Азаров Тимофей Михайлович

Тимофей Азаров Михайлович (1952 йылдың 12 октябре, Жучок[d], Брянск өлкәһе) — хәрби хеҙмәткәр, йәмәғәтсе. 2001—2009 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының хәрби комиссары, генерал-майор. Почёт һәм Салауат Юлаев ордендары кавалеры.

Биографияһы

Тимофей Михайлович Азаров 1952 йылдың 12 октябрендә Брянск өлкәһе Брасовский районының Жучок ауылында тыуған[1]. Атаһы балта оҫтаһы, әсәһе һауынсы була. 1961 йылда Азаровтар ғаиләһе артабан даими йәшәүгә Һарытау өлкәһенә күсенә[2].

Мәктәптә уҡығанда үҫмер егет йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнаша. 8-се синыфта мәктәптең комсомол ойошмаһы секретары итеп һайлана[2]. Техника менән мауыға, электроника менән ҡыҙыҡһына[2].

1971 йылда, бер урынға ете кешелек конкурсты уңышлы үтеп, Г. К. Орджоникидзе исемендәге Ырымбур юғары зенит-ракета команда училищеһына[3] ҡабул ителә. "Отлично"го уҡый. Ғәҙәти курсант стипендияһы 3 һум 78 тин булғанда, өс йыл дауамында ошо училищены тамамлаған Советтар Союзы Геройы сержант Шакиров исемендәге 78 һум күләмендәге юғары стипендия ала[2]. Был хәрби юғары уҡыу йортон 1975 йылда тамамлай һәм артабан хеҙмәт итеү өсөн Карпат яны хәрби округына, һауа һөжүменә ҡаршы оборона часына ебәрелә[1]. Тиҙҙән батарея командиры итеп тәғәйенләнә: СССР Ҡораллы Көстәрендә ошо вазифалағы иң йәш лейтенант була[2].

1985 йылдан — Ҡоро ер ғәскәрҙәренең Һауа һөжүменә ҡаршы оборона хәрби академияһы тыңлаусыһы. 1988 йылда уҡыуын тамамлағас, отличник булғаны өсөн[2], хеҙмәтен дауам итергә Венгрия биләмәләрендә урынлашҡан Көньяҡ ғәскәрҙәр төркөмөнә ебәрелә[1], бында зенит-ракета бригадаһы командиры урынбаҫары итеп тәғәйенләнә[4].

1991 йылдан — Волга буйы-Урал хәрби округының Башҡортостандың Алкин ҡасабаһында урынлашҡан зенит-ракета бригадаһы командиры.

1995 йылдан — Башҡортостан Республикаһы Өфө ҡалаһының Калинин районы хәрби комиссары.

1996 йылдан — Башҡортостан Республикаһы хәрби комиссары урынбаҫары — хәрби комиссариаттың 1-се (мобилизация) бүлеге начальнигы.

2001—2009 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының хәрби комиссары.

Донъяла бөйөк держава тип илде алдынғы иҡтисады һәм фәне өсөн генә түгел, ә заманса ҡорал менән ҡоралланған, профессиональ әҙерлекле һәм Ватанға тиңһеҙ тоғро армияһы өсөн дә таныйҙар. Рәсәй өсөн был постулат уның тарихының бөтә замандарында ла актуаль. Йәштәребеҙ хәрби училищеларға уҡырға инеүселәр һаны һәм сифаты буйынса алдынғы урындарҙы биләй, иң мөһиме — беҙҙең төбәк оборона аңын юғалтмаған. Иҫегеҙҙә тотоғоҙ, хәрби кешеһеҙ илебеҙ йәшәй алмай. Тимофей Азаров.

Йәмәғәт эшмәкәрлеге

• Башҡортостан Республикаһы Генералдар һәм адмиралдар союзының идара ағзаһы[5].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

• Почёт ордены
• Салауат Юлаев ордены
• I дәрәжә «Фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн» миҙалы
• II дәрәжә «Фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн» миҙалы
• III дәрәжә «Фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн» миҙалы
• башҡа миҙалдар

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 3 Азаров Тимофей Михайлович – биография. Виперсон (26 ноябрь 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 сентябрь 2025.
  2. 1 2 3 4 5 6 Анна Ливич, Георгий Савченко. Никогда не жалею о том, что связал свою жизнь с армией. Бельские просторы (май 2005). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 сентябрь 2025.
  3. 2005 йылдан Ырымбур юғары зенит-ракета училищеһы (хәрби институт).
  4. Поздравляем Азарова Тимофея. Союз генералов и адмиралов Республики Башкортостан. Официальный сайт (рус.)  (Тикшерелеү көнө: 25 сентябрь 2025)
  5. Союз генералов и адмиралов Республики Башкортостан. Состав правления. Генерал-майор Азаров Тимофей Михайлович (рус.)  (Тикшерелеү көнө: 25 сентябрь 2025)

Һылтанмалар

Азаров Тимофей Михайлович. Центр военно-политических исследований. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 сентябрь 2025.