Алатаубала (һырт)
Алатаубала — тау һырты, Алатау һырты армыты. Көньяҡ Уралда, Башҡортостан биләмәһендә, Ишембай районында урынлашҡан.
Ҡылыҡһырлама
Ишембай районы буйлап Үрек йылғаһының үрге ағымынан Ҡолғона ауылына тиклем меридиональ йүнәлештә һуҙылған. Оҙонлоғо 12 км, киңлеге 3 км тиклем, абсолют бейеклеге 548 м ашыу. Алатауайыры һәм Ҡалыуайыры йылғалары (Еҙем йылға бассейны) һыу айырғысы булып тора. Өҫкө рифейҙың инйәр һәм минйәр свиталары эзбизташтары, ҡомташтары, алевролиттары, һәүерташтары, доломиттарынан тора. Өҫтө (ландшафт) һоро урман тупрағындағы ҡайын-уҫаҡ-ҡарағай һәм йүкә-имән-ҡарағай урманы менән ҡапланған.
Топонимика
Атама кесе алатау тигәндән килеп сыҡҡан.Бала термины икенсе төрлө бәләкәй тигән мәғәнәлә йөрөй.
Һылтанмалар
И.М.Япаров, Тәржемәсе И.М.Япаров. / Алатаубала (һырт) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.