Учредителдәр йыйылышы ағзалары комитеты

Бөтә Рәсәй Ойоштороу йыйылышы ағзалары комитеты (ҡыҫҡаса Комуч йәки КОМУЧ) Рәсәйҙең большевиктарға ҡаршы беренсе Бөтә Рәсәй хөкүмәте[1], 1918 йылдың 8 июнендә Һамарҙа 1918 йылдың 6 ғинуарындағы ВЦИК декретына ярашлы Йыйылышты юҡҡа сығарыу менән риза булмаған Ойоштороу йыйылышы[2] ағзалары тарафынан булдырыла.

Ойоштороу йыйылышының эшмәкәрлеген яңыртыуға Чехословак корпусының большевиктарға ҡаршы сығышы сәбәпсе була. Артабан (23 сентябрҙә) Комуч Бөтә Рәсәй Ваҡытлы хөкүмәтен («Өфө директорияһы») ойоштороуҙа ҡатнаша, ә ноябрь — декабрҙә власты Юғары хаким А. В. Колчак ҡулына тапшырған хәрби түңкәрелеш һөҙөмтәһендә уның структуралары тулыһынса юҡ ителә. Ғәмәлдә Комуч власы Волга буйы һәм Көньяҡ Урал территорияларының айырым өлөштөренә генә таралған була.

Комучтың агитация-мәҙәни-мәғрифәт бүлеге яңы властың рәсми баҫмаһы — «Бөтә Рәсәй Ойоштороу йыйылышы ағзалары комитеты хәбәрсеһе» гәзитен — сығара.

Комучтың беренсе составы

Комучтың беренсе составына Ойоштороу йыйылышы ағзалары булған биш эсер: В. К. Вольский (рәйес), Иван Брушвит, Прокопий Климушкин, Борис Фортунатов һәм Иван Нестеров инә.

Финанс эшмәкәрлеген алып барған финанстар һәм учреждениелар менән идара итеү Брушвитҡа, аҙыҡ-түлек һәм сәнәғәт органдары — на Вольскийға, хакимиәт эштәре, һаҡ һәм үҙидара органдары — Климушкинға, юлдар һәм халыҡ мәғарифы ведомстволары — на Нестеровҡа йөкмәтелә[3].

Комуч власының нығыныуы

Интервенттар һәм аҡтар биләгән территорияла Комуч Бөтә Рәсәй Ойоштороу йыйылышы исеменен үҙен Йыйылыштың яңы саҡырылышына тиклем Рәсәйҙәге ваҡытлыса юғары власть тип иғлан итә. Һуңғараҡ, Ойоштороу йыйылышының Һамарға күсеп килгән тағы ла бер төркөмө инеү иҫәбенә (башлыса, эсерҙар), Комитет байтаҡҡа киңәйә. 1918 йылдың сентябре һуңында уның сафында 97 кеше була. Ошо ваҡытҡа Комучтың башҡарма власы Евгений Роговский (бер үк ваҡытта дәүләт һағы ведомстволары идарасыһы) рәйеслегендәге «Ведомстволар менән идара итеүселәр советы» ҡулында була.

