сығара башлай. 2005 йылдан алып шәхси музей менән хеҙмәттәшлек итә, башҡа күргәҙмәләр кураторлығы һәм башҡа мәҙәни саралар менән шөғөлләнә. 2008 йылдан алып хәҙерге көнгә тиклем —"Х-МАХ" актуаль сәнғәт галереяһы кураторы.

2016 йылдан — Совет көнкүреше музейы директоры. Рәсәй сәнғәт фәне белгестәре ассоциацияһы ағзаһы. 2012 йылдан — «Өфө Архһаҡлау» ижтимағи хәрәкәттәркоординаторҙарының береһе, БР мәҙәни мираҫын һаҡлау буйынса Идаралыҡ янында Йәмәғәт советына инә.

2019 йылдан башлап — Яблоко фирҡәһе ағзаһы, гендер фракцияһы рәйес

2019 йылдан — республика башлығы Радий Хәбиров янында кеше хоҡуҡтары буйынса совет ағзаһы. 2020 йылдан — Бөтә Рәсәй тарих һәм мәҙәни ҡомартҡыларҙы һаҡлауҙың Башҡортостан бүлеге ағзаһы[1].

2024 йылдың 26 мартында Кристина Абрамичева икенсе срокка сәйәси партия «Яблоко»ның Башҡоростант төбәк берләшмәһе рәйесе итеп һайлана[2].

Дөйөм Рәсәй проекттарында ҡатнашыуы

  • 2009 — «Арт-завод» фестиваль-лабораторияһы" (Екатеринбург), төбәктән куратор.
  • 2009 — графиканың VI Новосибирск биенналеһы (Новосибирск), куратор проекты.
  • 2010 — Рәсәй видеоарты тарихы (Мәскәү, МСИ), Өфөнән куратор проекты.
  • 2012 — «Урал проекты» (Е. Шипицына менән берлектә), VII Халыҡ-ара графика триенналеһы (Новосибирск).
  • 2012 — «Аҡ төндәр» фестивалендә куратор проекты (Мотоволихин цехы, Пермь).
  • 2013 — «Аҡ төндәр» фестивалендә куратор проекты («PERMM» музейы).
  • 2013 — «Уфалогия» проекты (Өфөнән куратор), («Эрарта» музейы, Санкт-Петербург).

Иҫкәрмәләр

  1. Абрамичева Кристина Игоревна. ФедералПресс. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 сентябрь 2025.
  2. Кристина Абрамичева вновь избрана председателем Башкирского «Яблока». Партия «Яблоко» (26 март 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 сентябрь 2025.

Әҙәбиәт

Тема буйынса өҫтәмә