Тереғолов Әхмәтйән Хөсәйен улы
Тереғолов Әхмәтйән Хөсәйен улы (5 июнь 1896 йыл — 9 март 1977) — хәрби эшмәкәр. 1922—1923 йылдарҙа Башҡортостан АССР-ының хәрби комиссары. Беренсе донъя, Граждандар һәм Бөйөк Ватан һуғыштарында ҡатнашыусы. Полковник. Ленин ордены кавалеры (1967).
Биографияһы
Әхмәтйән Хөсәйен улы Тереғолов 1896 йылдың 5 июнендә Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙе Ҡарғалы (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Благовар районы Үрге Ҡарғалы) ауылында тыуған. Сығышы менән дворян Тереғоловтар нәҫеленән.
1919 йылдан 1-се Башҡорт уҡсылар дивизияһының штаб начальнигы булып хеҙмәт итә. 1919 йылдың июненән 1-се Башҡорт уҡсылар полкы командиры була.
1920—1921 йылдарҙа Башҡорт айырым уҡсылар бригадаһы менән командалыҡ итә.
1922—1923 йылдарҙа Башҡортостан АССР-ының хәрби комиссары вазифаһын үтәй.
Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша.
1977 йылдың 9 мартында Татар АССР-ының Ҡазан ҡалаһында вафат була.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Ленин ордены (1967)
Һылтанмалар
- Тереғолов Ә. Ғ. Тереғоловтар // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Благовар районы.