Һамарҙы Чехословак корпусы яулаған көндө Комуч үҙенең "Халыҡ армияһы"н булдыра башлай. 1918 йылдың 9 июнендә Һамарҙа 350 кешенән торған 1-се Һамар ирекле дружинаһы ойошторола (капитан Бузковтың йыйылма пехота батальоны (2 рота, 90 штык), штабс-ротмистр Стафиевскийҙың атлылар эскадроны (45 ҡылыс), капитан Вырыпаевтың Волга атлы батареяһы (2 орудие һәм 150 хеҙмәтсе), атлы разведка, шартлатыу командаһы һәм хужалыҡ часы)[4]. Дружина менән етәкселек итеүҙе Генераль штаб подполковнигы В. О. Каппель үҙ өҫтөнә ала. Уның командованиеһында ғәскәрҙәр 1918 йылдың йәйендә Ҡыҙыл Армияны бер нисә ауыр еңелеүгә дусар итә; — 1918 йылдың 11 июнендә Каппель Сызранды ала; — 12 июндә Каппелдың доброволецтар отряды Һамарға кире ҡайта, унан Волга буйлап ҡаланы яулап алыр өсөн Ставрополгә (хәҙер Тольятти) ташлана. Каппель маҡсаттарына өлгәшә, юл ыңғайы ҡала ҡаршыһындағы Волга буйын ҡыҙылдарҙан таҙарта; — 10 июлдә Каппель Сызрань тирәһендә ҡаланы ҡабат алған ҡыҙылдар менән яңы алыш алып бара һәм ҡаланы Комуч ҡарамағына тапшыра; — Артабан Боғорослан һәм Быҙаулыҡ баҫып алына. Мелекесс станцияһы янындағы ауыр алыштан һуң большевиктар Сембергә сигенә һәм Каппель Һамарҙы һаҡлап ҡала; — 17 июлдә берләшкән урыҫ-чех отряды (2 пехота батальоны, атлы эскадрон, казак йөҙлөгө, 3 батарея) подполковник Каппель етәкселегендә Сембергә һөжүм итә һәм 150 километрлыҡ марш-бросок эшләп, 1918 йылдың 21 июлендә ҡыҙылдарҙың һан яғынан өҫтөнлөклө командаһы обороналаған ҡаланы яулап ала.

7 августа, ҡыҙылдарҙың Көнсығыш фронтын көсәйтеүенә[5], «революция ҡурҡыныс аҫтында» тип иғлан иткән Троцкийҙың Волгаға шәхсән килеп етеүенә ҡарамаҫтан, подполковник В. О. Каппель командованиеһындағы ғәскәрҙәр Кама тамағында ҡаршы сыҡҡан ҡыҙылдар флотилияһын тар-мар итеп, Ҡазанды ала һәм уның менән бергә ҡорал, боеприпастар, медикаментар, амуниция, шулай уҡ Рәсәйҙең алтын запасы (тәңкәләрҙә 650 миллион алтын һум, кредит билдәле 100 миллион һум, алтын, платина ҡойолмалары, башҡа ҡиммәттәр) менән ифрат ҙур складтарын ала. Ҡазанда булған генерал Андогский етәкселегендәге Генераль штаб академияһы тулы составында большевиктарға ҡаршы лагерь яғына сыға.

Шулай итеп, 1918 йылдың авгусына «Ойоштороу йыйылышы территорияһы» көнбайыштан көнсығышҡа 750 саҡрымға (Сызрандән Златоустҡа тиклем, төньяҡтан көньяҡҡа — 500 саҡрым (Семберҙән Вольскиға тиклем) һуҙыла. Комуч власы, Һамар, Һарытау (өлөшө), Сембер, Ҡазан һәм Өфө губерналарына тарала, уның хакмлығын Ырымбур һәм Урал казактары ла таный.

Шулай уҡ Комуч Һамарға Әлихан Букәйханов һәм Мостафа Шоҡай етәкселегендәге ҡаҙаҡ «Алаш-Урҙа» вәкилдәрен саҡыра һәм улар менән ҡыҙылдарға ҡаршы хәрби-сәйәси союз төҙөй.

