Агаронов Ашот Моисеевич
Ғилми дәрәжә | медицина фәндәре докторы[d][1] (1940) |
---|---|
Гражданлығы | |
Ғилми исеме | Prof.[d][1][2] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Һөнәр төрө | акушер-гинеколог, юғары мәктәп уҡытыусыһы |
Ғәскәр төрө | Эшсе-крәҫтиән Ҡыҙыл армияһы |
Эшмәкәрлек төрө | акушерство[d] и гинекология[d] |
Вафат булған урыны | |
Эш урыны | |
Заты | ир-ат |
Уҡыу йорто | |
Тыуған көнө | 4 ноябрь 1895[1][2] |
Үлем төрө | смерть от несчастного случая[d] |
Үлем сәбәбе | крушение самолёта[d][1][2] |
Вафат булған көнө | 21 август 1962[1] (66 йәш) |
Тыуған урыны |
Агаронов Ашот Моисеевич (4 ноябрь 1895 йыл — 21 август 1962 йыл) — совет ғалим-табибы, акушер, гинеколог, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1935—1945 йылдарҙа Башҡорт дәүләт медицина институтының кафедра мөдире. Медицина фәндәре докторы (1940), профессор (1935). Башҡорт АССР-ының (1945) һәм Әрмән ССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1961).
Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Ашот Моисеевич (Мовсесович) Агаронов 1895 йылдың 4 ноябрендә Рәсәй империяһына ҡараған Тифлис ҡалаһында тыуған.
1918 йылда Киев университетының медицина факультетын тамамлай. Үҙ теләге менән Ҡыҙыл армияға бара. Хәрби табип булып хеҙмәт итә.
Һуңынан Тбилиси университетының акушерлыҡ һәм гинекология кафедраһы ассистенты (1925—1929); өлкән ассистенты (1929—1933), доцент (1933—1935), Ереван медицина институтының акушерлыҡ һәм гинекология кафедраһы мөдире (1954—1962); профессор, Башҡорт дәүләт медицина институтының акушерлыҡ һәм гинекология кафедраһы мөдире (1935—1945); Одесса медицина институтының акушерлыҡ һәм гинекология кафедраһы мөдире (1945—1954) булып эшләй. 1954 йылдан — Ереван медицина институты кафедраһын етәкләй.
Әрмән ССР-ының Акушер-гинекологтар ғилми йәмғиәте рәйесе була.
Акушер-гинекологтарҙың Бразилияла үткән халыҡ-ара конгрессынан ҡайтып килгәндә авиакатастрофала һәләк була.
Фәнни эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Агароновтың ғилми-педагогик эшмәкәрлеге 1925 йылда Тефлис университетында башлана.
Фәнни хеҙмәттәре акушерлыҡ һәм гинекологияла рентген диагностикаһы, эндокринология өлкәһендәге тикшеренеүҙәр, ҡатын-ҡыҙҙарҙың енес органы яман шешен асыҡлау һәм дауалау өлкәһенә ҡағыла, асфиксия менән яңы тыуған балаларҙы реанимациялау мәсьәләләре менән шөғөлләнә, «Е» һәм «К» витаминдарын акушерлыҡта файҙаланыуҙы һәм ролен өйрәнә.
100-ҙән ашыу фәнни баҫмалар авторы. Фәнни эштәре (68 эше баҫтырылған) акушерлыҡ һәм гинекологияла рентген диагностикаһын ҡулланыу мәсьәләләренә, гинекология эндокринологияһына һәм яман шеш проблемаларына арналған.
Һайланма хеҙмәттәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Влияние тимуса и коры надпочечников на развитие матки (1941)
- Преждевременное прерывание беременности (монография)
- Очерки акушерской патологии и оперативное акушерство: табиптар өсөн әсбап. Мәскәү, 1954;
- Оперативное акушерство: студенттар һәм табиптар өсөн ҡыҫҡаса ҡулланма. Ереван, 1963.
Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- А. М. Агаронов (К 40-летию врачебной, научно-педагогической и общественной деятельности) // АГ. 1960. № 4;
- А. М. Агаронов (Некролог) // Там же. 1962. № 6;
- Айриян А. П. Армянские учёные-медики. — Ер., 1998—276 с. ISBN 99930-1-001-7
- Биографический словарь профессоров Одесского медицинского института
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Агаронов Ашот Моисеевич // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 27 октябрь 2018)
- Агаронов Ашот Мойсейович (укр.)
- Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәрҙәре
- Бразилияла вафат булғандар
- Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусылары
- Киев университетын тамамлаусылар
- 4 ноябрҙә тыуғандар
- 1895 йылда тыуғандар
- 21 августа вафат булғандар
- 1962 йылда вафат булғандар
- Тбилисиҙа тыуғандар
- Дәреслектәр авторҙары
- Медицина фәндәре докторҙары
- СССР медиктары
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Алфавит буйынса ғалимдар