Александрия Нана Георгиевна

Александрия Нана Георгиевна (груз. ნანა გიორგის ასული ალექსანდრია; 13 октябрь 1949 йыл) — грузин, элек совет, шахматсыһы, гроссмейстер (1976)[18] , СССР-ҙың атҡаҙанған спорт мастеры (1971)[19].

Биографияһы

Александрия Нана Георгиевна 1949 йылда Потиҙа тыуа[19], белеме буйынса журналист. Ике донъя беренселеге уйындарында ҡатнаша (1975 һәм 1981), ике матчта ла: Пицундала һәм Тбилисиҙа — Гаприндашвилиҙан, баш ҡалала һәм Боржоми шифаханаһында Чибурданидзенан еңелә. Шулай уҡ 1985 йылда Александрия республика беренселегендә Чибурданидзенан еңелә.

1963 йылда 14 йәшендә СССР чемпионатында дебют яһай һәм тарихта иң йәш чемпион була; 1964 йылда — Грузин ССР-ы чемпионы исемен яулай. Өс тапҡыр СССР чемпионы (1966, 1968, 1969). СССР йыйылма командаһы составында күп тапҡырҙар Бөтә донъя олимпиадалары еңеүсеһе (19691980). 19671990 йылдарҙа донъя беренселеге ярыштарында ҡатнаша. Ике тапҡыр донъя беренселегенең финал уйындарына барып етә, әммә: 1975 йылда — Нона Гаприндашвилиҙан (+3 =1 −8), ә 1981 йылда — Майя Чибурданидзенан (+4 =8 −4, Чибурданидзе донъя чемпионы исемен һаҡлап ҡала) еңелә. 1976 йылда гроссмейстер титулына эйә була. 20-нән ашыу халыҡ-ара турнир еңеүсеһе. Нана Александрияның тренеры Вахтанг Карселадзе була.

1981 йылдың октябрендә Нана Александрия физик культура һәм спортты үҫтереүҙәге һәм шахмат өлкәһендәге ҡаҙаныштары өсөн «Почет билдәһе» орденына лайыҡ була.

Грузияла Нана Александрия исемендәге шахмат турнирҙары ойошторола, еңеүселәргә уның исемендәге кубок тапшырыла.

Ғаиләһе

Нана Александрияның архитектор Леван Бокерия менән никахынан тыуған улы Гига Бокерия — Грузия сит ил эштәре министрының элекке урынбаҫары.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 3 4 5 6 OlimpBase (ингл.)
  2. 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16 17 18 19 20 21 22 23 24 25 26 27 28 29 30 31 32 33 34 35 36 37 38 39 40 41 42 43 44 45 46 47 48 49 50 Bartelski W. List of players on FIDE lists 1967-2001 — 2019.
  3. Халыҡ-ара шахмат федерацияһы Стандартные рейтинги ФИДЕ на 30 апреля 2001 года — 2001.
  4. Халыҡ-ара шахмат федерацияһы Стандартные рейтинги ФИДЕ на 31 июля 2003 года — 2003.
  5. Халыҡ-ара шахмат федерацияһы Стандартные рейтинги ФИДЕ на 31 января 2004 года — 2004.
  6. Халыҡ-ара шахмат федерацияһы Стандартные рейтинги ФИДЕ на 30 апреля 2005 года — 2005.
  7. Халыҡ-ара шахмат федерацияһы Стандартные рейтинги ФИДЕ на 28 февраля 2013 года — 2013.
  8. Халыҡ-ара шахмат федерацияһы Стандартные рейтинги ФИДЕ на 31 мая 2019 года — 2019.
  9. Халыҡ-ара шахмат федерацияһы Стандартные рейтинги ФИДЕ на 30 июня 2019 года — 2019.
  10. Халыҡ-ара шахмат федерацияһы Стандартные рейтинги ФИДЕ на 30 сентября 2019 года — 2019.
  11. Халыҡ-ара шахмат федерацияһы Стандартные рейтинги ФИДЕ на 29 февраля 2020 года — 2020.
  12. Халыҡ-ара шахмат федерацияһы Стандартные рейтинги ФИДЕ на 31 марта 2020 года — 2020.
  13. Халыҡ-ара шахмат федерацияһы Стандартные рейтинги ФИДЕ на 31 мая 2020 года — 2020.
  14. Халыҡ-ара шахмат федерацияһы Стандартные рейтинги ФИДЕ на 30 июня 2020 года — 2020.
  15. Халыҡ-ара шахмат федерацияһы Стандартные рейтинги ФИДЕ на 31 декабря 2020 года — 2020.
  16. Халыҡ-ара шахмат федерацияһы Стандартные рейтинги ФИДЕ на 31 марта 2021 года — 2021.
  17. 1 2 ratings.fide.com (ингл.)
  18. БЭС, Нана Александрия
  19. 1 2 Большая Российская энциклопедия: В 30 т. / Председатель науч.-ред. совета Ю. С. Осипов. Отв. ред С. Л. Кравец. Т. 1. А — Анкетирование. — М.: Большая Российская энциклопедия, 2005. — 766 с.: ил.: карт. (стр. 541)

Әҙәбиәт

  • Шахматы: энциклопедический словарь / гл. ред. А. Е. Карпов. — М.: Советская энциклопедия, 1990. — С. 12. — 621 с. — 100 000 экз. — ISBN 5-85270-005-3.

Һылтанмалар

Тема буйынса өҫтәмә