Алымов Алексей Михайлович
Алымов Алексей Михайлович | |
---|---|
![]() | |
Тыуған көнө | 18 март 1923 |
Тыуған урыны | Маслов, Кромск өйәҙе, Орёл губернаһы, РСФСР, СССР |
Вафат булған көнө | 22 февраль 2009 (85 йәш) |
Вафат булған урыны | |
Хеҙмәт иткән урыны |
![]() |
Ғәскәр төрө | пехота[d] |
Хеҙмәт итеү йылдары | 1943—1946 |
Хәрби звание | |
Часть | 1255-се уҡсылар полкы |
Командир | отделение командиры |
Хәрби алыш/һуғыштар | Бөйөк Ватан һуғышы |
Награда һәм премиялар | |
Отставкала | педагог, мәктәп директоры |
Алымов Алексей Михайлович (18 март 1923 йыл — 22 февраль 2009 йыл) — мәғариф хеҙмәткәре. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, отделение командиры, кесе сержант. Советтар Союзы Геройы (1945). I дәрәжә Ватан һуғышы (1985) һәм 3‑сө дәрәжә Дан (1944) ордендары кавалеры. РСФСР халыҡ мәғарифы отличнигы.
Биографияһы
Алексей Михайлович Алымов 1923 йылдың 18 мартында Орёл өлкәһе Сосковка районының Маслов ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Милләте рус. Шунда уҡ урта мәктәпте тамамлай.
1943 йылдың октябренән Ҡыҙыл Армияла. 1944 йылдың май айынан Бөйөк Ватан һуғышы фронттарында. Отделение командиры кесе сержант Алымов 1944 йылдың 16 июлендә Псков өлкәһенең Опочка—Лудза шоссеһы эргәһендәге һуғыштарҙа батырлыҡ күрһәтә. Төркөм составында ул дошмандың штаб машинаһын ҡулға төшөрә, унан һуң һөжүм итеүсе дошман менән һуғышҡа инә. Өс тапҡыр яраланған комсомол Алымов һуғыш яланын ташлап китмәй һәм шәхсән үҙе дошмандың күп һандағы тере көсөн (54 немец) юҡ итә.
СССР Юғары Советы Президиумының 1945 йылдың 24 мартындағы ҡарары менән кесе сержант Алымов Алексей Михайловичкә Ленин ордены һәм «Алтын Йондоҙ» миҙалы (№ 9055) тапшырып, Советтар Союзы Геройы исеме бирелә.
Һуғыш бөткәс старшина Алымов демобилизациялана. 1960 йылдан КПСС ағзаһы. Ырымбурҙа педагогия институтын тамамлағас, 1947—1976 йылдарҙа Иглин районының Урман ауылындағы эшсе йәштәр урта мәктәбе уҡытыусыһы һәм директоры, артабан хаҡлы ялға сыҡҡансы — Өфө районы Михайловка ауылындағы урта мәктәп директоры.
2009 йылдың 22 февралендә вафат була, Михайловка ауылында ерләнгән.
Наградалары
- Советтар Союзы Геройының «Алтын Йондоҙ» миҙалы (№ 9055)
- Ленин ордены
- I дәрәжә Ватан һуғышы ордены
- III дәрәжә Дан ордены
- Миҙалдары, шул иҫәптән:
- «1941—1945 йй. Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы
- «1941—1945 йй. Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә егерме йыл» юбилей миҙалы
- «1941—1945 йй. Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә утыҙ йыл» юбилей миҙалы
- «1941—1945 йй. Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә ҡырҡ йыл» юбилей миҙалы
- РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы
Иҫкәрмәләр
Әҙәбиәт
- Герои Советского Союза: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии И. Н. Шкадов. — М.: Воениздат, 1987. — Т. 1 /Абаев — Любичев/. — 911 с. — 100 000 экз. — ISBN отс., Рег. № в РКП 87-95382.
- Высоты мужества. — Уфа, 1982.
- Подвиги Героев Советского Союза. — М., 1981.
- Славные сыны Башкирии. Книга 1. — Уфа, 1965.
- Алымов Алексей Михайлович : [участник Великой Отечеств. войны, Герой Совет. Союза, 1923—2009 : некролог] // Республика Башкортостан. — 2009. — 25 февр. — Подписи: М. Г. Рахимов, К. Б. Толкачев, Р. С. Сарбаев и др. — (Вечерняя Уфа ; 25 февр.).
Һылтанмалар
- Алымов Алексей Михайлович . «Герои страны» сайты. (Тикшерелеү көнө: 13 ноябрь 2010)
- 18 мартта тыуғандар
- 1923 йылда тыуғандар
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Сосковка районында тыуғандар
- Кромск өйәҙендә тыуғандар
- 22 февралдә вафат булғандар
- 2009 йылда вафат булғандар
- Өфө районында вафат булғандар
- СССР сержанттары һәм старшиналары
- Советтар Союзы Геройҙары
- Ленин ордены кавалерҙары
- I дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалерҙары
- Дан ордены кавалерҙары
- «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы менән бүләкләнгәндәр
- «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында еңеүгә 40 йыл» юбилей миҙалы менән бүләкләнгәндәр
- РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличниктары
- Алфавит буйынса педагогтар
- Башҡортостан педагогтары
- Бөйөк Ватан һуғышы пехотасылары
- КПСС ағзалары
- Өфө районында ерләнгәндәр
- Советтар Союзы Геройҙары (Башҡортостан)