Алаҡай нефть ятҡылығы
Алаҡай нефть ятҡылығы — Башҡортостандың Ишембай районы Алаҡай ауылы янындағы ятҡылыҡ, Рәсәй. 1958 йылда асылған. Ятҡылыҡ Һаҡмар-Артинь йәшендәге ҙур булмаған риф массивында (1,5 × 1,5 км) урынлашҡан. Нефть эзбизташтар тоҡомдарында ята. Бер нисә скважина менән эшкәртелә. Ишембай ҡалаһынан көньяҡ-көнбайышҡа табан 9 км алыҫлыҡта Салауат ҡалаһы эсендә, Ағиҙел йылғаһы һыу һаҡлау зонаһы сиктәрендә урынлашҡан. Ятҡылыҡтан көнбайышҡа табан 4 км алыҫлыҡта тимер юл һәм Р240 Өфө - Ырымбур автомобиль юлы үтә. Яҡындағы тимер юл станцияһы - Салауат.
Алаҡай ятҡылығының газһыҙланған нефте патентланған гидрофоб эмульсия булдырыу өсөн эмульгатор сифатында ҡулланыла (RU2241830C1 патенты)[1].
Шулай уҡ ҡарағыҙ
- Икенсе Баҡы
Иҫкәрмәләр
- ↑ Патент на изобретение № 2241830. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 декабрь 2013. Архивировано из оригинала 4 март 2016 года.
Был мәҡәләгә Рувикиның башҡа мәҡәләләре һылтанмай. |