Алёна Мун

Алёна Мун, тулы исеме Алёна Мунтяну[2] (рум. Aliona Munteanu; 1989 йылдың 25 майы[1], Кишинёв) — молдаван йырсыһы, 2013 йылда «Евровидение» йыр конкурсында «O mie» йыры менән Молдавия исеменән сығыш яһай[3][4][5].

Карьераһы

2010 йылда Алёна Мун «Йондоҙҙар Фабрикаһы 2» милли музыкаль шоуында ҡатнаша һәм 3-сө урын ала. «Йондоҙҙар Фабрикаһы 2» -ла ҡатнашҡандан һуң «Thumbs Up» төркөмөн булдырҙы. 2012 йылда ул Баку ҡалаһында «Евровидение — 2012» Паша Парфенийҙың бек-вокалисткаһы булараҡ сығыш яһағайны. Паша Парфений был конкурста «Lautar» йыры менән 11 урын алды[6].

Евровидение — 2013

2013 йылдың 14 майында Мальмёла "Евровидение"ның беренсе ярым финалында Украина, Ирландия, Рәсәй, Белоруссия, Литва, Эстония, Нидерланд, Бельгия һәм Дания илдәре вәкилдәре менән бер рәттән конкурстың финалына сыға.

Конкурстың финалында 2013 йылдың 18 майында Алёна Мун 3 һаны аҫтында Литва ҡатнашыусыһынан һуң сығыш яһай[7]. Һөҙөмтәлә, 11 урын биләй (шул уҡ урынды 2012 йылда Молдова вәкиле Алёнаның продюсеры, композитор һәм пианист Паша Парфений ҙә алған була).

Жюри «Евровидение — 2013» конкурсында Молдова вәкиленең исемен әйтеп өлгөрмәй, йырсыны плагиатта ғәйепләйҙәр. Баҡтиһәң, Алёнаның кейеме американ йырсыһы Кэрри Андервудтың «Грэмми» церемонияһы ваҡытында төрлө төҫкә инеп емелдәгән күлдәген бик ныҡ хәтерләткән икән[8].

Евровидениенын һуң

2014 йылда Алёна «Vocea României» проектында, «Голос» телешоуының румын версияһында, ҡатнаша һәм дүртенсе урын биләй.

2023 йылдың 26 декабрендә «Евровидение 2024» һайлап алыу турында ҡатнашыуҙан баш тарта[9].

Ғаиләһе

2018 йылда кейәүгә сыға. Тормош иптәше — Владимир[10].

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 Aliona Moon // Discogs (ингл.) — 2000.
  2. Aliona Moon, www.last.fm. 1 октябрь 2025 тикшерелгән.
  3. «Result: Aliona Moon to represent Moldova in Malmö». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 октябрь 2025. Архивировано 10 декабрь 2017 года.
  4. «Aliona Moon to represent Moldova!» Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 октябрь 2025. Архивировано 4 июнь 2016 года.
  5. «Moldova: It’s Aliona Moon!» Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 октябрь 2025. Архивировано из оригинала 19 июль 2013 года.
  6. Участница "Евровидения" от Молдовы в гостях у E-motion (18.04.2013). 1 октябрь 2025 тикшерелгән.
  7. Eurovision Song Contest 2013 (ингл.). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 октябрь 2025. Архивировано 25 май 2013 года.
  8. Алёну Мун обвинили в плагиате. «Молдавские Ведомости» (18 март 2013). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 октябрь 2025. Архивировано 23 июнь 2013 года.
  9. Алёна Мун передумала участвовать в национальном отборе на Евровидение-2024. 2023-12-27. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 октябрь 2025.
  10. Звезда «Евровидения» на свадьбе полностью отказалась от молдавских традиций. bloknot-moldova.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 октябрь 2025.

Сығанаҡтар