Аҡманов Айтуған Ирек улы
Аҡманов Айтуған Ирек улы (рус. Акманов, Айтуган Ирикович; 1966 йылдың 16 майы, Өфө) — ғалим-тарихсы, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Тарих фәндәре докторы (2003), профессор (2005).
Биографияһы
Айтуған Ирек улы Аҡманов 1966 йылдың 16 майында Өфөлә[1] ғалим Ирек Аҡманов ғаиләһендә тыуа.
Өфөнөң 31-се мәктәбендә белем һәм тәрбиә ала. 1988 йылда Башҡорт дәүләт университетының тарих факультетын яҡшы билдәләр менән тамамлай.
1988—1992 йылдарҙа Мәскәү дәүләт университетының тарих факультеты аспирантураһында уҡый һәм тарих фәне буйынса кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай.
1993 йылдан алып Башҡорт дәүләт университетында уҡыта, ассистент, өлкән уҡытыусы, тарих факультеты доценты була.
1999—2002 йылдарҙа МДУ-ның докторантураһында уҡый, шунда уҡ 2002 йылда докторлыҡ диссертацияһы яҡлай[2].
2002 йылдан — БДУ-ның Ватан тарихы кафедраһы һәм БДАУ-ҙың ер ҡоролошо һәм урман хужалығы факультеттары мөдире. 2005 йылдан — ЮДУ-ның тарих факультеты уҡытыусыларының методология семинары етәксеһе.
2009 йылдан Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының мөхбир-ағзаһы. «Вестник БГУ» журналының мөхәрририәт ағзаһы.
Ғилми эшмәкәрлеге
XVI быуаттың икенсе яртыһында — XX быуат башында Көньяҡ Уралдың аграр тарихы, башҡорттарҙың ер биләүенең үҫеш үҙенсәлектәре, XVII—XX быуаттарҙа Көньяҡ Уралда ер ҡоролошо һәм кадастр иҫәбен ойоштороу һәм уны үткәреү.
Хеҙмәттәре
70-тән ашыу фәнни хеҙмәт, шул иҫәптән
- Акманов А. И. Земельная политика царского правительства в Башкирии в середине XVI — начале XX вв.. — Уфа: «Китап», 2000.
- Акманов А. И. Башкирское землевладение в XIX — начале ХХ вв.. — Уфа: РИЦ БашГУ, 2000.
- Акманов А. И. Земельные отношения в Башкортостане и башкирское землевладение во второй половине XVI — начале XX в.. — Уфа: «Китап», 2007.
- Главный редактор:Акманов А. И. Историко-культурный энциклопедический атлас Республики Башкортостан. — Уфа-Москва, 2007.[3] китаптары, өс монография авторы.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- тарих фәндәре докторы (2003);
- Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (2009);
- Башҡортостан Республикаһының Почёт грамотаһы (2022)[4].
Иҫкәрмәләр
- ↑ Акманов Айтуган Ирекович. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 5 февраль 2013. Архивировано из оригинала 6 март 2016 года.
- ↑ Автореферат диссертации Акманова А. И. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 7 февраль 2013. Архивировано 1 май 2013 года.
- ↑ Сотрудники кафедры Отечественной истории ИФ БашГУ. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 7 февраль 2013. Архивировано из оригинала 13 июль 2012 года.
- ↑ Сотрудники ИСИ РБ отмечены наградами (билдәһеҙ). Институт стратегических исследований Республики Башкортостан. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 23 сентябрь 2025.
Һылтанмалар
- Аҡманов Айтуған Ирек улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: Башҡорт энциклопедияһы (ғилми-нәшриәт комплексы), 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-306-8.
- Профиль на сайте Академии наук РБ
- Профиль на сайте Исторического факультета БашГУ