Айыу менән ҡарт (әкиәт)
«Айыу менән ҡарт» (рус. Медведь и старик) — хайуандар тураһындағы башҡорт халыҡ әкиәте[1].
Тарихы
1974 йылда Йылайыр районының Ҡыпсаҡ ауылында С. Ажабаевтан яҙып алынған. Башҡорт дәүләт университетының фольклор фондында һаҡлана (189-190-сы биттәр).
Беренсе тапҡыр «Башҡорт фольклоры» китабында баҫылып сыға (156-сы бит). Рус телендә «Башкирское народное творчество» китабында 101-се һан менән баҫыла.
Халыҡ-ара Аарне — Томпсон классификацияһы (рус.)баш. буйынса AT 161 *В («Йүкә йәки уҫаҡ аяҡлы айыу») төрөнә инә. АТ күрһәткесендә рус варианттары ғына иҫәпкә алынған. Һирәк кенә украин, белорус, латыш йыйынтыҡтарында осрай[2].
Әкиәттең сюжеты
Ҡарт һунарсы урманда ҡапҡан ҡуя, ә уға айыу эләгә. Айыу, ҡотолорға тырышып тартҡылаша торғас, ҡапҡанда аяғы өҙөлөп ҡала. Икенсе көн ҡарт урманға килеп, айыуҙың өҙөлөп ҡалған аяғын өйөнә алып ҡайта һәм ҡарсығына бешерергә бирә. Ит бешкән ваҡытта аяғына ботаҡтан шына ҡуйған айыу килә.
Ҡарт ҡурҡып, кәштә өҫтөнә менеп ҡаса, әммә айыу ишек асып өйгә ингәндә, туп-тура айыу өҫтөнә ҡолай. Йыртҡыс ҡартты шунда уҡ өҙгөләп ташлай. Әбей һике аҫтына йәшеренгән була, әммә уның сәстәре күренеп тора. Айыу уны толомонан тартып сығарып үлтерә[3].
Төп персонаждар
- Ҡарт — һунарсы.
- Ҡарсыҡ — ҡарттың ҡатыны.
- Айыу — йыртҡыс хайуан, тоҙаҡҡа эләгеп аяғын юғалтҡандан һуң, ҡарттың ғаиләһенән үс ала[1].
Өйрәнелеүе
Филология фәндәре кандидаты Рәшит Аҡкөбәков белдереүенсә, хайуандар тураһындағы башҡорт әкиәттәрендә, шул иҫәптән «Айыу менән ҡарт» әкиәтендә, халыҡтың уларға тотемистик ҡарашы сағыла[4]. Шулай уҡ хайуандарҙа уларҙың ысынбарлыҡтағы асылы һүрәтләнә: «Айыу менән ҡарт» әкиәтендә айыу ҡарт менән ҡарсыҡты ботарлай[5]. Филология фәндәре докторы Гөлнур Хөсәйенова әкиәттең миф менән үрелеп китеүен дәлилләй: «„Айыу менән ҡарт“ әкиәтендә ҡарт менән ҡарсыҡ айыуҙың аяғын бешереп ашарға йыйына. Ғалимдар быны изге хайуандың берәй ағзаһын ашау йолаһы менән бәйләп аңлата»[6].
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 Башҡорт халыҡ ижады. 13-сө том: Хайуандар тураһында әкиәттәр. — Өфө: Китап, 2009. — Т. 13. — С. 119. — ISBN 978-5-295-04928-6.
- ↑ Башҡорт халыҡ ижады. 13-сө том: Хайуандар тураһында әкиәттәр. — Өфө: Китап, 2009. — Т. 13. — С. 167. — ISBN 978-5-295-04928-6.
- ↑ Хөсәйенова Г. Р. Башҡорт халыҡ ижады. 13-сө том: Хайуандар тураһында әкиәттәр. — Өфө: Китап, 2009. — Т. 13. — С. 119. — ISBN 978-5-295-04928-6.
- ↑ Башкирские народные сказки о животных: типология и взаимосвязь с письменными источниками. dissercat.com. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 сентябрь 2026.
- ↑ Аккубеков Рашит Юмадилович. Башкирские народные сказки о животных: типология и взаимосвязь с письменными источниками. — 2006.
- ↑ Башҡорт халыҡ ижады. 13-сө том: Хайуандар тураһында әкиәттәр. — Өфө: Китап, 2009. — Т. 13. — С. 13. — ISBN 978-5-295-04928-6.
Әҙәбиәт
- Хөсәйенова Г. Р. Башҡорт халыҡ ижады. 13-сө том: Хайуандар тураһында әкиәттәр. — Өфө: Китап, 2009. — Т. 13. — С. 13. — ISBN 978-5-295-04928-6.
- Бараг Л. Г. Сравнительный указатель сюжетов: Восточнославянская сказка. — Ленинград: Наука, 1979. — С. 438.
- «Башҡорт фольклоры». — Өфө. — С. 156.
- «Башкирское народное творчество».