Алпамыша (эпос)
Алпамыша эпосы (шулай уҡ «Алпамыш», «Алпамыша батыр», «Алтыйәшәр Алпамыша» булараҡ билдәле) (рус. Алпамыша, эпос) — төрки халыҡтарының (башҡорт, үзбәк, ҡаҙаҡ, ҡараҡалпаҡ, татар, алтай, нуғай һ.б.) героик эпосы (дастаны). Әҫәр Алпамыша батырҙың ҡаһарманлығын, ғаилә тоғролоғон һәм халыҡтың берҙәмлеген һүрәтләй. Ҡайһы бер тикшеренеүселәр был варианттарҙы боронғо төрки ҡәбиләләренең берләшеү дәүере менән бәйләй[1].
1949 һәм 1975 йылдарҙа эпос рус телендә (Л. Пеньковский һәм башҡалар тәржемәһе) нәшер ителгән[2][3].
Тарихы һәм барлыҡҡа килеүе
«Алп» һүҙе «батыр, баһадир» тигәнде аңлата[4].
Алпамыша дастаны XIV—XVII быуаттарҙа төрки халыҡтарҙың Жуңғар ханлығы хакимдарына ҡаршы көрәш осоронда барлыҡҡа килгән тип һанала.
Башҡорт фольклорында ул «Алпамыша менән Барсынһылыу» исеме менән билдәле. Беренсе тапҡыр 1899 йылда Ҡазан ҡалаһында «Кыйсса-и-Алпамыш» версияһы аҫтында баҫылып сыға.
Сюжеты
Эпостың нигеҙендә боронғо фольклор мотивтары — батырҙың мөғжизәле тыуыуы, кәләш алыу өсөн һынауҙар үтеүе һәм тыуған еренә ҡайтып, ғәҙеллекте тергеҙеүе ята.
Төп сюжет һыҙыҡтары:
- Батырҙың тыуыуы: Оҙаҡ ваҡыт балаһы булмаған ата-әсәнең (башҡорт версияһында — Бөйән-бай менән уның ҡатыны) изге урындарға барып теләк теләүе һөҙөмтәһендә Алпамыша менән уның һеңлеһе (Ағылҡай йәки Ҡарлуғас) донъяға килә.
- Яусылыҡ һәм һынауҙар: Алпамыша бала саҡтан уҡ йәрәштерелгән кәләше Барсынһылыуҙы эҙләп юлға сыға. Уны алыу өсөн Алпамыша ат сабышында, уҡ атыуҙа һәм көрәштә көс һынаша.
- Тотҡонлоҡ: Сюжеттың икенсе өлөшөндә батырҙың дошман ҡулына эләгеүе һәм ете йыл буйы тотҡонлоҡта (зинданда) (рус.)баш. ултырыуы тасуирлана.
- Ҡайтыу: Тотҡонлоҡтан ҡотолоп ҡайтҡан Алпамыша үҙенең ерендә власты баҫып алған Ултан-таҙаны күрә. Батыр үҙен танытмайынса, кәләшенең туйына килә һәм ахырҙа дошмандарын еңеп, ғаиләһенә һәм халҡына бәхет алып килә[5].
Төп геройҙар: Алпамыша батыр һәм уның кәләше Барсынһылыу. Конфликт: Батырҙың тотҡонлоҡҡа төшөүе һәм уның ерендә власты баҫып алған яуыз Ултан-таҙа менән көрәше. Алып үҙ хакимлығы аҫтында халыҡты берләштерә, илендә тыныслыҡ һәм ғәҙеллек тергеҙә[6].
Башҡорт версияһының үҙенсәлектәре
Башҡорт фольклорында «Алпамыша менән Барсынһылыу» эпосының бер нисә варианты бар. Иң тулы варианттарын М. А. Буранғолов, Ғ. Б. Арғынбаев, С. Исмәғилев һәм башҡалар яҙып алған.
Башҡорт версияһында ваҡиғалар Көньяҡ Урал һәм Яйыҡ буйы ерҙәре менән бәйләнә. Эпос проза менән шиғыр (көйләп әйтелә торған өлөштәр) чиратлашыуынан тора. Унда башҡорттарҙың боронғо йолалары, этнографик үҙенсәлектәре (мәҫәлән, тирмә ҡороу, ат бәйгеләре, ҡоҙалау ритуалдары) сағыла[7].
Башҡа халыҡтарҙағы эпос
Эпостың төрлө версиялары бер нисә төрки халыҡтың фольклор традицияларында осрай. Уның төрлө версиялары бер-береһенән үҙенсәлектәре менән айырылып тора:
- Урта Азия халыҡтарында: Үҙбәк («Алпомиш»), ҡаҙаҡ («Алпамыс батыр»), ҡараҡалпаҡ версияларында батыр ҡоңрат ҡәбиләһенән сыҡҡан тип күрһәтелә.
- Уғыҙ версияһы: «Ҡорҡот ата китабындағы» Бамси-Бәйрәк образы «Алпамыша» сюжеты менән типологик яҡынлыҡ күрһәтә.
- Алтай версияһы: «Алтай версияһы „Алып-Манаш“ исеме аҫтында билдәле»[8][9].
Өйрәнеү тарихы һәм варианттары
XX быуат башында Ырымбур губернаһында А. Г. Бессонов тарафынан яҙып алына. Эпостың «Алпамыша», «Алтыйәшәр Алпамыша» һәм башҡа исемле варианттарын М. А. Буранғолов, С.Ә-Ә.Галин, К. Мәргән, С. Ф. Миржанова, М. М. Сәғитов, С. Ғ. Сафуанов, Н. Д. Шоңҡаров һәм башҡалар яҙып ала.[10] Уларҙы Алпамша батырлығына бәйле дөйөм сюжет берләштерә. Көй варианттарын Н. Д. Шоңҡаров яҙып ала, К. Й. Рәхимов нотаға һала. Эпостың Свердловск өлкәһе, Башҡортостан, Силәбе, Һамар, Һарытау, Ырымбур өлкәләрендә яҙып алынған 30-ға яҡын варианты архивта һаҡлана[11].
