1-се Башҡорт уҡсылар дивизияһы

1-се Башҡорт уҡсылар дивизияһы (19181919) — Рәсәйҙә Граждандар һуғышы ваҡытында Башҡорт армияһының хәрби ойошмаһы.

Ойошторолоуы һәм тарихы

Дивизия Башҡорт хәрби шураһының 1918 йылдың 13 август бойороғо буйынса 1-се Башҡорт пехота дивизияһы булараҡ Верхнеурал һәм Силәбе өйәҙҙәрендә ойошторола. Дивизия составына 2-се, 3-сө һәм 5-се Башҡорт пехота полктары инә.

1-се Башҡорт уҡсылар дивизияһы Халыҡ армияһы (Комуч) составында була, 1918 йылдың сентябренән — Башҡорт айырым корпусына инә.

1918 йылдың октябрь айында дивизия составына тарҡатылған 2-се Башҡорт уҡсылар дивизияһының частары инә: 1-се һәм 4-се Башҡорт уҡсылар полктары, ә 1918 йылдың ноябрендә — 6-сы Башҡорт уҡсылар полкы.

1918 йылдың 20 ноябренән 10-сы Башҡорт уҡсылар дивизияһы, 1918 йылдың декабренән — 9-сы Башҡорт уҡсылар дивизияһы тип атала башлай. Ә 1919 йылдың 9 ғинуарында элекке атамаһы кире ҡайтарыла.

1918 йылдың декабренән дивизия Ырымбур айырым армияһының составында була, ә 1919 йылдың 26 ғинуарынан Башҡорт ғәскәренең командующийы Ә. Ә. Вәлидовтың бойороғо буйынса яңы ойошторолған Башҡорт корпусының составына инә. 3-сө Башҡорт уҡсылар полкы был составҡа индерелмәй. 5-се һәм 6-сы Башҡорт уҡсылар полктары 2-се Башҡорт уҡсылар дивизияһының составына индерелә.

1919 йылдың ғинуарында дивизия составына Ғ. С. Иҙелбаев исемендәге 2-се Башҡорт кавалерия полкының 2 эскадроны инә.

Дивизия полктары Екатеринбург (июль—август 1918 йыл), Верхнеуральск (июль—август 1918 йыл), Орск (сентябрь 1918 йыл), Волга буйы (октябрь 1918 йыл), Аҡтүбә (октябрь—ноябрь 1918 йыл), Стәрлетамаҡ (декабрь 1918 йыл — октябрь 1919 йыл) фронттарында һуғышалар.

1-се Башҡорт уҡсылар дивизияһы, Башҡорт Хөкүмәте һәм ғәскәре Советтар яғына сыҡҡас, тарҡатыла.

Дивизия начальниктары

  • подполковник Тереғолов (1918 йыл августынан);
  • ваҡытлыса вазифаны башҡарыусы Савельев (1918 йылдың сентябренән);
  • генерал-лейтенант Х. И. Ишбулатов (1918 йылдың ноябренән);
  • генерал-майор Г. А. Савич-Заболоцкий (1918 йылдың ноябренән);
  • штабс-капитан Ә. Ғ. Ишмырҙин (1919 йылдың февраленән).


Башҡорт пехота частары хәрбиҙәренең отличие билдәләре,
1918 йылдың авгусында ҡабул ителгән
Һалдат һәм кесе офицерҙар Обер-офицерҙар
Рядовой.1918.png Ефрейтор.1918.png Бомбардир.1918.png Унтер-офицер.1918.png Фельдфебель.1918.png Подпрапорщик.1918.png Прапорщик.1918.png Подпоручик.1918.png
Рядовой Ефрейтор Бомбардир Унтер-офицер Фельдфебель Подпрапорщик Прапорщик Подпоручик
Обер-офицерҙар Штаб-офицерҙар һәм генералдар
Поручик.1918.png Штабс-капитан.1918.png Капитан.1918.png Подполковник.1918.png Полковник.1918.png Генерал-лейтенант.1918.png Генерал-майор.1918.png Генерал.1918.png
Поручик Штабс-капитан Капитан Подполковник Полковник Генерал-лейтенант Генерал-майор «Полный» генерал

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

Һылтанмалар