2-се Башҡорт уҡсылар полкы

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
2-се Башҡорт уҡсылар полкы
Ғәмәлдә булған йылдары июнь, 1918февраль, 1919
Ил Flag of Bashkortostan (1918).svg Башҡортостан автономияһы
Бойһонған Башҡорт Хөкүмәте, Башҡорт хәрби шураһы
Составында Башҡорт айырым корпусы
Тип ҡоро ер ғәскәрҙәре
Функция автономия мәнфәғәттәрен яҡлау
Ҡатнашҡан хәрби бәрелештәр Рәсәйҙә Граждандар һуғышы
Командирҙары
Билдәле командирҙары Ғ. Ғәбитов, И. Е. Исхаҡов

2-се Башҡорт уҡсылар полкы (1918 йылдың 25 октябренә тиклем — 2-се Башҡорт пехота полкы) — Рәсәйҙәге Граждандар һуғышы осорондағы Башҡорт армияһының хәрби формированиеһы.

1918 йылдың 18 июнендә Башҡорт хәрби шураһы тарафынан әҙерләнгән планға ярашлы, Башҡортостан автономияһында йәшәгән башҡорттарҙан ете пехота һәм ат полкы, шулай уҡ бер артиллерия бригадаһы, шул иҫәптән 2-се пехота полкы ойоштороу күҙаллана. 6-сы пехота полкы Силәбелә формалашып, уның составын Бәләбәй өйәҙе башҡорттары менән тулыландырыу күҙаллана[1].

Башҡорт хәрби шураһының 1918 йылдың 23 июнендәге приказына ярашлы Силәбе ҡалаһында 2-се Башҡорт пехота полкы ойошторола. Полк составының 60 процентын Айырым Башҡорт легионы (быға тиклем РККА составында була) тәшкил итә, ҡалғандары — Пермь губернаһының Екатеринбург һәм Шадринск өйәҙҙәре, Ырымбур губернаһының Силәбе һәм Троицк өйәҙҙәре башҡорттары. 1918 йылдың 24 июнендә Башҡорт хәрби советы (шураһы) тарафынан подпоручик Ғәбделхаҡ Ғәбитов уның командиры итеп тәғәйенләнә. Меңгә яҡын яугирҙан торған 2-се полктың частары ҡыҙылдар менән һуғыштарҙа, бигерәк тә июль аҙағында Екатеринбург ҡалаһын азат итеүҙә айырылып тора. Ҡала халҡы уларға рәхмәт йөҙөнән «Итәғәтле ҡотҡарыусыларға Екатеринбург шәһәрендән тәшәкер (рәхмәт)» («Доблестным освободителям — благодарный Екатеринбург») тигән яҙыу менән байраҡ бүләк итә.

2-се Башҡорт пехота полкы Екатеринбург ҡалаһында йәшәүселәрҙән почетлы бүләк байрағын һәм полк байрағын ҡабул итә.

1918 йылдың авгусынан полк 1-се Башҡорт уҡсылар дивизияһы составына инә. Екатеринбургты азат иткәндән һуң, полк Стәрлетамаҡ һәм Аҡтүбә фронттарында ҡыҙылдарҙың 1-се армия частарына ҡаршы һуғыша. Ғинуар аҙағына ҡарай полк составында 10 пулемет, 500 граната, 535 мылтыҡ менән ҡоралланған 700 кеше иҫәпләнә[2].

1918 йылдың 14 декабрендә Әхмәтзәки Вәлиди 2-се полк командиры Ибраһим Исхаҡов менән 2-се полктың муллаһы Нуриәғзәм Таһировҡа йәшерен хат ебәрә. Унда фронтҡа һибелгән башҡорт полктарын Башҡортостан автономияһы территорияһында, бер урынға тупларға тигән йәшерен фарман бирелә. Исхаҡовҡа ошо фарманды башҡорт ғәскәрҙәренә таратырға ҡушыла. Декабрь аҙағына башҡорт полктары бер урынға йыйыла башлай. Ибраһим Исхаҡов та үҙенең полкын Аҡтүбә фронтынан Башҡортостанға алып килә[3].

Башҡорт хөкүмәте һәм армияһы ҡыҙылдар яғына күскәс, 1919 йылдың 18-20 февралендә 5-се һәм 6-сы уҡсылар полктары, һуңынан 1-се һәм 2-се уҡсылар полктары фронт һыҙығы аша тәүгеләрҙән булып үтә. 1919 йылдың февралендә Башҡорт хөкүмәте һәм армияһы Совет власы яғына күскәндән һуң полк таратыла[4].

Полк муллаһы — Н. Т. Таһиров (1918 йылдың октябренән 1919 йылдың февраленә тиклем).