Агалакова Жанна Леонидовна

Warn icon.svg

Иноагент

Arrow-Right.png
Octagon Warning.svg
Это статья о персоне, признанной в России иностранным агентом

Агалакова Жанна Леонидовна (1965 йылдың 6 декабре, Киров ҡалаһы) — Рәсәй журналисы, махсус хәбәрсе, телетапшырыуҙар алып барыусы. 1999 йылдан 2022 йылға тиклем Рәсәй телевидениеһының Беренсе каналында эшләй.

Дуҫлыҡ ордены һәм II дәрәжә «Ватан алдында ҡаҙаныштары өсөн» орден миҙалы (2006)[1] менән бүләкләнгән. «Төп мәғлүмәттәр программаһын алып барыусы» номинацияһында ТЭФИ милли телевизион премияһы лауреаты (2002).2022 йылдың сентябрендә мобилизация башланған наградаларынан баш тарта[2].

2025 йылдың 21 февралендә Минюст тарафынан сит ил агенты тип танылған[3].

Биографияһы

Жанна Леонидовна Агалакова 1965 йылдың 6 декабрендә Кировта тыуа

Атаһы инженер, әсәһе — рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.

1979 йылдан алып 1983 йылға тиклем ата-әсәһе менән Монголияла йәшәй..

Бала сағында тәфтишсе, композитор, архитектор, тәрбиәсе һәм тәржемәсе булырға, шулай уҡ циркта сығыш яһарға хыяллана. Һуңынан был һөнәрҙәрҙең барыһын да журналистика менән бергә алып барыуы мөмкин икәнлеген аңлай[4].

Үҙ карьераһын Киров «Комсомольское племя» гәзитенең баш мөхәррире секретары булып башлай. Был ваҡытта гәзиттең баш мөхәррире булып эшләгән Смирнов Василий Васильевич шулай уға «тормошҡа юллама» бирә. Мәктәпте тамамлағас Жанна Ленинград дәүләт университетының филология факультетына юллана, әммә имтихандарҙы бирә алмай. Бер йыл буйы буш ятмаҫ өсөн эш эҙләй башлай. Тап ошо мәлдә «Комсомольское племя» гәзитендә секретарь урыны бушай һәм Жаннаның ата-әсәһенең дуҫтары баш мөхәрриргә уның кандидатын тәҡдим итә. Оҙайлы әңгәмәнән һуң Смирнов уны эшкә ала. Гәзиттә Жанна секретарь булып ҡына түгел, шулай уҡ «Музыкаль киоск» рубрикаһына ноталар ҙа төшөрә. Тиҙҙән ул үҙенең беренсе ҡыҫҡа мәҡәләһен яҙа. 1986 йылда тәүге тапҡыр Мәскәү телевидениеһында тәүге тапҡыр «До 16 и старше…» тапшырыуы репортажында күренә башлай. («Үҙаллы» сығарылышы). («Самостоятельность» сығарылышы)[5].

1991 йылда Мәскәү дәүләт университетының журналистика бүлеген тамамлай. Студент практикаһын ул популяр булған «Ҡараш» телетапшырыуында үтә[6]. Университеттан һуң йыл ярым СССР ЭЭМ телестудияһында хәбәрсе булып эшләй. «Кеше һәм закон» программаһы өсөн сюжеттар яҙа. Һуңынан бер йыл Наркоманияға һәм наркобизнесҡа ҡаршы көрәш буйынса халыҡ-ара ассоциацияның матбуғат атташеһы булып эшләй.

1992 йылдан — РИА «Новости» донъяуи хроникаһы бүлеге хәбәрсеһе[6].

Тележурналист һөнәрен ул 1995 йылда, Александр Акопов етәкселегендәге «РТР» телеканалының «Эшлекле Рәсәй» мәғлүмәттәр каналына барып эләккәс аңлай башлай. Элек уйлап та ҡарамаған темаларҙы тиҙ арала өйрәнергә тура килә. Уның тәүге эше — ядро яғыулығы тураһындағы ун минутлыҡ ике репортаж була. Күп тә үтмәй Агалакованы «ватаныбыҙҙың телевидениеһы остазы» Игорь Кириллов күреп ҡала, ул Жаннаға уға үҙен алып барыусы ролендә һынап ҡарарға тәҡдим итә. 1996 йылда НТВ/12 телеканалында иртәнге «Сегодня» мәғлүмәти программаһын алып барырға саҡыралар. Был телекомпанияла үткәргән өс йылын Жанна журналистиканың иң юғары мәктәбе тип иҫәпләй[4].

1998 йылда НТВ командаһы составында «Форт Боярд» телеуйынының рус версияһында ҡатнаша.

1999 йылдың октябрендә терактта һәләк булғандарҙың һанын яңылыш атағаны өсөн НТВ Мәғлүмәти хеҙмәтенең баш мөхәррире Владимир Кулистиков инициативаһы буйынса «Бөгөн» программаһын алып барыуҙан ситләтелә[7].

1999 йылдың октябрендә ОРТ телеканалына ҡабул ителә (2002 йылдың сентябренән — «Беренсе канал»). «Яңылыҡтар» программаһының көндөҙгө һәм киске сығарылыштарын (1999—2001, 2003—2005), шулай уҡ «Ваҡыт»[8][9] һәм «Төнгө Ваҡыт» (2001—2002, 2005) программаларын алып бара.

