Алексеева Елизавета Георгиевна
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
---|---|
Һөнәр төрө | актриса, театр режиссёры |
Псевдоним | Елизавета Алексеева |
Эш урыны | |
Заты | ҡатын-ҡыҙ |
Вафат булған көнө | 21 февраль 1972 (70 йәш) или 18 февраль 1972[1] (70 йәш) |
Уҡыу йорто | |
Тыуған көнө | 9 (22) июнь 1901 |
Вафат булған урыны | |
Ерләнгән урыны | |
Гражданлығы | |
Тыуған урыны |
Алексеева Елизавета Георгиевна (9 июнь (22 июнь) 1901 йыл — 21 февраль 1972 йыл) — СССР актёры, театр режиссёры, педагог. Икенсе дәрәжә Сталин премияһы лауреаты (1952)[2]. СССР-ҙың халыҡ артисы (1971).
Биографияһы
Елизавета Георгиевна Алексеева (төп фамилияһы — Добронравова) 1901 йылдың 9 (22) июнендә Мәскәүҙә тыуа.
Ағаһы Б. Г. Добронравов йоғонтоһо аҫтындаһы шулай уҡ драма актриса булырға ҡарар итә.
Мәскәү Художество театры мәктәбендә һәм Е. Б. Вахтанговтың Мәскәү драма студияһында уҡый (1920 йылдан — МХАТ-тың 3-сө студияһы), унда 1922 йылдан сәхнә эшмәкәрлеген башлай. 1926 йылда театр Е. Вахтангов исемендәге тетарға үҙгәртелгәс — ошо театр актрисаһы.
Актрисаның уйынында драматик темперамент ябайлыҡ һәм башҡарыу йомшаҡлығы менән үрелеп бара.
Шулай уҡ режиссёр булараҡ эшләй. Р. Н. Симонов менән берлектә спектаклдәр ҡуя. Кинола төшә.
1930 йылдан Е. Вахтангов исемендәге театр ҡарамағындағы мәктәптә (хәҙер Борис Щукин исемендәге театр институты) уҡыта (1946 йылдан — профессор).
Елизавета Георгиевна Алексеева 1972 йылдың 21 февралендә (башҡа сығанаҡтар буйынса — 18 февралдә[3]) Мәскәүҙә вафат була. Новодевичье зыяратында (3-сө участка) ерләнгән.
Ғаиләһе[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Ағаһы — Борис Георгиевич Добронравов (1896—1949), МХАТ актёры. СССР-ҙың халыҡ артисы (1937).
- Ағаһының ҡыҙы — Добронравова Елена Борисовна (1932—1999), Е. Вахтангов исемендәге тетар актрисаһы. РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы (1968).
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- РСФСР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1946)
- РСФСР-ҙың халыҡ артисы (1947)
- СССР-ҙың халыҡ артисы (1971)
- Икенсе дәрәжә Сталин премияһы (1952) — М. Горькийҙың «Егор Булычов и другие» спектаклендә Глафира ролен башҡарған өсөн
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1946). — Е. Б. Вахтангов исемндәге театрҙың 25 йыллығы уңайынан[4]
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1971) — Е. Б. Вахтангов исемндәге театрҙың 25 йыллығы уңайынан
- «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн» миҙалы
- Миҙалдар.
Театрҙағы ролдәре
- 1924 — «Женитьба», Н. В. Гоголь — яусы
- 1925 — «Виринея», Л. Н. Сәйфуллина һәм В П. Правдухин — Виринея
- 1927 — «Барсуки», Л М. Леонов— Настя
- 1928 — «Зойкина квартира», М. А. Булгаков — мадам Иванова
- 1929 — «Заговор чувств», Ю. К. Олеша — Валька
- 1932, 1951 — «Егор Булычов и другие», М. Горький — Глафира
- 1933 — «Интервенция», Л. И. Славин — Орловская
- 1935 — «Аристократы», Н. Ф. Погодиндың — Соня
- 1937 — «Человек с ружьем», Н. Ф. Погодин — Надежда
- 1939 — «Ревизор», Н. В. Гоголь — Анна Андреевна
- 1944 — «Гроза» , А. Н. Островский — Катерина
- 1958 — «Идиот»,. Ф. М. Достоевский — Епанчина
- 1959 — «Иркутская история», А. Н. Арбузова — Сердюктың беренсе мөхәббәте
- 1960 — «Дамы и гусары», А. Фредро — Оргонова ханым[5]
- 1962 — «Живой труп», Л. Н. Толстой — Анна Павловна
- 1968 — «Дети солнца», М. Горький — Антоновна
- 1970 — «Память сердца» А. Е. Корнейчук — Галина Романовна
Режиссерлыҡ эштәре
- 1961 — «Стряпуха замужем», А. В. Софронов (ҡуйыусыһы — Р. Н. Симонов)
- 1962 — «Живой труп», Л. Н. Толстой (ҡуйыусыһы — Р. Н. Симонова)
Фильмографияһы
- 1925 — Дорога к счастью — Настя, эшсе
- 1938 — Детство Горького — Варвара, Алёшаның әсәһе
- 1958 — Память сердца — эпизод
- 1961 — Десять тысяч мальчиков — Элли
- 1963 — Пропало лето — баҙарҙағы ҡатын
- 1966 — Последний жулик — фәнни-популяр программаны алып барыусы
- 1970— Освобождение — емерек өйҙәге немка
Иҫкәрмәләр
- ↑ Internet Movie Database (ингл.) — 1990.
- ↑ Алексеева // Русская история.
- ↑ [{{{ссылка}}} Алексеева Елизавета Георгиевна] — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә
- ↑ Алексеева Елизавета Георгиевна (1901—1972)
- ↑ Дамы и гусары
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалерҙары
- «1941–1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышындағы фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн» миҙалы менән бүләкләнгәндәр
- СССР-ҙың халыҡ артистары
- РСФСР-ҙың халыҡ артистары
- РСФСР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәрҙәре
- Сталин премияһы лауреаттары
- 21 февралдә вафат булғандар
- 1972 йылда вафат булғандар
- 18 февралдә вафат булғандар
- 22 июндә тыуғандар
- 1901 йылда тыуғандар
- Мәскәүҙә вафат булғандар
- Мәскәүҙә ерләнгәндәр
- Мәскәүҙә тыуғандар
- Алфавит буйынса педагогтар
- Алфавит буйынса шәхестәр
- XX быуат театр режиссёрҙары
- Рәсәй театр режиссёрҙары
- СССР театр режиссёрҙары
- Алфавит буйынса театр режиссёрҙары
- XX быуат актрисалары
- Рәсәй актрисалары
- СССР актрисалары
- Алфавит буйынса актрисалар