Комуч, үҙенә тоғро булған хәрби көстәргә таянып, түбәнге сараларҙы үткәрә: рәсми рәүештә 8 сәғәтлек эш көнө билдәләнә, эшселәр йыйылыштары һәм крәҫтиәндәр сходтары рөхсәт ителә, фабрика-завод комитеттары һәм профсоюздар һаҡланып ҡала. Комуч бөтә совет декреттарын юҡҡа сығара, завод-фабрикалар һәм банктарҙы хужаларына кире ҡайтара, шәхси эшҡыуарлыҡтың азатлығын иғлан итә, земстволарҙы, ҡала думаларын һәм башҡа советтарға тиклемге учреждениеларҙы тергеҙә. Аҡ һәм ҡыҙыл идеологик ҡараштар араһында икеләнеү арҡаһында Комуч ҡапма-ҡаршылыҡлы ҡарарҙар сығара: ерҙе дәүләткә биреү тураһында иғлан итә, шул уҡ ваҡытта ер хужаларына крәҫтиәндәр файҙаһына тартып алынған үҙҙәренең элекке биләмәләрен ҡайтарып, хатта 1917 йылғы уңышты йыйып алырға мөмкинлек бирә. Ауыл райондарына ер хужаларының һәм хәлле крәҫтиәндәрҙең (совет терминологияһында — кулактар) милеген яҡлау, шулай уҡ рекрут йыйыу, һуңынан Халыҡ армияһына ирҙәрҙе мобилизациялау өсөн хәрбиләштерелгән экспедициялар ебәрә.

Комуч һәм Башҡорт хөкүмәте

Комуч Башҡорт хөкүмәтен таный. Август аҙағында Башҡорт хөкүмәте Комуч менән Халыҡ армияһы составындағы Башҡорт ғәскәренең махсус статусын таныу буйынса килешеүгә ҡул ҡуя. Сентябрҙә 1-се һәм 2-се Башҡорт уҡсылар дивизиялары Айырым Башҡорт корпусына берләштерелә. Комитет Башҡорт хәрби формированиеларын кейендереү һәм ҡоралландырыу өсөн 5 мең кейем комплекты, 1 мең винтовка һәм 10 пулемёт бүлә, үҙенең баҫмалары ярҙамында башҡорт халҡының мобилизацияһына булышлыҡ итә[6].

Комучтың ҡолауы

Халыҡ армияһының артабанғы уңышһыҙлыҡтарында Австро-Венгрия ҡолап, Чехословакияның бойондороҡһоҙлоҡ алыуы сәбәпле чехтарҙың большевиктарға ҡаршы көрәштән сығыуы, В. О. Каппелдең Волгалағы беренсе уңыштары, Комуч контролендә бик күп территориялар булыуы мобилизация буйынса ҙур мөмкинлектәр биреүгә ҡарамаҫтын, Комучтың эсер етәкселеге резерв әҙерләмәүе төп ролде уйнай.

Комучтың абруйы төшөүе һөҙөмтәһендә Халыҡ армияһында индерелә башланған корпус системаһы реформаһы ла мобилизация сараларының юҡҡа сығыуы арҡаһында уңышһыҙлыҡҡа осрай. Бигерәк тә Волга буйының эшсе синыфы бының менән килешмәй. Мәҫәлән, Һамар оҫтаханалары депоһы мастеровойҙары һәм эшселәре дөйөм йыйылышы ҡарарында шундай юлдар була:

« Протестовать против этой мобилизации и требовать от членов Учредительного собрания прекращения братоубийственной войны…[7] »

1918 йылдың 6 июлендә Һамарҙа ҡаршылыҡ белдергән тимер юлсыларының ҙур митингы үтә, уларҙың Комучҡа карата нәфрәттәре шул тиклем көслө була, хатта ҡала коменданты ғәскәр саҡыртырға мәжбүр була.

Мобилизация иғлан иткәндән һуң, Комучтың эсер етәкселеге элекке крәҫтиәндәргә таяныу идеяһына кире ҡайта. Крәҫтиәндәрҙе Комуч тирәһендә туплау һәм мобилизацияны уңышлы үткәреү өсөн хөкүмәт ауыл сходтарын, улус һәм өйәҙ крәҫтиән съездарын үткәрә. Һөҙөмтәләр эсерҙарҙы шаҡ ҡатыра: крәҫтиәндәр Граждандар һуғышында ҡатнашырға теләмәй, сходтарҙа новобранецтарҙы армияға бирмәҫкә, хатта, һуғыш алып барыу өсөн булһа, һалымдарҙы ла түләмәҫкә ҡарар сығарыла. Мобилизацияланған эшселәр һәм крәҫтиәндәр большевиктарға ҡаршы һуғышырға теләмәй, һәр уңайлы осраҡты файҙаланып, ҡасыу яғын ҡарай, үҙ офицерҙарын бәйләп, ҡыҙылдарға әсирлеккә бирелә.

