4-се Башҡорт уҡсылар полкы
4-се Башҡорт уҡсылар полкы (1918 йылдың 25 октябренә тиклем — 4-се Башҡорт пехота полкы) — Башҡорт армияһының Рәсәйҙәге Граждандар һуғышы осорондағы хәрби формированиеһы.
Тарихы
4-се Башҡорт пехота полкы Башҡорт хәрби шураһының 1918 йылдың 18 июлендәге бойороғона ярашлы Ырымбур ҡалаһында ойошторола һәм Ырымбур өйәҙе башҡорттарынан туплана. Полкты ойоштороу эше менән Башҡорт хөкүмәтенең Ырымбур хәрби бүлеге ағзаһы штабс-капитан Ҡасим Йәнекәев шөғөлләнә, аҙаҡ уның командиры итеп тәғәйенләнә[1].
Ырымбур ҡалаһы ул ваҡыттағы Башҡортостан автономияһының хәрби-сәйәси үҙәге Силәбенән алыҫ булғанға күрә, Башҡорт хөкүмәтенең хәрби-ойоштороу мәсьәләләр буйынса вәкәләттәре Ырымбур хәрби бүлегенә тапшырыла. Был хәрби бүлек 4-се Башҡорт пехота полкын төҙөү, уны кәрәк-яҡтар һәм офицер кадрҙары менән тәьмин итеү менән шөғөлләнә. 4-се Башҡорт пехота полкы Башҡорт айырым корпусының 2-се Башҡорт пехота дивизияһы составына инә.
1918 йылдың сентябрь аҙағында полк Орск ҡалаһын алыуҙа ҡатнаша. 1918 йылдың октябрь-ноябрендә 4-се Башҡорт пехота полкы Аҡтүбә фронты алыштарына инә. 1918 йылдың декабренән 1-се Башҡорт уҡсылар дивизияһы составында Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл армияһының 1-се армияһына ҡаршы һуғыша. 1919 йылдың февралендә, Башҡорт хөкүмәте һәм армияһы Совет власы яғына күскәндән һуң, полк таратыла[1].
Командирҙары
- Ҡасим Йәнекәев (1918 йылдың июле — 1919 йылдың феврале)
- Байрашевский (1919 йылдың февраленән)
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 Таймасов Р. С. 4-й Башкирский пехотный полк // Военная история башкир: энциклопедия / гл. ред. А. З. Асфандияров. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 2013. — 432 с. — ISBN 978-5-4466-0040-3.
Әҙәбиәт
- Багаутдинов Р. О. Участие башкир в Белом движении (1917—1920). — Уфа, 2009.
- Таймасов Р. С. Участие башкир в Гражданской войне: книга первая. В лагере контрреволюции (1918 — февраль 1919 гг.). — Уфа, 2009. — 200 с. — ISBN 978-5-7477-2159-3.
- Ярмуллин А. Ш. Башҡорт армияһы тарихынан. — Өфө: Китап, 2012. — 277 с. — ISBN 978-5-295-05503-4.