6-сы Башҡорт уҡсылар полкы

6-сы Башҡорт уҡсылар полкы — Рәсәйҙәге Граждандар һуғышы осорондағы Башҡорт армияһының хәрби формированиеһы[1].

Тарихы

1918 йылдың 18 июнендә Башҡорт хәрби шураһы тарафынан әҙерләнгән планға ярашлы, Башҡортостан автономияһында йәшәгән башҡорттарҙан ете пехота һәм ат полкы, шулай уҡ бер артиллерия бригадаһын, шул иҫәптән 6-сы пехота полкын ойоштороу күҙаллана. Пехота полкы Стәрлетамаҡ өйәҙендә формалаша, бынан тыш уның составына Уҫы өйәҙе башҡорттарын йәлеп ите= планлаштырыла[2].

Башҡорт хәрби шураһының 1918 йылдың 16 октябрендәге бойороғона ярашлы Ырымбур ҡалаһында Стәрлетамаҡ өйәҙе башҡорттарынан 6-сы Башҡорт пехота полкы ойошторола. Полкты ойоштороу эше менән подпоручик Әүхәҙи Ишмырҙин шөғөлләнә, һуңынан уның командиры итеп тәғәйенләнә[3]. 1918 йылдың 25 октябрендә 6-сы Башҡорт уҡсылар полкы тип үҙгәртелә.

Башҡа башҡорт уҡсылар частарынан айырмалы, 6-сы Башҡорт уҡсылар полкы Башҡорт Хөкүмәтенә туранан-тура буйһона. Полк ҡарамағында Юрматы кантоны һәм ирекле отряд була. 1918 йылдың икенсе яртыһында, Ҡыҙыл Армия Башҡортостан автономияһы биләмәләренә яҡынлашҡас, 6-сы Башҡорт уҡсылар полкы фронтҡа юллана һәм 1919 йылдың февраленә ҡәҙәр Стәрлетамаҡ фронты алыштарында ҡатнаша[3].

1919 йылдың ғинуарында Башҡорт айырым корпусының 2-се Башҡорт уҡсылар дивизияһы составына инә[4]. Ғинуар аҙағына ҡарай полк составында 1 пулемет, 450 мылтыҡ менән ҡоралланған 550 кеше иҫәпләнә[5].

Башҡорт хөкүмәте һәм армияһы ҡыҙылдар яғына күскәс, 1919 йылдың 18-20 февралендә 5-се һәм 6-сы уҡсылар полктары, һуңынан 1-се һәм 2-се уҡсылар полктары фронт һыҙығын тәүгеләрҙән булып үтә[3]. 1919 йылдың февралендә полк таратыла[4].

Командирҙары

Иҫкәрмәләр

  1. Карточка издания: Башкирские национальные формирования: тактика и стратегия (март 1918 - февраль 1919 гг.). unis.shpl.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 ғинуар 2025.
  2. Багаутдинов Р. О. Участие башкир в Гражданской войне 1917—1922 гг. / Диссертация на соискание ученой степени доктора исторических наук. — Уфа, 2019. — С. 205.
  3. 1 2 3 История башкирских родов. Юрматы. Том 30. Ч. 2 / С. И. Хамидуллин, Б. А. Азнабаев, И. Р. Саитбатталов, И. З. Султанмуратов, Р. Р. Шайхеев, Р. Р. Асылгужин, В. Г. Волков, А. А. Каримов, А. М. Зайнуллин. — Уфа: Китап, 2018. — С. 165—166. — 808 с. — ISBN 978-5-295-06979-6.
  4. 1 2 Таймасов Р. С. Шестой Башкирский стрелковый полк // Военная история башкир: энциклопедия / гл. ред. А. З. Асфандияров. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 2013. — 432 с. — ISBN 978-5-4466-0040-3.
  5. Таймасов Р. С. Участие башкир в Гражданской войне: книга первая. В лагере контрреволюции (1918 — февраль 1919 гг.). — Уфа, 2009. — С. 144. — 200 с. — ISBN 978-5-7477-2159-3.

Әҙәбиәт