Адмирал С. О. Макаров исемендәге Дәүләт диңгеҙ академияһы
Адмирал С. О. Макаров исемендәге Дәүләт диңгеҙ академияһы | |
Административ-территориаль берәмек | Санкт-Петербург |
---|---|
Дәүләт | |
Адрес | 199106, С.-Петербург, Васильевский остров, Косая линия, д. 15А |
Нигеҙләү датаһы | 1876 |
Рәсми сайт | gumrf.ru |
Хөрмәтенә аталған | Степан Осипович Макаров[d] |
Рәсми атамаһы |
рус. Государственная морская академия имени адмирала С. О. Макарова рус. Ленинградская государственная морская академия имени адмирала Макарова |
Алмаштырылған | Государственный университет морского и речного флота имени адмирала С. О. Макарова[d] |
Медиафайлы на РУВИКИ.Медиа |
Адмирал С. О. Макаров исемендәге Дәүләт диңгеҙ академияһы (рус. Государственная морская академия имени адмирала С. О. Макарова)(1876—2012) — 2012 йылға тиклем ғәмәлдә булған юғары һөнәри белем биреү федераль бюджет мәғариф учреждениеһы (ФБОУ ВПО). Граждандар сауҙа флоты өсөн төрлө белгестәр әҙерләй. Кадрҙар әҙерләү Халыҡ-ара диңгеҙ ойошмаһының (ИМО) 1978 йылда ҡабул ителгән Моряктарҙы әҙерләү һәм уларға дипломдар биреү, вахта үтеү тураһында халыҡ-ара конвенция талаптарына менән яраҡлаштырылған Дәүләт белем биреү стандарттарына ярашлы алып барыла. Бынан тыш, вуз атом энергетика ҡоролмалы ватан суднолары өсөн инженерҙар, шулай уҡ Төньяҡ диңгеҙ юлын хеҙмәтләндереү өсөн белгестәр әҙерләй. Бындай белгестәр иҫәбенә атом боҙватҡысының команда составы ғына түгел, метеорологтар, океанологтар, гидрографтар, радиоинженерҙар инә. Академияла 77 уҡырға фән докторы һәм профессор, 186 фән кандидаты һәм доцент уҡыта.
Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Академия тарихы Александр II 1876 йылдың 7 майындағы указы буйынса нигеҙләнгән Санкт-Петербург йылға яхт-клубтарының диңгеҙселек кластарынан башлана. 1902 йылдың 6 майында диңгеҙселек кластары базаһында Санкт-Петербургтың нигеҙләнеүенә 200 тулыуға бәйле Петр I исеменә алған алыҫ араларға йөҙөү учидищеһы ойошторола. 1905 йылдың 13 июнендә училище Император Петр I сауҙа флоты Санкт-Петербург алыҫ араларға йөҙөү һәм судно механиктары берләштерелгән училищеларын тип үҙгәртелә.
1919 йылдың февралендә берләштерелгән училищелар Петроград һыу юлдары техникумы итеп үҙгәртелә (1924 йылдың 26 ғинуарынан —Ленинград диңгеҙ техникумы). 1944 йылда Дәүләт оборона комитеты ГКО-5311 һанлы ҡарары менән Ленинград юғары диңгеҙселек училищеһын ойоштора.
10 йылдан һуң ул Ленинград арктик диңгеҙ училищеһы менән берләштерелә (1935—1945 йылдарҙа — Главсевморпуть Гидрография институты), 1949 йылда уға билдәле рус адмиралы С. О. Макаров исеме бирлелә. 1990 йылдың декабрендә ЛВИМУ академия статусын ала.
2012 йылдың 11 сентябрендә Рәсәй Фдерацияһы транспорт министрының 341-се бойороғона ярашлы, адмирал С. О. Макаров исемендәге ГМА Санкт-Петербург дәүләт һыу юлдары университетына ҡушыла. Берләштерелгән юғары уҡыу йорто «С. О. Макаров исемендәге Диңгеҙ һәм йылға флоты дәүләт университеты» тип атала.
Академия менән бәйлеләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Билдәле уҡытыусылар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Баранов Александр Потапович
- Бикезина Татьяна Васильевна
- Ващенко Елена Леонидовна
- Горина Маргарита Юрьевна
- Григорьева Ольга Васильевна
- Клочков Борис Федорович
- Кузнецов Сергей Емельянович
- Кузнецов Александр Львович
- Лебедев Сергей Борисович
- Лисин Сергей Прокофьевич
- Матусевич Николай Николаевич
- Рыков Владимир Юрьевич
- Сәғитов Ренат Вәзим улы
- Сазонов Анатолий Ефимович
- Снопков Василий Ильич
- Шершов Александр Павлович
- Шокальский Юлий Михайлович
- Штумпф Эдгар Павлович
- Шутенко Владимир Викторович
Билдәле тамамлаусылар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Зыков Евгений Кириллович
- Филатов Никита Александрович
- Хатажаев Малик Атхамович
Студенттар спорты[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Юғары уҡыу йорто Вуздар кубогы уйыны сиктәрендә чемпионаттарҙа ҡатнаша.
Кампус[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Академияның Санкт-Петербургта биш уҡыу ҡаласығы бар:
- Васильевский утрауында
- Стрельна ҡасабаһында
- Охтала
- Ҙур Смоленск проспектында
- Двинская урамы, 5/7
Академия структураһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Факультеттар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Арктик факультет
- Халыҡ-ара транспорт менеджменты факультеты
- электромеханика факультеты
- суднолар йөрөтөү факультеты
- судолар механигы факультеты
- радиотехник факультеты
- порт техникаһы һәм электромеханика факультеты
- Диңгеҙ хоҡуғы (2009 йылдан) факультеты
- Ситтән тороп уҡыу бүлеге факультеты
Бынан тыш, Академия составына Диңгеҙ колледжы инә, унда 9-10-сы, 11-се класс базаһында урта һөнәри белем биреү программаһы буйынса әҙерлек алып барыла.
Филиалдары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Академияның ике филиалы бар: Мурманск һәм Архангельск ҡалаларында. 2016 йылдан Бөйөк Устюг ҡалаһында (Вологда өлкәһе) филиал асыла. Архангельскиҙағы филиалы В. И. Воронин исемен йөрөтә (В. И. Воронин исемендәге Арктика диңгеҙ институты)
Аккредитацияһы һәм сертификацияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
1994 йылда академияһының мәғариф Халыҡ-ара диңгеҙ ойошмаһының (ИМО) мәғариф һәм сертификация бүлегендә аттестация үтә. Факультеттары һәм айырым белем биреү курстары Норвегия Диңгеҙ хакимиәте (en:Norwegian Maritime Directorate), Халыҡ-ара гидрографик ойошма аккредитацияһына эйә. 1998 йылда академия радио һәм электроника диңгеҙ колледжы ассоциацияһына (ингл. Association of Marine Electronic and Radio Colleges (AMERC) инә.