Ҡабаева Алина Марат ҡыҙы

Алина Марат ҡыҙы Ҡабаева (рус. Алина Маратовна Кабаева; 1983 йылдың 12 майы, Ташкент) — Рәсәй гимнасы, нәфис гимнастика буйынса Олимпия чемпионы, йәмәғәт-сәйәси эшмәкәре, медиаменеджер[3]. «Небесная грация» хәйриә фонды һәм нәфис гимнастика академияһы етәксеһе, йыл һайын үткәрелә торған халыҡ-ара турнирҙарҙы ойоштороусы.

2014 йылдың сентябренән — «Национальная Медиа Группа» холдингының Директорҙар советы рәисе. 2016 йылдан «Спорт-Экспресс» ябыҡ акционерҙар йәмғиәтенең Директорҙар советын етәкләй[4].

2004 йылда шәхси күптөрлөлөк ярыштары буйынса Олимпия чемпионы, 2000 йылғы Олимпия уйындарының бронза миҙалы призёры.

Ике тапҡыр донъяның абсолют чемпионы (1999, 2003). Биш тапҡыр Европа чемпионы (1998—2000, 2002, 2004). Алты тапҡыр Рәсәйҙең абсолют чемпионы (1999—2001, 2004, 2006—2007). Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт эшмәкәре (спорт мастеры).

«Берҙәм Рәсәй» партияһының Юғары советы ағзаһы (2001—2005), Рәсәй Федерацияһының Йәмәғәт палатаһы ағзаһы (2005—2007). Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышы Дәүләт Думаһының V (2007—2011) һәм VI (2011 йылдың 4 декабренән 2014 йылдың 15 сентябренә тиклем) саҡырылыштары депутаты.

Биографияһы

Бала сағы

Алина Ҡабаева 1983 йылдың 12 майында Үзбәкстан ССР-ының Ташкент ҡалаһында тыуа.

1991 йыл аҙағында уның ғаиләһе Үзбәкстандан Ҡаҙағстанға, аҙаҡ Рәсәйгә күсенә. 1993 йылда Японияла уҙған халыҡ-ара ярыштарҙа Ҡаҙағстан намыҫын яҡлай[5][6][7]. 1994 йылға тиклем Ҡаҙағстан өсөн сығыш яһай.

Ун бер йәшенән, ата-әсәһе айырылышҡандан һуң, Алина һеңлеһе Ләйсән һәм әсәһе менән Мәскәүҙә йәшәй.

2017 йылдан бөгөнгө көнгә тиклем Марат Ҡабаев — Халыҡ-ара ислам бизнесы ассамблеяһы президенты[8].

Спорт карьераһы

Алина Ҡабаева Ташкентта өс йәш ярымлыҡ булғанда «Трудовые резервы» спорт йәмғиәтендә нәфис гимнастика менән шөғөлләнә башлай[9]. Әсәһе Любовь Михайловна ҡыҙының фигуралы шыулыу йәки нәфис гимнастика менән етди шөғөлиәнеүен теләй. Үзбәкстанда фигуралы шыулыу мәктәптәре булмау сәбәпле, улар нәфис гимнастикаға туҡталалар.

Ҡабаеваның беренсе тренерҙары — А. Малкина һәм Э. Тарасова[10], Ҡаҙағстандағы тренеры — Лариса Никитина.

1995 йылдан Ҡабаева Ирина Винерҙа шөғөлләнә. 1996 йылдан Рәсәй йыйылма командаһы өсөн сығыш яһай.

1998 йылда Европа чемпионатында еңә, һуңынан тағы дүрт тапҡыр Европаның абсолют чемпионы була. 1999 йылда донъя чемпионатында еңеү яулай.

undefined

Уның иң яратҡан күнегеүҙәре — таҫма һәм суҡмарҙар менән эшләү. Иң оҫта башҡарған элементы — пируэт[11]. Спорт карьераһын 2007 йылда тамамлай.

undefined

Белеме

2007 йылда Мәскәү дәүләт сервис университетын ситтән тороп тамамлап[12], «спорт менеджменты» белгечлеге ала[13].

2009 йылда П. Ф. Лесгафт исемендәге Санкт-Петербург дәүләт физик культура университетын ситтән тороп тамамлай[14][15].

2018 йылдың 11 октябрендә Санкт-Петербургта «Нәфис гимнастикала мәктәпкәсә йәштәге балаларҙы әҙерләүҙең спорт-сәләмәтләндереү этабы йөкмәткеһе» темаһына кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай (педагогия фәндәре кандидаты). Диссертация темаһы буйынса уның 9 фәнни мәҡәләһе һәм 1 программаһы баҫылып сыға[16].