Армияла асыҡтан-асыҡ буйһонмау осраҡтары арта. 8 сентябрҙә Һамарҙа урынлашҡан ике полк фронтҡа сығыуҙан баш тарта. Уларҙы баҫтырыу өсөн 3 броневик, пулемёт командаһы һәм кавалерия саҡыртыла — һалдаттар атылыу хәүефе аҫтында ғына ҡоралдарын һалырға мәжбүр була. 18 сентябрҙә, атылыу хәүефенә ҡарамаҫтан, ғәскәрҙәрҙең тотош эшелоны баш тарта. Һамарҙа торған 14-се Өфө полкында дезертирлыҡ өсөн атылыу тураһында хәбәрҙәр йыш тарала, полкта большевистик агитация осраҡтары даими күҙәтелә. Полкта һәм 1-се Георгий батальонында дезертирлыҡ өсөн ҡулға алынған әсирҙәрҙе гауптвахтанан ҡотҡарырға маташыу уңышһыҙ тамамланғас, нигеҙҙә эшселәрҙән торған 3-сө Һамар полкының баш күтәреүе айырыуса ҡанһыҙлыҡ менән баҫтырыла. Был ваҡытта ҡалала булған генерал С. Н. Люпов иҫләүенсә, сафтан һәр өсөнсө кеше сығарып атылған; һуңғараҡ фронтҡа барыуҙан баш тартҡан 900 новобранецтар атып үлтерелә.

Август һуңында-сентябрҙә ҡыҙылдар стратегик инициативаны үҙ ҡулына ала. 1918 йылдың сентябрендә Комуч Халыҡ армияһы көсәйтелгән Ҡыҙыл армияның Көнсығыш фронтынан бер нисә тапҡыр еңелә. Ҡыҙыл Армияның еңелгәндән ҡалған һәм Ҡазандан сигенеп Свияжскта урынлашҡан өлөшө эргәһенә хәрби эштәр буйынса халыҡ комиссары ыһәм Совет Республикаһының Юғары хәрби советы рәйесе Троцкий үҙе килеп, унда йәнле эшмәкәрлек алып бара һәм тарҡау, тәртип булмаған ғәскәр араһында тәртип урынлаштырыу өсөн иң ҡаты саралар ҡуллана (сигенгән һәр унынсы ҡыҙылармеец атыла). 5-се армия большевиктар ҡулында ҡалған Волга аша стратегик әһәмиәтле күпер арҡаһында тиҙ арала өҫтәмә көс менән нығытыла һәм тиҙҙән Ҡазан өс яҡтан ҡыҙылдар ҡамауында ҡала. Большевиктар етәкселеге Балтик флоты составынан Волгаға 3 миноносец күсерә, ҡыҙылдарҙың Волгалағы урындағы пароходтары ауыр диңгеҙ орудиелары менән ҡоралланған була. Һыуҙа өҫтөнлөк тиҙ арала ҡыҙылдарға күсә. Доброволецтарҙың көсө кәмей, ә ҡыҙылдар, киреһенсә, Волгаға үҙҙәренең иң яҡшы ғәскәрҙәрен — Император армияһы ваҡытынан һаҡланып ҡалған һәм иҫке империя ғәскәрҙәренә ҡаршы большевиктарға ярҙам иткән латыш полктарын йүнәлтә. Сентябрь һуңына халыҡ армияһы элек Комуч контролләгән территорияларҙың ҙур өлөшөн ҡалдыра (Сембер, Вольск, Хвалынск ҡолай).

