Алағуз Баҡынов

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Заты ир-ат
Һөнәр төрө яугир
Гражданлығы

Алағуз Баҡынов (рус. Алакуз Бакинов) — Дыуан улусы старшинаһы, 1764 йылда Ырымбур сик һыҙатында башҡорт-мишәр отряды командиры була. Һуңғараҡ Польша походына ла бара. Пугачёв етәкселегендәге 1773—1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышында ҡатнаша.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Алағуз Баҡынов (Алакуз Бакин) үҙе нигеҙ һалған Алағуз (Ҡабыл)[1] ауылында йәшәгән[2]. Дыуан ырыуы башҡорто, Дыуан улусы старшинаһы була. Уның командаһы 1771—1773 йылға Польша походында ҡатнашҡан. 1764 йылда Ырымбур сик һыҙатында башҡорт-мишәр отряды командиры була.

Алағуз Баҡынов 17731775 йылғы Пугачёв етәкселегендәге Крәҫтиәндәр һуғышында ҡатнаша. 1773 йылда Баҡынов командаһында 148 хужалыҡ иҫәпләнә.

1773 йылдың декабрендә Салауат Юлаев отрядына ҡушыла. 1774 йылдың 12 ғинуарында Салауат Юлаев менән Красноуфимскиҙы яулай, һәм, моғайын, 18—23 ғинуарҙа Көңгөрҙө ҡамауҙа һәм һөжүмдә ҡатнаша[3].

Март айында Өфөнө ҡамаған И. Н. Зарубин армияһына отрядының бер өлөшөн ебәрә. Өфө провинциаль канцеля­рияһы мәғлүмәттәрендә билдәләнгәнсә, ноябрь айына ҡарата Себер даруғаһының «һаман баш һалмаған» старшиналары рәтендә була[4].

1774 йылдың 20 ноябрендәге алышта ҡатнаша.

Артабанғы яҙмышы билдәһеҙ[5][6].

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Алағуз
Баҡын (исем)

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

— ЦГИА РБ. Ф.1, оп.1, д.3380, л.60—63

— Документы став­ки Е. И. Пугачёва, повстанческих властей и учреждений: 1773—1774 гг. М., 1975

— Крестьянская война 1773—1775 гг. на террито­рии Башкирии: Сборник документов. Уфа, 1975.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Алағуз // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  2. Гвоздикова И. М. Башкортостан накануне и в годы Крестьянской войны под предводительством Е. И. Пугачёва. Уфа, 1999.
  3. Алағуз // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  4. Ведомость Уфимской провинци­альной канцелярии, присланная в Оренбургскую губернскую канцелярию, об участии нерусского на­селения Уфимской провинции в восстании //Крес­тьянская война 1773—1775 гг. на территории Баш­кирии. C.257]
  5. Крестьянская война 1773—1775 гг. на террито­рии Башкирии: Сборник документов. Уфа, 1975.
  6. Челябинский портал. Дуван (род)

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Гвоздикова И. М. Башкортостан накануне и в го­ды Крестьянской войны под предводительством Е. И. Пугачёва. Уфа, 1999.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]