Сәйәси һәм ижтимағи эшсәнлеге

2005 йылдың октябренән 2007 йылдың сентябренә тиклем Рәсәй Федерацияһының Йәмәғәт палатаһы ағзаһы була. Йәмәғәт палатаһының хәйриәлек, шәфҡәтлелек һәм волонтерлыҡты үҫтереү мәсьәләләре буйынса комиссияһы сиктәрендә спортсыларҙы страховкалау мәсьәләләре менән шөғөлләнә.

2007 йылда Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһының V саҡырылыш депутаты итеп һайлана. «Берҙәм Рәсәй» сәйәси партияһының федераль исемлеге буйынса һайланып[17], Түбән Кама һайлау округына беркетелә. Дәүләт Думаһының Йәштәр эштәре буйынса комитеты рәисе урынбаҫары вазифаһын башҡара.

2008 йылдың 15 февралендә «Национальная Медиа Группа» холдингының Йәмәғәт советы рәисе итеп һайлана[[4](https://www.google.com/search?q=http://kabaeva-alina.ru/sovet/activity/49/) Пресс-релиз на официальном сайте]. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 август 2008. [[5](https://www.google.com/search?q=https://web.archive.org/web/20081005070346/http://www.kabaeva-alina.ru/sovet/activity/49/) Архивировано] 5 октябрь 2008 года., 2014 йылдың сентябренән — Директорҙар советы рәисе.

Хәйриә фонды һәм Нәфис гимнастика академияһы

2008 йылда Алина Ҡабаева "Алина Ҡабаеваның хәйриә фонды"на нигеҙ һала. Фондтың иң ҙур проекты — «Алина» исемендәге халыҡ-ара балалар хәйриә нәфис гимнастика фестивале. Фонд, шулай уҡ, Цхинвалда спорт комплексы төҙөү, «БДИ буйынса ҡайнар линия» булдырыу, Татарстандың Түбән Кама районында урынлашҡан ауыл китапханаларына ярҙам күрһәтеү кеүек эшмәкәрлек менән шөғөлләнә[18].

2022 йылдан Алина Ҡабаева «Сириус» федераль территорияһындағы «Небесная грация» нәфис гимнастика академияһын етәкләй. Академия 2021 йылдан башлап йыл һайын халыҡ-ара турнир үткәрә. Беренсе ике турнир Рәсәйҙә (Мәскәү һәм Сочи) уҙғарылһа, өсөнсөһө 2023 йылдың 15-17 декабрендә Ҡабаева химайәһендә Пекинда үткәрелә; анда 19 илдән 46 спортсы ҡыҙ ҡатнаша. Турнирҙың маҡсаты — нәфис гимнастиканы олимпия спорт төрө булараҡ үҫтереү һәм популярлаштырыу[19][20][21].

Ғаиләһе һәм шәхси тормошо

Атаһы — Марат Вазыйх улы Ҡабаев (1961 йылда тыуған) — футболсы, футбол тренеры, СССР-ҙың спорт мастеры. Милләте — татар, дине буйынса мосолман. Ташкент ҡалаһында йәшәй, 2011 йылда Ҡазанға күсенә. 1980—1986 йылдарҙа «Пахтакор» футбол командаһында уйнай. 1993 йылда Павлодарҙың «Трактор» командаһы составында Ҡаҙағстан чемпионы исемен яулай. Футболсы карьераһын тамамлағас, тренер булып эшләй[22].


Әсәһе — Любовь Михайловна Ҡабаева[23], милләте — рус, православие динендә[24]. Мәскәүҙә йәшәй. Үзбәкстандың баскетбол буйынса йыйылма командаһында уйнай.

Һеңлеһе — Ләйсән Марат ҡыҙы Ҡабаева (1987 йылда тыуған) — эшмәкәр, күсемһеҙ милек агентлығы хужаһы. Башта фехтование, аңынан нәфис гимнастика менән шөғөлләнә. Һөнәре буйынса — ҡунаҡхана бизнесы менеджеры[[6](https://www.sovsport.ru/) Советский спорт - новости футбол, хоккей, биатлон и другие виды спорта]. Советский спорт. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 март 2022. [[7](https://www.google.com/search?q=https://web.archive.org/web/20201125142850/https://www.sovsport.ru/) Архивировано] 25 ноябрь 2020 года..

Уны бер туған апаһы (ике туған апаһы) — Ләйсән Марат ҡыҙы Ҡабаева (1979 йылда тыуған)[25], 2016—2021 йылдарҙа Татарстандың Әлмәт ҡала судында судья булып эшләй.

