2-се Башҡорт уҡсылар дивизияһы

2-се Башҡорт уҡсылар дивизияһы (19181919) — Рәсәйҙә Граждандар һуғышы ваҡытында ойошторолған Башҡорт армияһының хәрби формированиеһы.

Ойошторолоуы һәм тарихы

Дивизия Башҡорт хәрби шураһының 1918 йылдың 13 авгусындағы бойороғо буйынса Ырымбурҙа ойошторола. Дивизия составына 1-се һәм 4-се Башҡорт пехота полктары инә.

2-се Башҡорт уҡсылар дивизияһы Халыҡ армияһы (Комуч) составында була, 1918 йылдың сентябренән — Башҡорт айырым корпусына инә.

1918 йылдың 21 октябрендә КОМУЧ-тың барлыҡ ҡораллы көстәре штабы начальнигы Юғары Баш командующий генерал-лейтенант С. Н. Розановтың бойороғо буйынса дивизия тарҡатыла. Уның барлыҡ төркөмдәре 1-се Башҡорт уҡсылар дивизияһы составына инә.

1919 йылдың 9 ғинуарында, Башҡорт ғәскәре штабы начальнигының бойороғо буйынса, дивизия тергеҙелә. Уның составына Ғ. С. Иҙелбаев исемендәге 2-се Башҡорт кавалерия полкының 4 эскадроны, Ә. Б. Ҡарамышев исемендәге 1-се Башҡорт кавалерия полкы, 5-се һәм 6-сы Башҡорт уҡсылар полктары инә. Дивизия Ырымбур айырым армияһы составында була, ә 1919 йылдың 26 ғинуарынан Башҡорт ғәскәре башлығы Ә. Валидовтың бойороғо буйынса яңы ойошторолған Башҡорт корпусы составына инә.

2-я Башкирская стрелковая дивизия была расформирована после перехода Башкирского Правительства и войска на сторону Советов.

Дивизия полктары Екатеринбург (август 1918 йыл), Верхнеурал (июль—август 1918 йыл), Орск (сентябрь 1918 йыл), Аҡтүбә (октябрь—ноябрь 1918 йыл), Стәрлетамаҡ (декабрь 1918 йыл — февраль 1919 йыл) фронттарында һуғыша.

Башҡорт Хөкүмәте ғәскәре менән Советтар яғына сыҡҡас, 2-се Башҡорт уҡсылар дивизияһы тарҡатыла.

Дивизия начальниктары

  • подполковник А. Емельянов (1918 йылдың август—октябре);
  • поручик Набоков (1919 йылдың ғинуары);
  • штабс-капитан А. Ғәбиҙуллин (1919 йылдың ноябре).
1918 йылдың июнендә ҡабул ителгән Башҡорт ғәскәренең айырыу билдәләре (1-се Башҡорт пехота полкы),
Һалдаттар һәм кесе командирҙар
Рядовой.1БП.png Ефрейтор.1БП.png Бомбардир.1БП.png Унтер-офицер.1БП.png Фельдфебель.1БП.png Подпрапорщик.1БП.png
Рядовой Ефрейтор Бомбардир Унтер-офицер Фельдфебель Подпрапорщик
Обер-офицерҙар Штаб-офицер
Прапорщик.1БП.png Подпоручик.1БП.png Поручик.1БП.png Штабс-капитан.1БП.png Капитан.1БП.png Подполковник.1БП.png Полковник.1БП.png
Прапорщик Подпоручик Поручик Штабс-капитан Капитан Подполковник Полковник

Әҙәбиәт

  • Таймасов Р. С. Участие башкир в Гражданской войне: книга первая. В лагере контрреволюции (1918 — февраль 1919 гг.). — Уфа, 2009. — 200 с. — ISBN 978-5-7477-2159-3.
  • Ярмуллин А. Ш. Башҡорт армияһы тарихынан. — Өфө: Китап, 2012. — 277 с. — ISBN 978-5-295-05503-4.