Айыт торамаһы

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
торама
Айыт торамаһы
53°13′38″ с. ш. 54°12′25″ в. д.HGЯO
Ил
Урынлашыуы Башҡортостан Республикаhы
Статус
Герб России

Рәсәй Федерацияһының
мәҙәни мираҫы

№ 021410153440005

Айыт торамаһы — (рус. Аитовское поселение) — Башҡортостан Республикаһының Бишбүләк районы Айыт ауылынан йыраҡ түгел урынлашҡан б.э.т. XVI—XIII мең йыллыҡтарға ҡараған археологик ҡомартҡыһы[1][2].

Урынлашыуы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Айыт торамаһы Бишбүләк районы Айыт ауылынан көньяҡҡа йүнәлештә 1,5 — 2 км алыҫлыҡтағы Ташлыкүл ярында урынлашҡан.

Торама майҙаны — 6 мең м², шуның 2,1 мең м² ҡаҙып тикшерелгән. Табылдыҡтар:

Ер өҫтөнә бүрәнәнән һалынған бағана конструкциялы 6 ҡоролмаһы ҡаҙылған.
2 яҡлы ҡыйыҡ аҫтындағы солан‑тамбурлы (1x1,5 м) һәм усаҡлы, майҙаны 100—150 м² тәшкил иткән 3 торлаҡ;
4 яҡлы ҡыйыҡ аҫтындағы майҙаны 200—230 м² тәшкил иткән торлаҡҒ
2 хужалыҡ ҡаралтыһы (60—87 м²).

Торлаҡтарҙың береһе эсендә тәрәнлеге 3 м ҡоҙоҡ табылған.

Ҡаҙып сығарылған керамика һауыттар Бура мәҙәниәтенә ҡарай. Улар банка рәүешендә, киртектәр, төртөктәр, тешле штамп биҙәктәре төшөрөлгән.

Аҫҡы ҡатламдарҙа бик аҙ һанда Абаш мәҙәниәте һауыттары осрай.

Торамала яҡынса 30 мең әйбер: бронза ҡармаҡ, беләҙектәр, баҡыр киҫәктәре, шлак, таш уҡ башаҡтары, бысаҡтар, төйгөстәр, керамика, һөйәк энәләр, псалийҙар, йышҡылар, беҙҙәр һ.б табылған.

Табылдыҡтар торама халҡы металлургия, һөйәктән әйберҙәр яһау, малсылыҡ менән шөғөлләнеүен күрһәтә.Йылҡы, һыйыр малы һәм ваҡ мал үрсетелгән[3].

Айыт торамаһы материалдары Башҡортостан Республикаһының Археология һәм этнография музейында һаҡлана[4]. Музей архитектура ҡомартҡыһы булып иҫәпләнгән Е. А. Поносова-Молло йортонда урынлашҡан[5]..

1965 йылда археолог А. М. Кинйәбаев тарафынан асыла, 1985—91 йылдарҙа Ю. А. Морозов[6] тикшерә.

  1. Айыт торамаһы // Башҡорт энциклопедияһы. — Уфа: Башҡорт энциклопедияһы (ғилми-нәшриәт комплексы), 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-306-8.
  2. Л. А. Голубева. Археологические памятники// Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. 2-й т. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
  3. Ташлинский археологический комнлекс // Башҡорт энциклопедияһы. — Уфа: Башҡорт энциклопедияһы (ғилми-нәшриәт комплексы), 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-306-8.
  4. И.Г.Петров. Музей археологии и этнографии // Башҡорт энциклопедияһы. — Уфа: Башҡорт энциклопедияһы (ғилми-нәшриәт комплексы), 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-306-8.
  5. Карточка объекта культурного наследия России регионального значения № 021410153440005
  6. Морозов Юрий Алексеевич. Археологическое общество Башкортостана.
  • Л. А. Голубева. Археологические памятники // Большая советская энциклопедия: [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. 2-й т. — М.: Советская энциклопедия, 1969—1978.
  • Л. А. Монгайт. Археологическая культура // Большая советская энциклопедия: [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. 11 т. — М.: Советская энциклопедия, 1969—1978.
  • Музей археологии и этнографии. Каталог. Уфа, 2007.
  • Археология и этнография Башкирии. В 5 т. Уфа, 1962—1973.
  • Археологическая карта Башкирии. М., 1976. Археологические памятники Башкортостана // История культуры Башкортостана: Комплект научных и учебных материалов. Вып. 6. Уфа, 1996.