Атаһы яғынан олатайһы — Вазыйх Ҡабаев, Үзбәкстан ССР-ының милли көрәш буйынса республика федерацияһы рәисе[26].

Әсәһе яғынан өләсәйһе — Анна Яковлевна Зацепилина (1935 йылда тыуған).

2002—2006 йылдарҙа Ҡабаева милиция капитаны Давид Муселиани (1969 йылда тыуған) менән осрашып йөрөй[27]. Матбуғатта Муселиани Ҡабаеваның кейәүе булараҡ телгә алына башлай. Ҡабаева был мөнәсәбәттәр һәм туйға әҙерлек тураһында «Семь дней» журналына биргән интервьюһында ентекләп һөйләй. Әлеге интервью «Алина Кабаева: „Мин мөхәббәтемде ике йыл йәшерҙем“» тигән исем менән баҫманың 41-се һанында (2004 йыл, 4—11 октябрь) баҫылып сығаАлина Кабаева: «Я скрывала свою любовь два года». Журнал «Семь дней», № 41, 4-11 октября 2004, с. 72-77. 2006 йыл башында пар айырылышҡан; Ҡабаеваның асыҡлыҡ индереүенсә, «был ике яҡтың да уртаҡ ҡарары» булған, һәм улар Муселиани менән дуҫтар булып ҡалғандар[25][28].

Наградалары һәм ҡаҙаныштары

  • Дуҫлыҡ ордены (2001 йыл);
  • IV дәрәжә «Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» ордены (2005);
  • Көньяҡ Осетияның Хөрмәт ордены (2015)[29];
  • Рәсәй Федерацияһы Президентының Маҡтау грамотаһы (2013);
  • Рәсәй Президенты Владимир Путин Алина Ҡабаеваға IV дәрәжә «Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» орденын тапшыра, 2005 йылдың 21 декабре.
    Рәсәй спорт журналистары федерацияһының «Серебряная лань» премияһы лауреаты (1998, 2003);
  • Sport Movies & TV халыҡ-ара фестивале премияһы лауреаты (2021) — спортты популярлаштырыуға, мәҙәни һәм әхлаҡи ҡиммәттәрҙе алға һөрөүгә индергән ҙур өлөшө өсөн';
  • «Glamour» версияһы буйынса «Йыл ҡатын-ҡыҙы» дөйөм милли премияһы лауреаты.

Санкциялар

2022 йылда Бөйөк Британия, Канада, Европа Союзы, Швейцария, Австралия, АҠШ, Япония[30][31][32][33][34][35], шулfq уҡ йылдың 28 сентябренән Яңы Зеландия ла Алина Ҡабаеваға ҡарата шәхси санкциялар исемлегенә индерә[36].

