Амангилдина Дамира Зәйнетдин ҡыҙы

Дамира Зәйнетдин ҡыҙы Амангилдина (рус. Дамира Зайнетдиновна Амангильдина1975 йылдың 30 авгусы, Хәлил, Әбйәлил районы, Башҡорт АССР-ы, СССР) — совет, Рәсәй бейеүсеһе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (2012).

Биографияһы

1975 йылдың 30 авгусында Башҡорт АССР-ының (1992 йылдан Башҡортостан Республикаһы) Әбйәлил районы Хәлил ауылында тыуған.

1996 йылда Стәрлетамаҡ Мәҙәниәт техникумына уҡырға инә. Шул уҡ йылдан Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт ойошмаһы хеҙмәткәре, Стәрлетамаҡ Бейеү театры солисы[1].

Театр составында Мәскәү, Санкт-Петербург ҡалаларында, Германия, Бельгия, Голландия, Төркиәлә гастролдә була[2].

Балетмейстер булараҡ, Стәрлетамаҡ башҡорт драма театрында «Атты ектем! Айға осам…», «Ләсәй», «Әләпле артистары» комедиялары, «Ҡатынымдың исеме Морис», «Ҡуштирәк» спектаклдәрен хореографик яҡтан биҙәй[2].

Ғаиләһе

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа наградалары

  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (2012)[1].

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 3 Дамира Амангилдина: “Бейеүҙәрҙә – минең асылым...”. ye102.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 4 август 2026.
  2. 1 2 Дамира Амангилдина: “Төштәремдә бейеп уянам”. shonkar.comg. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 4 август 2026.