2-се Башҡорт уҡсылар дивизияһы
2-се Башҡорт уҡсылар дивизияһы | |
---|---|
Ғәмәлдә булған йылдары |
август. 1918 — октябрь 1918, ғинуар, 1919 — февраль, 1919 |
Ил |
![]() |
Бойһонған | Башҡорт Хөкүмәте, Башҡорт хәрби шураһы |
Составында | Халыҡ армияһы, Башҡорт айырым корпусы, Ырымбур айырым армияһы, Башҡорт корпусы |
Тип | ҡоро ер ғәскәрҙәре |
Берләштерә | 1-се Башҡорт пехота полкы, 4-се Башҡорт пехота полкы |
Функция | автономия мәнфәғәттәрен яҡлау |
Дислокация | |
Ҡатнашҡан хәрби бәрелештәр | Рәсәйҙәге Граждандар һуғышы |
Командирҙары | |
Билдәле командирҙары | А. Емельянов, Набоков, А. Ғәбиҙуллин |
2-се Башҡорт уҡсылар дивизияһы (1918—1919) — Рәсәйҙә Граждандар һуғышы ваҡытында ойошторолған Башҡорт армияһының хәрби формированиеһы.
Ойошторолоуы һәм тарихы
Дивизия Башҡорт хәрби шураһының 1918 йылдың 13 авгусындағы бойороғо буйынса Ырымбурҙа ойошторола. Дивизия составына 1-се һәм 4-се Башҡорт пехота полктары инә.
2-се Башҡорт уҡсылар дивизияһы Халыҡ армияһы (Комуч) составында була, 1918 йылдың сентябренән — Башҡорт айырым корпусына инә.
1918 йылдың 21 октябрендә КОМУЧ-тың барлыҡ ҡораллы көстәре штабы начальнигы Юғары Баш командующий генерал-лейтенант С. Н. Розановтың бойороғо буйынса дивизия тарҡатыла. Уның барлыҡ төркөмдәре 1-се Башҡорт уҡсылар дивизияһы составына инә.
1919 йылдың 9 ғинуарында, Башҡорт ғәскәре штабы начальнигының бойороғо буйынса, дивизия тергеҙелә. Уның составына Ғ. С. Иҙелбаев исемендәге 2-се Башҡорт кавалерия полкының 4 эскадроны, Ә. Б. Ҡарамышев исемендәге 1-се Башҡорт кавалерия полкы, 5-се һәм 6-сы Башҡорт уҡсылар полктары инә. Дивизия Ырымбур айырым армияһы составында була, ә 1919 йылдың 26 ғинуарынан Башҡорт ғәскәре башлығы Ә. Валидовтың бойороғо буйынса яңы ойошторолған Башҡорт корпусы составына инә.
2-я Башкирская стрелковая дивизия была расформирована после перехода Башкирского Правительства и войска на сторону Советов.
Дивизия полктары Екатеринбург (август 1918 йыл), Верхнеурал (июль—август 1918 йыл), Орск (сентябрь 1918 йыл), Аҡтүбә (октябрь—ноябрь 1918 йыл), Стәрлетамаҡ (декабрь 1918 йыл — февраль 1919 йыл) фронттарында һуғыша.
Башҡорт Хөкүмәте ғәскәре менән Советтар яғына сыҡҡас, 2-се Башҡорт уҡсылар дивизияһы тарҡатыла.
Дивизия начальниктары
- подполковник А. Емельянов (1918 йылдың август—октябре);
- поручик Набоков (1919 йылдың ғинуары);
- штабс-капитан А. Ғәбиҙуллин (1919 йылдың ноябре).
1918 йылдың июнендә ҡабул ителгән Башҡорт ғәскәренең айырыу билдәләре (1-се Башҡорт пехота полкы), | |||||
---|---|---|---|---|---|
Һалдаттар һәм кесе командирҙар | |||||
![]() |
![]() |
![]() |
![]() |
![]() |
![]() |
Рядовой | Ефрейтор | Бомбардир | Унтер-офицер | Фельдфебель | Подпрапорщик |
Обер-офицерҙар | Штаб-офицер | |||||
---|---|---|---|---|---|---|
![]() |
![]() |
![]() |
![]() |
![]() |
![]() |
![]() |
Прапорщик | Подпоручик | Поручик | Штабс-капитан | Капитан | Подполковник | Полковник |
Әҙәбиәт
- Багаутдинов Р. О. Участие башкир в Белом движении (1917—1920). — Уфа, 2009.
- Багаутдинов Р. О. Участие белых башкирских национальных частей на Екатеринбургском фронте // II Емельяновские чтения: Материалы Всероссийского научно — практической конференции (Курган, 11 — 12 мая 2007 г.). — Курган: Изд.-во Курганского гос. ун-та, 2007. — 293 с. С. 135—136.
- Национально-государственное устройство Башкортостана (1917—1925): документы и материалы в 4-х томах / сост. Б. Х. Юлдашбаев. — Уфа: Китап, 2002.
- Туракаев И. Башкирские части в гражданскую войну. — Уфа, 1929.
- Башкирский корпус на Востоке России 2014 йылдың 3 сентябрь көнөндә архивланған.
- Войсковое управление Правительства Башкурдистана 2016 йылдың 10 ноябрь көнөндә архивланған.
- Таймасов Р. С. Участие башкир в Гражданской войне: книга первая. В лагере контрреволюции (1918 — февраль 1919 гг.). — Уфа, 2009. — 200 с. — ISBN 978-5-7477-2159-3.
- Ярмуллин А. Ш. Башҡорт армияһы тарихынан. — Өфө: Китап, 2012. — 277 с. — ISBN 978-5-295-05503-4.
Һылтанмалар
- Таймасов Р. С. 2-се Башҡорт уҡсылар дивизияһы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Таймасов Р. С. Вторая Башкирская стрелковая дивизия // Военная история башкир / гл. ред. А. З. Асфандияров. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 2013. — 432 с. — ISBN 978-5-4466-0040-3.
- YouTube сайтында «Башкортостан:становление республики»