1-се Башҡорт уҡсылар полкы

1-се Башҡорт уҡсылар полкы (1918 йылдың 25 октябренә тиклем — 1-се Башҡорт пехота полкы) — Башҡорт хөкүмәтенең тәүге регуляр хәрби формированиеһы.

Тарихы

1-се Башҡорт пехота полкы Башҡорт хәрби шураһының 1918 йылдың 13 июнендәге бойороғона ярашлы Силәбе ҡалаһында Мосолман ирекле отряды нигеҙендә ойошторола[1].

1918 йылдың июленән 1-се Урал пехота дивизияһы составында була. 1918 йылдың авгусында Башҡорт хөкүмәте менән бергә Ырымбурға күсә, бында 2-се Башҡорт пехота дивизияһы составына инә.

Ырымбур ҡалаһы ул ваҡыттағы Башҡортостан автономияһының хәрби-сәйәси үҙәге Силәбенән алыҫ булғанға күрә, Башҡорт хөкүмәтенең хәрби-ойоштороу мәсьәләләр буйынса вәкәләттәре Ырымбур хәрби бүлегенә бирелә. Был хәрби бүлек 4-се Башҡорт пехота полкын төҙөү менән етәкселек итә, уны бөтә кәрәк-яҡтар һәм офицер кадрҙары менән тәьмин итә. 4-се Башҡорт пехота полкы Башҡорт айырым корпусының 2-се Башҡорт пехота дивизияһы составына инә[1].

1918 йылдың 25 октябрендә 1-се Башҡорт пехота полкына «уҡсылар» атамаһы бирелә. 1918 йылдың ноябрендә 2-се Башҡорт уҡсылар дивизияһы таратылғас, полк 1-се Башҡорт уҡсылар дивизияһы составына керә[1].

Власҡа адмирал А. В. Колчак килгәндән һуң, 1918 йылдың 20 ноябрендә Юғары баш командующий штабының бойороғона ярашлы, 1-се Башҡорт уҡсылар дивизияһы 10-сы уҡсылар дивизияһы тип үҙгәртелә, ә 1-се Башҡорт полкына 37-се номер бирелә.

1919 йылдың 9 ғинуарында Башҡорт ғәскәренең штабы полкка элекке номерын ҡайтара.

Рәсәйҙә Граждандар һуғышы барышында 1-се Башҡорт уҡсылар полкы Екатеринбург (1918 йылдың июнь-авгусы), Орск (1918), Аҡтүбә һәм Стәрлетамаҡ (1918 йылдың декабре — 1919 йылдың феврале) фронттарында Ҡыҙыл Армия частарына ҡаршы алыштарҙа ҡатнаша.

1919 йылдың февралендә, Башҡорт хөкүмәте һәм армияһы Совет власы яғына күскәндән һуң, полк таратыла[1].

Айырыу билдәләре

1918 йылдың 14 июнендә Башҡорт хөкүмәтенең ҡарары буйынса полк яугирҙарының хәрби формаһында милли айырмалыҡ системаһы индерелә. Һул еңгә күк төҫтәге ҡалҡан рәүешендә билдә (киңлеге яҡынса 9 см, оҙонлоғо 11 см) беркетелә, ҡалҡандың түбәнге өлөшөндә полктың номеры, ә уртаһында көмөш ярым ай ҡуйыла. Көмөш ярым ай өҫтөндә хәрби званиеларҙың айырмалыҡ билгеләре урынлаштырыла: офицерҙарҙа — йондоҙҙар (званиеға ярашлы, штаб-офцерҙарҙа — алтын, обер-офицерҙарҙа көмөш төҫтә); ефрейторҙар, кесе һәм өлкән унтер-офицерҙар — көмөш, ә подпрапорщиктар алтын уҡа сиккән. Баш кейеменә кокарда урынына, чехословак корпусындағы кеүек, күк таҫма беркетелгән.

1-се Башҡорт пехота полкының 1918 йылдың 14 июнендә ҡабул ителгән билдәләре
Һалдаттар һәм кесе командирҙар
Рядовой.1БП.png Ефрейтор.1БП.png Бомбардир.1БП.png Унтер-офицер.1БП.png Фельдфебель.1БП.png Подпрапорщик.1БП.png
Рядовой Ефрейтор Бомбардир Унтер-офицер Фельдфебель Подпрапорщик
Обер-офицерҙар Штаб-офицерҙар һәм генералдар
Поручик.1918.png Штабс-капитан.1918.png Капитан.1918.png Подполковник.1918.png Полковник.1918.png Генерал-майор.1918.png Генерал-лейтенант.1918.png Генерал.1918.png
Поручик Штабс-капитан Капитан Подполковник Полковник Генерал-майор Генерал-лейтенант «Тулы» генерал

Командирҙары

  • поручик Харис Туймаҡаев (1918 йылдың июне — 1918 йылдың сентябре)
  • подполковник Ибраһим Якубовский (1918 йылдың сентябре — 1919 йылдың ноябре)
  • штабс-капитан Сөләймән Ишмырҙин (1918 йылдың ноябре — 1919 йылдың феврале)

1918 йылдың ноябренән хәрби формированиела Хәбибулла Ғәбитов полк муллаһы булып хеҙмәт итә.

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 3 4 Таймасов Р. С. 1-й Башкирский пехотный полк // Военная история башкир: энциклопедия / гл. ред. А. З. Асфандияров. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 2013. — 432 с. — ISBN 978-5-4466-0040-3.

Әҙәбиәт