3-сө Башҡорт уҡсылар полкы

3-сө Башҡорт уҡсылар (пехота) полкы — Рәсәйҙәге Граждандар һуғышы осорондағы Башҡорт армияһының хәрби формированиеһы.

Тарихы

Башҡорт хөкүмәте тәүге тапҡыр 3-сө Башҡорт пехота полкын 1918 йыл июленең икенсе декадаһында Өфө өйәҙе башҡорттарынан ойошторорға маташып ҡарай. Әммә Комучҡа (Һамар хөкүмәте) буйһонған Өфө губернаһы властарының ҡаршылығы һөҙөмтәһендә, башҡорттарҙы мобилизациялау туҡтатып торола, ә тупланған призывниктар Өфөгә — Халыҡ армияһы частары ҡарамағына оҙатыла[1].

1918 йылдың 24 июлендә Златоуст өйәҙендә полк икенсе тапҡыр ойошторола башлай. Златоуст өйәҙенең 12 башҡорт олоҫонан ир-егеттәр саҡырылыуы һөҙөмтәһендә полктың рядовой личный составы тула. 1918 йылдың август-сентябре дауамында ул хәрби әҙерлек үтә, офицер кадрҙары менән тулыландырыла, обмундирование һәм башҡа кәрәк-яраҡтар менән тәьмин ителә. Полкты төҙөүҙә Ҡорбанғәлиевтар әүҙем ҡатнаша.

1918 йылдың июлендә, Башҡорт хәрби шураһының бойороғона ярашлы, 3-сө Башҡорт пехота полкының командиры итеп С. Ғ. Бикмәев тәғәйенләнә, әммә килеп еткәс, икенсе вазифаға күсерелә[2]. Полк командиры итеп подполковник Тереғолов тәғәйенләнә.

1918 йыл авгусының икенсе яртыһында полк бүленә: 1-се батальон Өфөгә күсерелә, ә 2-се батальон Златоуст ҡалаһында ҡала. Артабан был батальондар ҡушылмай, ә 3-сө Башҡорт пехота полкы атамаһын 2-се батальон йөрөтә[1].

Полк артабанғы берләшмәләр һәм төркөмдәр составында була: 1-се Башҡорт пехота дивизияһы, полковник Махин төркөмө (полктың 1-се батальоны), Йыйылма корпус (полктың 2-се батальоны).

1918 йылдың сентябрендә Өфөлә Дәүләт кәңәшмәһе эшләгән ваҡытта полктың 900 һалдаттан торған 1-се батальоны ҡалала тәртип һаҡлай.

Сентябрь һуңында Ҡыҙыл Армия Сызрангә һөжүм башлай. Комуч бойороғона ярашлы, подполковник Тереғолов һәм уның ярҙамсыһы Мөхәмәтһарун Ҡорбанғәлиев етәкселегендә 1-се батальон шунда ебәрелә. 1918 йылдың октябренән төп Башҡорт армияһы көстәренән айырылған һәм Башҡорт хөкүмәте контролдә тотмаған берҙән-бер полк булып тора. Октябрь-ноябрҙә 3-сө Башҡорт пехота полкы Волга буйы фронты алыштарында — Сызрань, Һамар ҡалаларын обороналауҙа ҡатнаша, генерал-майор В. О. Каппель командалығындағы Йыйылма корпус[3] составында төрлө хәрби заданиелар үтәй.

