Александровский (Верхнеурал районы)

АлександровскийСиләбе өлкәһенең Верхнеурал районындағы ҡасаба. Ҡарағай ауыл биләмәһе составына инә.

Географияһы

Райондың төньяҡ-көнбайыш өлөшөндә, Үҙъйылға йылғаһы башында урынлашҡан. Төньяҡҡа табан 3 км алыҫлыҡта Гнилое күле урынлашҡан. Көнбайышҡа табан 3 км алыҫлыҡта Башҡортостан Республикаһы менән сик үтә. Район үҙәге Верхнеурал ҡалаһына тиклем ара 47 км.

Тарихы

1906 йылда Полоцкая станицаһы һыҙатында Александровский Новолинейный районының өҫтәмә ҡасабаһына нигеҙ һалына (элек бында Александров утары урынлашҡан, атамаһы шунан алынған).

1930 йылда «Красный уралец»колхозы ойошторола.[2]

Халҡы

Халҡы иҫәбе
2002[3]2010[1]
302269

(1926 йылда - 243, 1966 йылда - 179, 1970 йылда - 192, 1983 йылда - 117, 1995 йылда - 234)

Урамдары

  • Үрге урамы (рус. Верхняя улица)
  • Тыныслыҡ урамы (рус. улица Мира)
  • Түбәнге урамы (рус. Нижняя улица)
  • Хеҙмәт урамы (рус. улица Труда)

Инфраструктураһы

  • ФАП

Иҫкәрмәләр