Иҫкәрмәләр

  1. Internet Movie Database (ингл.) — 1990.
  2. Alina Kabajeva // Česko-Slovenská filmová databáze (чеш.) — 2001.
  3. [[1](https://www.google.com/search?q=http://ria.ru/spravka/20130512/936301600.html) Биография Алины Кабаевой]. РИА Новости (12 май 2013). [[2](https://www.google.com/search?q=http://www.webcitation.org/6GZlHSr8e) Архивировано] 13 май 2013 года.
  4. Алина Кабаева возглавила совет директоров «Спорт-Экспресса». РБК. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 9 март 2016. Архивировано 10 март 2016 года.
  5. Как Алина Кабаева с родителям жила в Павлодаре. Воспоминания друга семьи. tengrinews.kz. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 июль 2022. Архивировано 13 июль 2022 года.
  6. Марат Кабаев: «Бывало, спонсировал сборную Казахстана по художественной гимнастике». sports.kz. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 июль 2022. Архивировано 13 июль 2022 года.
  7. "Зимой в Павлодаре было ох как непросто": родившая двойню Кабаева о своей жизни в Казахстане. caravan.kz. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 июль 2022. Архивировано 13 июль 2022 года.
  8. [[3](https://www.rbc.ru/society/12/03/2025/67d19e619a794702150511f4)? Журналистку Кеворкову освободили в зале суда]. rbc.ru (12 март 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 март 2025.
  9. Советский спорт - новости футбол, хоккей, биатлон и другие виды спорта. Советский спорт. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 март 2022. Архивировано 25 ноябрь 2020 года.
  10. Кабаева Алина Маратовна | Российские спортсмены и специалисты | Спортивная Россия. www.infosport.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 март 2022. Архивировано 29 июнь 2021 года.
  11. Лунные орхидеи, Советский Спорт. 16 сентябрь 2017 тикшерелгән.
  12. Официальная страница депутата ГД РФ. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 ғинуар 2022. Архивировано из оригинала 29 февраль 2008 года.
  13. Алина Кабаева не желает быть «декоративным» депутатом, rian.ru, 12.05.2008. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 март 2009. Архивировано 2 апрель 2009 года.
  14. Алина Кабаева: Поражения учат мудрости, Эксперт online 2.0, 20.08.2009. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 май 2020. Архивировано 4 апрель 2016 года.
  15. Алина Кабаева: с Пугачевой общаемся в палате. www.trud.ru (11 янв. 2007 г.). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 март 2022. Архивировано 18 февраль 2020 года.
  16. Кабаева А. М. Содержание спортивно-оздоровительного этапа подготовки детей дошкольного возраста в художественной гимнастике: Автореферат диссертации на соискание учёной степени кандидата педагогических наук: Специальность: 13.00.04 — теория и методика физического воспитания, спортивной тренировки, оздоровительной и адаптивной физической культуры. Санкт-Петербург: тип. НГУ ми. Лесгафта, 2018. 25 с.
  17. Кабаева Алина Маратовна — Официальный сайт Государственной Думы РФ. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 ғинуар 2022. Архивировано из оригинала 29 февраль 2008 года.
  18. Алина Кабаева - Официальный сайт | Новости и биография Алины Кабаевой. kabaeva-alina.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 ғинуар 2021. Архивировано 22 ғинуар 2021 года.
  19. ТАСС, 17 декабря 2023. Кабаева: Китай провел турнир «Небесная грация» на высочайшем уровне
  20. РЕН-ТВ, 18 декабря 2023. Третий турнир по гимнастике «Небесная грация» завершился в Пекине
  21. Академия художественной гимнастики «Небесная грация» Алины Кабаевой
  22. Кабаева, Алина Маратовна. Энциклопедия ТАСС. tass.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 август 2023.
  23. KM.RU - новости, экономика, автомобили, наука и техника, кино, музыка, спорт, игры, анекдоты, курсы валют | KM.RU. www.km.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 март 2022. Архивировано 26 ноябрь 2009 года.
  24. Религия в жизни спортсмена: вера или суеверие? Телепрограмма «Православная энциклопедия» (ТВЦ, прямой эфир) (22 ғинуар 2005). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 декабрь 2021. Архивировано 1 декабрь 2021 года.
  25. 1 2 Советский спорт - новости футбол, хоккей, биатлон и другие виды спорта. Советский спорт. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 март 2022. Архивировано 25 ноябрь 2020 года.
  26. Алина Кабаева рассказала, кому на самом деле обязана своим успехом - 7Дней.ру. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 апрель 2022. Архивировано 30 апрель 2022 года.
  27. «Алина Кабаева выходит замуж?» KP.RU, 6.10 2004. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 декабрь 2014. Архивировано 20 февраль 2015 года.
  28. Алина Кабаева выходит замуж за милиционера  (рус.), Правда.Ру (7 октябрь 2004). 16 сентябрь 2017 тикшерелгән.
  29. Указ «О награждении Орденом Почета Кабаевой А.М.» Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 октябрь 2022. Архивировано 6 октябрь 2022 года.
  30. Великобритания ввела санкции против Кабаевой, бывшей жены и родственников Путина (13 май 2022). 1 февраль 2024 тикшерелгән.
  31. Канада ввела санкции против членов правления ВТБ, Сбербанка и Алины Кабаевой. 31 май 2022 тикшерелгән.
  32. Волож, Кабаева, Навка: ЕС опубликовал шестой пакет санкций против России Архивная копия от 3 июнь 2022 на Wayback Machine // forbes.ru, 3 июня 2022
  33. Правительство Австралии / Федеральный реестр законодательства. Autonomous Sanctions (Designated Persons and Entities and Declared Persons—Russia and Ukraine) Amendment (No. 18) Instrument 2022 (ингл.). AUS legislation.gov.au. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 июнь 2022. Архивировано 1 июль 2022 года.
  34. Новостное агентство РБК / портал RBK. Австралия ввела санкции против Кабаевой, Нисанова и племянника Путина. rbc.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 июль 2022. Архивировано 1 июль 2022 года.
  35. Под санкции США попали шесть российских миллиардеров из списка Forbes. РБК. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 август 2022. Архивировано 2 август 2022 года.
  36. Генри Достоевский. Япония ввела санкции против Кабаевой, Хирурга и родственников Кадырова. RTVI (7 октябрь 2022). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 февраль 2024.