5-се Башҡорт уҡсылар полкы

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
5-се Башҡорт уҡсылар полкы
Нигеҙләү датаһы 1918
Дәүләт
Ойоштороу-хоҡуҡ формаһы ғәскәри часть[d]
Штаб-фатирҙың урынлашыуы

5-се Башҡорт уҡсылар полкы (рус. 5-й Башкирский стрелковый полк) — Рәсәйҙәге Граждандар һуғышы осорондағы Башҡорт армияһының хәрби формированиеһы.

1918 йылдың июль аҙағында Башҡорт хәрби советы бойороғо буйынса Верхнеурал өйәҙе башҡорттарынан 5-се Башҡорт пехота полкы булараҡ ойошторола[1].

1918 йылдың 25 октябренән — 5-се Башҡорт уҡсылар полкы, 20 ноябрҙән Юғары баш командующий штабының бойороғо буйынса 40-сы Башҡорт уҡсылар полкы, 1919 йылдың 9 ғинуарынан Башҡорт ғәскәрҙәре штабы бойороғона ярашлы Бишенсе Башҡорт уҡсылар полкы тип атала. Полкта 500-гә яҡын яугир иҫәпләнә. 1918 йылдың авгусынан — 1-се Башҡорт уҡсылар дивизияһы, 1919 йылдың ғинуарынан 2-се Башҡорт уҡсылар дивизияһы составына инә.

Граждандар һуғышы осоронда Верхнеурал, Аҡтүбә һәм Стәрлетамаҡ фронттарында Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһына (РККА) ҡаршы һуғыша[1]. Башҡорт хөкүмәте һәм ғәскәре Совет республикаһы яғына сыҡҡас, 5-се Башҡорт уҡсылар полкы таратыла.

Полк командирҙары:

  • прапорщик Ғ. Ғ. Тағанов (1918 йылдың июленән полк командиры вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы)[2]
  • подполковник Цветков (1918 йылдың авгусынан 1919 йылдың ғинуарына тиклем)
  • штабс‑капитан Ҡ. Н. Низаметдинов (1918 йылдың октябренән)
  • поручик Мозафаров (1918 йылдың декабренән).

Полк муллаһы — Бәхтийәров (1918 йылдың 8 ноябренә тиклем)[1].

  1. 1 2 3 Пятый Башкирский стрелковый полк. Военная история башкир: энциклопедия.
  2. Фархшатов М. Н. Таганов Галимьян Гирфанович // Военная история башкир / гл. ред. А. З. Асфандияров. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 2013. — 432 с. — ISBN 978-5-4466-0040-3.