2000 йылдың майында Стокгольмда үткән «Евровидение-2000» конкурсында Рәсәй профессиональ жюрийының тауыш биреүҙәре һөҙөмтәләрен иғлан итә.

2000 йылдан 2002 йылға тиклем Владимир Познер бергә «Беренсе каналда» «Ваҡыт» программаһын алып бара, ул күп тапҡыр ТЭФИ премияһы лауреаты була. Тура эфирҙап «ут һәм һыуҙарҙы үтә»: 2001 йылдың 11 сентябрендәге теракттар, Афғанстанда һуғыш башланыу, Беслан ҡалаһында теракт, Б Н. Ельциндың отставкаға китеүе, президент һайлауҙары[10][11] һ.б..

2005 йылдың сентябренән — Парижда "Беренсе канал"дың үҙ корреспонденты.

2013 йылдың ғинуарынан алып 2019 йылдың авгусына тиклем — Нью-Йоркта «Беренсе каналдың» махсус хәбәрсеһе.

2019 йылдың авгусынан ҡабаттан Парижда эшләй, ә 2021 йылдың мартынан башҡа Европа илдәрендә ваҡиғаларҙы яҡтыртыу менән шөғөлләнә.

Агалакованың "Беренсе канал"дағы һуңғы репортажы 2022 йылдың 17 февралендә сыға. 3 мартта Рәсәйҙең Украинаға баҫып инеүе менән бәйле эштән китеү тураһында ғариза яҙа; 17 мартта рәсми рәүештә эштән бушатыла. 22 мартта Парижда «Репортеры без границ» ойошмаһының матбуғат конференцияһында ул үҙенең эштән китеү сәбәптәре тип үрҙә әйтеп үтелгән ваҡиғаны атай.

Шәхси тормошо

  • Ире — Джорджо Савона (1971), итальян физигы, Римда тыуып үҫкән. Улар 1991 йылдан бергә булһалар ҙа рәсми никахҡа тик 2001 йылдың 7 апрелендә генә торалар. Савона Джорджо Парижда «Беренсе канал» корпунктында телеоператор сифатында эшләй.
    • Ҡыҙҙары — Алиса (10 сентябрь 2002), Римда тыуа. Ҡыҙына исемде Льюистың героиняһы хөрмәтенә атаһы ҡуша.

Мауығыуҙары

Жанна Агалакова — командировкаға йөрөгә ярата. Бешеренергә ярата.. Фортепиано һәм тенниста уйнай. Уртаса дистанцияға йүгерә.

Библиография

  • 2011 — «Всё, что я знаю о Париже» ISBN 978-5-17-073533-4

Фильмографияһы

  • 1986 — «Карусель на базарной площади» — ҡала майҙанында эпизодта массовкала ҙур булмаған роль;
  • 2012 — «Огонь, вода и бриллианты» — мәғлүмәт программаһын алып барыусы.

Танылыуы

Дәүләт наградалары
  • 2018 — Дуҫлыҡ Ордены — ватан телевидениеһын үҫтереүгә индергән ҙур өлөшө һәм намыҫлы хеҙмәте өсөн[12]
  • 2006 — II дәрәжә «Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» орден миҙалы — Ватан телерадиотапшырыуҙар үҫешенә ҙур өлөш индергәне һәм күп йыллыҡ емешле эшмәкәрлеге өсөн.
Йәмәғәт наградалары
  • 2002—2002 йылда «Беренсе каналда» «Ваҡыттар» программаһында эше өсөн «Мәғлүмәттәр программаһын алып барыусы» номинацияһында ТЭФИ—2002" премияһы финалисы.

Иҫкәрмәләр

  1. Указ Президента Российской Федерации В. Путина от 27 ноября 2006 года № 1316 «О награждении государственными наградами Российской Федерации».
  2. Телеведущая Жанна Агалакова объявила об отказе от государственных наград. RTVI (21 сентябрь 2022). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 июнь 2024.
  3. Журналистку Жанну Агалакову признали иноагентом. ТАСС (21 февраль 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 21 февраль 2025.
  4. 1 2 Жанна Агалакова. Специальный корреспондент Первого канала в США. // 1tv.ru
  5. Александр Васильев. «Кто и зачем завернул кота в газету». Главный редактор газеты «Вятский край», председатель кировской организации Союза журналистов России Василий Васильевич Смирнов отмечает 60-летие. Первая заметка Жанны Агалаковой. Архивная копия от 9 декабрь 2014 на Wayback Machine Газета «Вятский край» (№ 122 от 10 августа 2011 года) // vk-smi.ru
  6. 1 2 Вячеслав Русин. Жанна Агалакова: «Для меня самое главное в жизни — любовь» (эксклюзивное интервью известной телеведущей) Архивная копия от 4 март 2016 на Wayback Machine // интернет-журнал «Зеленоград on-line», 24 ноября 2001
  7. Без«временье» Жанны Агалаковой. Московский комсомолец (16 ғинуар 2003).
  8. Жанна Агалакова. Специальный корреспондент Первого канала в США. // 1tv.ru
  9. Люди, которые делают «Время»: журналист и ведущая Жанна Агалакова. Первый канал(2 января 2018)
  10. Киселев Солженицына не заменит. Аргументы и факты (29 март 2000).
  11. Большой передел произошел на информационном рынке. Собеседник (4 май 2000).
  12. Указ Президента Российской Федерации от 21 августа 2018 года № 488 «О награждении государственными наградами Российской Федерации»

Тема буйынса өҫтәмә