Акшенцев Сергей Васильевич

Акшенцев Сергей Васильевич (1975 йылдың 24 майы, Ишембай, Башҡорт АССР-ы) — Рәсәйҙең янғын һүндереү-ҡулланма спорты спортсыһы. Халыҡ-ара класлы спорт мастеры. Ҡотҡарыу спорты буйынса донъя чемпионы (2009, 2011 йй.), донъя чемпионатының көмөш призёры (2008, 2011 йй.)[1], 2010 йылғы Европа чемпионатының биш тапҡыр чемпионы[2], бронзовый ЧЕ-2007 йылғы Европа чемпионатының бронза призёры[3]. Янғын һүндереүселәр һәм ҡотҡарыусылар араһында күп тапҡырҙар халыҡ-ара ярыштар еңеүсеһе һәм призёры, шул иҫәптән: Европа (2003) һәм Европа илдәре  — CTIF ағзалары (2000) араһында ябыҡ биналарҙа янғын һүндереү-ҡулланма спорты буйынса, команда зачётында Азия илдәренең халыҡ-ара чемпионаты еңеүсеһе (2003). Азия кубогы рекордсыһы (2003). 2-се дәрәжә «Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» ордены миҙалы кавалеры.

Биографияһы

Сергей Васильевич Акшенцев 1975 йылдың 24 майында Башҡорт АССР-ының Ишембай ҡалаһында тыуған.

«Динамо» ирекле спорт йәмғиәте тәрбиәләнеүсеһе. Тренерҙары С. А. Адушкин, И. В. Бариев.

Нефтеюганск ҡалаһында йәшәй[4].

Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы, Башҡортостан[5], Ханты-Манси автономиялы округы — Ханты-Манси АЙ-Югра командаһы өсөн сығыш яһай[3]. Өфө ҡалаһы Орджоникидзе районының 3-сө янғын һүндереү часында эшләгән[6].«Ханты-Манси автономиялы округы — Югра буйынса Федераль янғынға ҡаршы хеҙмәтенең 20 отряды» дәүләт учреждениеһының 77-се часының янғынды иҫкәртеү төркөмө инспекторы[2].

Эске хеҙмәт подполковнигы.

Ҡушаматы — «Ишембай дауылы»[7].

Янғын һүндереү-практик спорты буйынса Башҡортостан Республикаһы тренеры.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • 2-се дәрәжә «Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» ордены миҙалы (2012).

Иҫкәрмәләр

  1. Сергей Акшенцев вмешался в белорусский раздел медалей на чемпионате мира в Уфе (13 сентябрь 2009). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 сентябрь 2025.
  2. 1 2 С 26 июня по 3 июля 2010 года в г. Андорра-ла-Велья (Княжество Андорра) проходил Чемпионат Европы среди полицейских и пожарных. mchs.gov.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 сентябрь 2025. 2014 йылдың 27 май көнөндә архивланған.
  3. 1 2 ЦСК МЧС :: Сборная команда МЧС России по пожарно-прикладному спорту. csk-mchs.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 сентябрь 2025. 2012 йылдың 24 март көнөндә архивланған.
  4. На четвёртый этаж за 13 секунд! marpravda.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 18 сентябрь 2025.
  5. История развития пожарно-прикладного спорта в Башкортостане. 02.mchs.gov.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 сентябрь 2025.
  6. Пожарные части. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 февраль 2012. Архивировано из оригинала 9 апрель 2012 года.
  7. Чемпионат среди пожарных и спасателей. Второй день соревнований. 100-метровка. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 февраль 2012. Архивировано 13 февраль 2017 года.

Һылтанмалар