Мәҙәниәттә
Эпос бер нисә төрки халыҡтың мәҙәни традицияларында әһәмиәтле урын биләй:
- ЮНЕСКО: 1999 йылда ЮНЕСКО ҡарары менән «Алпамыша» дастанының 1000 йыллығы халыҡ-ара кимәлдә билдәләнде[12].
«Алпамыш» эпосы 2019 йылда ЮНЕСКО кешелектең матди булмаған мәҙәни мираҫының Репрезентатив исемлегенә индерелде. Эпос Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан һәм Үзбәкстан тарафынан уртаҡ мәҙәни ҡомартҡы булараҡ тәҡдим ителде[13].
Алпамыш образы Үҙәк Азия һәм Башҡортостан халыҡтарының һынлы сәнғәтендә киң сағылыш таба. Эпостың сюжеттары китап графикаһында, һынлы сәнғәттә, скульптурала һәм биҙәү-ҡулланма сәнғәтендә сағылыш таба. Рәссамдар риүәйәттең төп эпизодтарын: геройҙың батырлыҡтарын, уның алыштарын, тыуған иленә ҡайтыуын һәм башҡа лирик күренештәрҙе һүрәтләй.
Эпос образдарына билдәле башҡорт рәссамдары Әхмәт Лотфуллин һәм Рәшит Ишбулатов мөрәжәғәт итте. Үзбәк сәнғәтендә Алпамыштың классик график образдарын Владимир Кайдалов ижад итә.
Герой хөрмәтенә монументаль һәйкәлдәр ҡуйылған:
Һәйкәл 2018 йылда Ҡаҙағстанда асылған[14].
Алпамыша образы хәҙерге визуаль сәнғәттә лә ҡулланыла. 2023 йылда Башҡортостанда «Алпамыша менән Барсынһылыу» эпосы «Башҡортостан республикаһы халыҡтарының матди булмаған этномәҙәни байлыҡ объекттарының берҙәм реестры»на индерелгән[15].
Рәсемдәр
Иҫкәрмәләр
- ↑ Алпамыш. Большая российская энциклопедия. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 июнь 2026.
- ↑ Составитель: А.А. Петросян. Героический эпос народов СССР. Том 2. — М: Художественная литература, 1975. — (Библиотека всемирной литературы. Серия первая: Литература до XVIII века). (Тикшерелеү көнө: 21 июнь 2026)
- ↑ Ф. Юлдаш , Л. М. Пеньковский. Алпамыш. Узбекский народный эпос. — М: Художественная литература, 1949. (Тикшерелеү көнө: 24 июнь 2026)
- ↑ Ягафарова Г. Н. Башкирско-русский словарь военной лексики = : Башҡортса-урысҫа хәрби лексика hүҙлеге. — Уфа: Гилем, 2007. — 150 с. — ISBN 978-5-7501-0796-4.. (Тикшерелеү көнө: 24 июнь 2026)
- ↑ Эпосы народов мира. Алпамыш. Nasledie.digital. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 июнь 2026.
- ↑ Алпамыша, башҡорт мифологияһында батыр (башҡ.). Башҡорт энциклопедияһы: 7 томда. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 июнь 2026.
- ↑ Р. Г. Ягафаров. Башкирский народный эпос "Алпамыша и Барсынхылу": генезис, специфика, поэтика тема диссертации и автореферата по ВАК РФ 10.01.09, кандидат филологических наук Ягафаров, Ринат Галимьянович. Электронная библиотека диссертаций (2007). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 июнь 2026.
- ↑ Жирмунский В. М. Тюркский героический эпос. — Л.: Наука, 1974. — 723 с. (Тикшерелеү көнө: 21 июнь 2026)
- ↑ Эпосы народов мира. Алпамыш. Nasledie.digital. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 июнь 2026.
- ↑ Мәргән К. Башҡорт халҡының эпик ҡомартҡылары. Өфө, 1961.
- ↑ Башкирское народное творчество. Т.1. Поэма. Өфө, 1987
- ↑ International Conference on the "Spiritual Heritage of Turkic Peoples in the World Civilization Context: the Epic "Alpamys Batyr" (ингл.). UNESCO. Intangible Cultural Heritage. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 июнь 2026.
- ↑ International Conference on the "Spiritual Heritage of Turkic Peoples in the World Civilization Context: the Epic "Alpamys Batyr" (ингл.). UNESCO. Intangible Cultural Heritage. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 июнь 2026.
- ↑ Памятник Алпамыс батыру. Актобе. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 июнь 2026.
- ↑ Башкирский эпос «Алпамыша и Барсынхылу» (башк. «Алпамыша менән Барсынһылыу»). Единый реестр объектов нематериального этнокультурного достояния народов Республики Башкортостан. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 июнь 2026.
Әҙәбиәт
- Башҡорт халыҡ ижады. Эпос: 4-се том. — Өфө, 1999.
- Мәргән К. Башҡорт халҡының ҡаһарманлыҡ эпосы. — Өфө, 1961.
- Жирмунский В. М. Тюркский героический эпос. — Л., 1974.
- Алпамыш. Тезисы докладов и сообщений регионального совещания по эпосу «Алпамыш», Ташкент, 1956.
- Жирмунский В. М., Сказание об Алпамыш и богатырская сказка, М., 1960.