1918 йылдың 23 сентябрендә Өфөлә үткән Дәүләт кәңәшмәһендә Өфө директорияһы (Ваҡытлы Бөтә Рәсәй хөкүмәте) ойошторола. Директория үҙ-ара ярышҡан Комуч, Себер дәүләте һәм башҡа төбәк хөкүмәттәрен берләштерә. Директория үҙенең эшмәкәрлеге тураһында отчетын Ойоштороу йыйылышына бирергә тейеш була. Шул уҡ ваҡытта Бөтә Рәсәй Ойоштороу йыйылышы 1919 йылдың 1 ғинуарында, әгәр 250 депутат йәки 170 Ойоштороу йыйылышы ағзаһы йыйылһа, эш башлай, тип иғлан ителә. 1919 йылдың 1 февралендә Өфө кәңәшмәһе Комуч урынына Ойоштороу йыйылышының бөтә ағзалары Бөтә Рәсәй ойоштороу йыйылышының Съезын ойоштора, тип иғлан итә, съезд даими ғәмәлдә булған дәүләт-хоҡуҡи учреждениеһы тип иҫәпләнә, төп урыны Екатеринбургта урынлаша[8].

1918 йылдың 28 сентябрендә генерал В. Г. Болдырев бөтә ҡоро ер һәм диңгеҙ ҡораллы көстәре Юғары башкомандующийы итеп тәғәйенләнә. Халыҡ армияһы, Себер армияһы менән берләшеп, формаль рәүештә ғәмәлдән сығарала. Әммә хәрби частарға был үҙгәрештәр ҡағылмай, улар үҙ алдына сигенә. Волга тулыһынса большевиктарға ҡала: 1918 йылдың 3 октябрендә — Сызрань, 8 октябрҙә Комучтың элекке баш ҡалаһы Һамар ҡолай.

Комуч ағзаларының яҙмышы

Адмирал Колчак власҡа килгәндән һуң, 1918 йылдың 18 ноябрендә, Директория һәм уның эргәһендә ойошторолған учреждениеларҙы генерал В. О. Каппель тарата.

Ойоштороу йыйылышы съезы ағзалары түңкәрелешкә ҡаршы сығып ҡарай, Һөҙөмтәлә «Екатеринбургта булған Черновты һәм Ойоштороу йыйылышының башҡа әүҙем ағзаларын ҡулға алыу буйынса саралар күрергә» тигән бойороҡ бирелә. Екатеринбургтан һөрөлгән депутаттар Өфөлә йыйыла, бында улар Колчакка ҡаршы агитация алып барырға маташа. 1918 йылдың 30 ноябрендә Колчак «ихтилал күтәрергә маташҡандары һәм ғәскәрҙәр араһында емерткес эш алып барғандары өсөн» Ойоштороу йыйылышының элекке ағзаларын хәрби судҡа бирергә бойора. 2 декабрҙә полковник Круглевский командованиеһында махсус отряд Ойоштороу йыйылышы съезы ағзаларының бер өлөшөн (25 кеше) ҡулға ала. Улар тауар вагондарында Омскиға килтерелә һәм төрмәгә ябыла. Бынан алдараҡ, 1918 йылдың 24 ноябрендә, Красильников отряды офицерҙары тарафынан депутат Б. Н. Моисеенко законһыҙ ҡулға алына һәм үлтерелә. 1918 йылдың 22 декабренән 23 декабренә ҡараған төндә Омскиҙа большевиктарҙың уңышһыҙ ихтилалы баҫтырғандан һуң төрмәлә булған Ойоштороу йыйылышы ағзаһы Нил Фомин һәм 9 күренекле эсер һәм меньшевик поручик Барташевский менән капитан Рубцов етәкселегендәге Колчак офицерҙары тарафынан бер ниндәй хөкөмһөҙ ҡылыстар менән тураҡлана һәм атыла[9].

Эсерҙарҙың Комучтың элекке башлығы Владимир Вольский етәкселегендәге йәшерен төркөмө Ҡыҙыл Армия Өфөнө алғандан һуң большевиктар менән һөйләшеүҙәр алып барыу өсөн "Өфө делегацияһы"н төҙөй. Һуңыраҡ улар Совет власын танырға һәм контрреволюцияға ҡаршы көрәш өсөн уның етәкселегендә берләшергә өндәй.

