Башҡорт айырым кавалерия дивизияһы

Башҡорт айырым кавалерия дивизияһы (19191920) — Рәсәйҙә Граждандар һуғышы осорондағы башҡорт частарының хәрби формированиеһы.

Ойошторолоуы һәм тарихы

Башҡорт айырым кавалерия дивизияһы РСФСР-ҙың Революцион хәрби советы рәйесе Л. Д. Троцкийҙың 1919 йылдың 5 апрелендәге 615-се бойороғона ярашлы Саранск ҡалаһында Башҡорт корпусының элекке хәрби хеҙмәткәрҙәре һәм яңы мобилизацияланғандарҙан Башҡорт айырым бригадаһы булараҡ ойошторола[1].

Башҡорт айырым кавалерия дивизияһының составына командиры Ә. Х. Тереғолов булған 1-се һәм И. Е. Исхаҡов етәкләгән 2-се Башҡорт уҡсылар полктары, шулай уҡ У. Н. Тереғолов командалығындағы 1-се һәм командиры Х. Ф. Әлишев булған 2-се Башҡорт кавалерия полктары инә. 1919 йылдың июль айына дивизия һуғышсыларының дөйөм һаны 2 972 кеше була[1].

1919 йылдың июлендә дивизия 14-се армия, 1919 йылдың сентябрендә — Петроград гарнизонына, ә октябрь айында — Башҡорт ғәскәрҙәре төркөмө составына инә[1].

1919 йылдың июль—октябрь айҙарында Бахмач, Харьков һәм Полтава ҡалалары янында генерал А. И. Деникин армияһы частарына ҡаршы алыша[2]. Ҙур юғалтыуҙарға дусар булғанлыҡтан, 1-се һәм 2-се Башҡорт уҡсылар полктары Берләшкән (йыйылма) башҡорт уҡсылар полкына (командиры Ә. Х. Тереғолов), ә 1-се һәм 2-се Башҡорт кавалерия полктары — Берләшкән (йыйылма) башҡорт кавалерия полкына үҙгәртеп формалаштырыла.

1919 йылдың сентябренән дивизия Петроград ҡалаһына йүнәлтелә. Башҡорт айырым кавалерия дивизияһы частары Петроград ҡалаһының оборонаһында һәм Ямбург операцияһында ҡатнаша.

Дивизияның сәйәси бүлеге «Салауат» гәзитен сығара (редакторы — А. Ғисмәти)[1][3].

undefined

1920 йылдың ғинуарынан Новгород губернаһында урынлаша. 1920 йылдың май айында Башҡорт айырым кавалерия дивизияһы тарҡатылғандан һуң, уның частарын 1-се Башҡорт кавалерия полкына беркетәләр. Шул уҡ йылдың июнь айында Башҡорт айырым кавалерия дивизияһы М. Л. Мортазиндың Башҡорт айырым кавалерия бригадаһы составына инә[1].

Командующийҙары

  • А. М. Ахлов
Знак.1920.jpg
Знак.1919.jpg

Айырыу билдәләре

Еңгә беркетелә торған билдә Башҡорт төркөмө ғәсҡәрҙәре шәхси составының айырмалы билдәһе була. Ул йәшел төҫтәге ромбтан ғибәрәт була. Ромбтың ситтәре алтын бау менән ҡаймаланған. Ромб уртаһында алтын еп менән сигелгән ярым ай һәм йондоҙ урын алған. Бынан тыш, еңгә беркетелгән билдәләрҙең башҡа төрҙәре лә булған: ромбһыҙ ҡыҙыл йондоҙ һәм ярым ай (гимнастеркала), ҡыҙыл ҡаймалы йәшел ромб.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

РККА-ның 7-се армия Революцион хәрби советы тарафынан хәрби байраҡ менән бүләкләнә[1].

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 3 4 5 6 «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы. БАШҠОРТ АЙЫРЫМ КАВАЛЕРИЯ ДИВИЗИЯҺЫ (баш.)  (Тикшерелеү көнө: 6 февраль 2025)
  2. История башкирского народа: в 7 т./ гл. ред. М. М. Кульшарипов; Ин-т истории, языка и литературы УНЦ РАН. — Уфа: Гилем, 2010. — Т. V. — С. 108—109. — 468 с. — ISBN 978-5-7501-1199-2.
  3. Ярмуллин А. Ш. Башҡорт ғәскәрҙәренең Петроградта нәшер ителгән «Бәхет көнө» журналы-альбомдар. Ватандаш. 2007, № 1. 2013 йылдың 31 октябрь көнөндә архивланған.

Әҙәбиәт

Багаутдинов Р. О. Участие башкир в Белом движении (1917—1920). — Уфа, 2009.
Таймасов Р. С. Участие башкир в Гражданской войне: книга первая. В лагере контрреволюции (1918 — февраль 1919 гг.). — Уфа, 2009. — 200 с. — ISBN 978-5-7477-2159-3. (рус.)
Туракаев И. Башкирские части в гражданскую войну. — Уфа, 1929.  (рус.)
Ярмуллин А. Ш. Башҡорт ғәскәрҙәренең Петроградта нәшер ителгән «Бәхет көнө» журнал-альбомы. Ватандаш. 2007, № 1. C. 47—72 2013 йылдың 31 октябрь көнөндә архивланған.

Һылтанмалар

«Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы. БАШҠОРТ АЙЫРЫМ КАВАЛЕРИЯ ДИВИЗИЯҺЫ. Дата публикации: 10.10.2019. Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019 (баш.)  (Тикшерелеү көнө: 6 февраль 2025)
Военная история башкир: энциклопедия / гл. ред. А. З. Асфандияров. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 2013. — 432 с. — ISBN 978-5-4466-0040-3.  (Тикшерелеү көнө: 6 февраль 2025)
Ярмуллин А. Ш. Башҡорт армияһы тарихынан. — Өфө: Китап, 2012. — 277 с. — ISBN 978-5-295-05503-4.  (Тикшерелеү көнө: 6 февраль 2025)
YouTube сайтында «Башкортостан:становление республики»  (Тикшерелеү көнө: 6 февраль 2025)
.