Сызрангә төньяҡтан РККА-ның 1-се армияһының 24-се Сембер, төньяҡ-көнбайыштан Инза, көнбайыштан Пенза һәм көньяҡтан Вольск дивизиялары йүнәлә. 3-сө Башҡорт пехота полкының 1-се батальоны эвакуация башланған ҡалаға 30 сентябрҙә килеп етә. 1 октябрҙә батальон тимер юл күпере тирәһендә Батрак бейеклеген биләй һәм Сызрандән эвакуацияны ҡаплап тороусы берҙән-бер хәрби часть булып тора. Генерал-майор Каппель етәкселегендәге аҡтар ғәскәрҙәренең урыҫ һәм чехословак частары сигенгәндә, РККА-ның Сембер дивизияһы күперҙе биләргә маташа, әммә башҡорт батальоны ҡыҙылдарҙың һөжүмен кире ҡаға. Ләкин РККА частарының десанты башҡорт батальонын күперҙән айыра, ә аҡтарҙың Халыҡ армияһының 2-се дивизияһы һәм өс чехословак полкы батальонға бер ниндәйҙә ярҙам күрһәтмәй. Дошман уты аҫтында М. Ғ. Ҡорбанғәлиев командалығында батальон Волганың һул яҡ ярына кәмәләрҙә үтә һәм Һамарҙы обороналауҙа ҡатнаша. Сызрандәге алышта 3-сө Башҡорт пехота полкының 1-се батальонының юғалтыуҙары — һәләк булғандар һәм яраланғандар 70 % тәшкил итә[4]. 7 сентябрҙә башҡорттар һәм чехословактар Һамар ҡалаһын ҡалдыра. Бынан һуң Ғәлимйән Таған етәкселегендәге 3-сө Башҡорт пехота полкы Каппель ғәскәрҙәре составында Төпкилде ауылы (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Туймазы районы) янындағы ҡаты алышта ҡатнаша. Был алышта аҡтар еңеүенә ҡарамаҫтан, Мәскәүҙән ебәрелгән ҡыҙылдарҙың яңы көстәре ҡыҫымы арҡаһында Өфөгә сигенергә мәжбүр була[5].

1919 йылдың ғинуар башына Әхмәтзәки Вәлиди башҡорт ғәскәрҙәренең бөтәһен тиерлек ике дивизиянан торған Башҡорт корпусына туплауға өлгәшә, тик Каппель корпусында йөрөгән 3-сө Башҡорт пехота полкы ғына ситтә тороп ҡала. Башҡорт корпусының командалығы 18 февралгә ҡәҙәр 3-сө полктың башҡорт ғәскәрҙәренә килеп ҡушылырына өмөтөн өҙмәй һәм уны корпустың 2-се дивизияһына индерергә ниәтләй. Ләкин аҡтар Ғәлимйән Таған етәкселегендәге полкка Башҡорт корпусына барып ҡушылырға мөмкинлек бирмәй. Әхмәтзәки Вәлиди яҙыуынса: «Полктың бер өлөшө Ләмәҙ исемле рус ауылында — Таған, икенсе өлөшө Һатҡы заводында Һарун Ҡорбанғәлиев етәкселегендә булды һәм Колчактың ҡоралды тапшырырға ҡушҡан әмеренә буйһонмай, ике аҙна ҡаршылыҡ күрһәтте. Колчак ризыҡ яғын да ҡыҫты һәм һалдаттарға ауылдарына таралырға бойороҡ бирҙе. Таған менән Һарун Ҡорбанғәлиев, ҡалын ҡар яуған ҡыш айҙары булмаһа, Колчак әмерен тыңламай, төп башҡорт ғәскәрҙәренә килеп ҡушылыр инек, тип рапорт бирҙе»[6].

1919 йылдың февралендә, Башҡорт хөкүмәте һәм армияһы Совет власы яғына күскәндән һуң, Көнбайыш армия командующийы М. В. Ханжин бойороғо буйынса полк таратыла[1].

Командирҙары

  • подполковник Тереғолов (1918 йылдың июле — 1918 йылдың сентябре)
  • поручик Ғ. Ғ. Таған (1918 йылдың октябре — 1919 йылдың феврале)

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 3 Таймасов Р. С. 3-й Башкирский пехотный полк // Военная история башкир: энциклопедия / гл. ред. А. З. Асфандияров. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 2013. — 432 с. — ISBN 978-5-4466-0040-3.
  2. Ярмуллин А. Ш. У истоков Башкирской республики. Биографии деятелей Башкирского национального движения (1917—1920 гг.). — Уфа: Китап, 2017. — С. 193–194. — 232 с. — ISBN 978-5-295-06659-7.
  3. Һуңыраҡ исеме Волга армия корпусы тип үҙгәртелә
  4. Таймасов Р. С. Оборона Сызрани 1-м батальоном 3-го Башкирского пехотного полка осенью 1918 года // Военная история башкир: энциклопедия / гл. ред. А. З. Асфандияров. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 2013. — 432 с. — ISBN 978-5-4466-0040-3.
  5. Заки Валиди Тоган. Воспоминания. — Уфа: Китап, 1994. — С. 268—269. — 400 с. — 13 000 экз. — ISBN 5-295-01269-7.
  6. Заки Валиди Тоган. Воспоминания. — Уфа: Китап, 1994. — С. 271. — 400 с. — 13 000 экз. — ISBN 5-295-01269-7.

Әҙәбиәт