Библиография

Каппель и каппелевцы. 2-е изд., испр. и доп. — М.: НП «Посев», 2007. — ISBN 978-5-85824-174-4

Иҫкәрмәләр

  1. К. М. Александров. О Гражданской войне Архивная копия от 4 ғинуар 2012 на Wayback Machine
  2. Бөтә Рәсәй ойоштороу йыйылышы
  3. Санникова Н. А. Документы Комитета членов Всероссийского Учредительного собрания (источниковедческий обзор материалов фондов Центрального государственного архива Самарской области) Архивная копия от 28 апрель 2021 на Wayback Machine // XX век и Россия: Общество, реформы, революции. — 2017. — № 5.
  4. Каппель и каппелевцы / 2-е изд., испр. и доп. — М.: НП «Посев», 2007. — ISBN 978-5-85824-174-4. — С. 41.
  5. 1-я армия Тухачевского в составе 7 тыс. штыков и 30 орудий, а также Вольская дивизия из состава 4-й армии. В Казани под личным руководством командующего Восточным фронтом Вацетиса сосредотачивалась 5-я советская армия в составе 6 тысяч бойцов, 30 орудий, 2 бронепоездов, 2 аэропланов и 6 вооружённых пароходов.
  6. Комитет членов Всероссийского Учредительного собрания
  7. Каппель и каппелевцы. 2-е изд., испр. и доп. — М.: НП «Посев», 2007. — ISBN 978-5-85824-174-4 — С. 641.
  8. Учредительное собрание и Российская действительность, или История несостоявшейся встречи
  9. Иоффе Г. З. Колчаковская авантюра и её крах. — М.: Мысль, 1983. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 май 2011. Архивировано 20 декабрь 2010 года.

Әҙәбиәт

  • Лелевич Г. Обзор литературы о самарской Учредилке / Г. Лелевич // Пролетарская революция. — 1922. — № 7. — С. 225—229.
  • Попов Ф. Г. За власть Советов. Разгром Самарской учредилки. — Куйбышев, 1959.
  • Протасов Л. Г. Люди Учредительного собрания: портрет в интерьере эпохи. — Москва, 2008.
  • Гармиза В. В. Крушение эсеровских правительств. — М., 1970.
  • Матвеев М. Н. Земства Поволжья в 1917—1918 годах / Диссертация…канд.ист.наук. — Самара, 1995. — 241 с.
  • Матвеев М. Н. Земское самоуправление Самарской губернии между разгоном Учредительного собрания и КОМУЧем / М. Н. Матвеев// Краеведческие записки. — Самара, 1995. — С. 114—125.
  • Медведев В. Г. Белый режим под красным флагом: Поволжье, 1918. — Ульяновск: Издательство Северо-Восточного научного центра (СВНЦ), 1998. — 220 с. — ISBN 5-7769-0059-X.
  • Лапандин В. А. Комитет членов Учредительного собрания: структура власти и политическая деятельность (июнь 1918 — январь 1919 гг.) / В. А. Лапандин. — Самара: СЦАИНИ, 2003. — 242 с.
  • Лапандин В. А. Эсеровские политико-государственные образования в России в годы гражданской войны: историко-библиографическое исследование отечественной литературы 1918—2002 гг. / В. А. Лапандин. — Самара: Самар. центр аналит. истории и ист. информатики, 2006. — 196 с.
  • Цветков В. Ж. «Демократическая контрреволюция» и её значение в формировании политического курса Белого движения. Комитет Членов Учредительного Собрания (Комуч) в Самаре и Прикамский Комуч (лето — осень 1918) // Белое дело в России. 1917—1918 гг. (формирование и эволюция политических структур Белого движения в России). — М.: Посев, 2008. — С. 325—343. — 520 с. — ISBN 978-5-85824-183-6.
  • Прайсман Л. Г. Третий путь в Гражданской войне. Демократическая революция 1918 года на Волге СПб.: Изд-во им. Н. И. Новикова, 2015. 536с.

Һылтанмалар

Тема буйынса өҫтәмә