Ангела Меркель
Ангела Меркель нем. Angela Merkel[1] | ||||
Ангела Меркель в 2021 году | ||||
| ||||
---|---|---|---|---|
22 ноябрь 2005 — 8 декабрь 2021 | ||||
Президент: | Хорст Кёлер Кристиан Вульф Йоахим Гаук Франк-Вальтер Штайнмайер | |||
Алдан килеүсе: | Герхард Шрёдер | |||
Дауамсы: | Олаф Шольц | |||
| ||||
17 ноября 1994 — 27 октября 1998 | ||||
Алдан килеүсе: | Клаус Тёпфер | |||
Дауамсы: | Юрген Триттин | |||
| ||||
18 января 1991 — 17 ноября 1994 | ||||
Алдан килеүсе: | Урсула Лер | |||
Дауамсы: | Клаудия Нольте | |||
Дине: | Евангелическая церковь Германии[d][2] и Лютерандар[3] | |||
Тыуған: | 17 июль 1954[4][5][…] (70 йәш)
| |||
Династия: | семья Ангелы Меркель[d] | |||
Исеме: | Ангела Доротея Каснер | |||
Атаһы: | Хорст Каснер[d][7][3] | |||
Әсәһе: | Герлинда Каснер[d][7][3] | |||
Ире: | Ульрих Меркель (1977—1982) Иоахим Зауэр (1998 — х. в.) | |||
Партия: | ||||
Белеме: | ||||
Фәнни дәрәжәһе: | тәбиғәт фәндәре докторы[d][9] | |||
Һөнәре: | физикохимик | |||
Сайт: | angela-merkel.de | |||
Автограф: | ||||
Ангела Меркель (нем. Angela Dorothea Merkel, ҡыҙ фамилияһы Каснер (нем. Kasner); 17 июль 1954 йыл) — Германияның дәүләт эшмәкәре , ғалим-физикохимик. 2005 йылдың 22 ноябренән 2021 йылдың 8 декабренә тиклем — Германияның федераль канцлеры. «Германияның Христиан демократтары союзы» партияһы етәксеһе (2000 йылдың 10 апреле — 2018 йылдың 7 декабре).
Германия тарихында тәүге һәм әлегә берҙән-бер ҡатын-ҡыҙ канцлер.
Ата-әсәһе. Уҡыу йылдары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
А́нгела Дороте́я Ме́ркель 1954 йылдың 17 июлендә Хорст Каснер (1926—2011) һәм Герлинда Каснер (1928) ғаиләһендә Германия Федератив Республикаһының Гамбург ҡалаһында тыуған.
Хорст Каснер (Kasner, үҙ фамилияһы Казмерчак) Гитлерҙың власҡа килеренән өс йыл алдараҡ фамилияһын немецса Каснергә әйләндерә, Гейдельберг һәм Гамбург университеттарында теология өйрәнә. Ангеланың олатаһы, Людвик Казмерчак (Анна Казмерчак менән Людвик Войцеховский улы), Познань ҡалаһында полицияла хеҙмәт итә, Беренсе донъя һуғышы ваҡытында герман армияһында һуғыша, Францияла әсиргә эләгә, бында генерал Юзеф Халлерҙың поляк армияһына яҙыла. Польша—Украина һәм Польша—Совет Рәсәйе һуғыштарында ҡатнаша. 1923 йылда Берлинға күсә, полицияла хеҙмәт итә, 1943 йылдан башлап, имелек полицияһы сержанты. Ангеланың әсәһе, Герлинда Йентцш (Jentzsch), Данцигта (Гданьск) тыуған, 1936 йылда Эльбингта йәшәгән (хәҙерге Эльблонг).[11][12][13].
Ангела тыуып, бер нисә аҙна үткәс, Кастнер ғаиләһе ГФР-ҙағы Гамбургтан Германия Демократик Республикаһына күсенә, Хорст Каснер Перлеберг ҡалаһында лютеран сиркәүенә эшкә ебәрелә (Берлин-Бранденбург). 1957 йылда, Каснерҙар Темплин ҡалаһында йәшәй башлай. Бында Ангеланың атаһы пастор булмай, лютеран сиркәүенең үҡыу үҙәген булдырыуҙа ҡатнаша, оҙаҡ йылдар пасторҙар әҙерләй торған колледж етәксеһе була һәм Берлин-Бранденбургеренең лютеран сиркәүе тормошонда ҙур роль уйнай[14]. Ҡатыны латин һәм инглиз телдәренән уҡыта. Ғаиләлә Ангеланан тыш тағы ике бала була: улдары Маркус (1957 йылғы), ҡыҙҙары — Ирена (1964 йылғы).
Каснерҙар лютеран сиркәүенең ГДР хөкүмәте сәйәсәтен һәм СЕПГ-ның сиркәүгә ҡарата сәйәсәтен аңлап, ҡабул иткән өлөшөнә ҡарай. Каснерҙарға ҡайһы бер өҫтөнлөктәр бирелә, уларға көнбайышҡа сығып йөрөргә рөхсәт ителә. Герлинда Каснерға мәктәптә эшләргә рөхсәт бирелмәй, шуға күрә ул үҙен баларын тәрбиәләүгә бағышлай. Ангела Каснер балалар баҡсаһына ла, мәктәптә оҙайтылған көн төркөмөнә лә йөрөмәй.
1961 йылда Темплиндағы политехник урта мәктәптең беренсе класына уҡырға бара. Мәктәптә артыҡ күҙгә салынып бармаған, ләкин иптәштәре менән уртаҡ тел таба алған ҡыҙ була. Бик яҡшы уҡый, бигерәк тә математиканан ҙур уңыштарға өлгәшә. 1973 йылда сығарылыш имтихандарын тик «бишле» билдәләренә генә бирә[15].
Мәктәп йылдарында Ангела Эрнст Тельман исемендәге пионер ойошмаһында һәм һуңыраҡ Ирекле немец йәштәре союзында (СССР-ҙағы комсомол кеүек йәштәр ойошмаһы) ағза булып тора.
Ҡыҙ Лейпциг университетының физика факультетына уҡырға инергә була, 1973 йылдан Лейпцигта йәшәй. ГДР-ҙағы төҙөлөш менән риза булмаған оппозиция сафында булмай, ләкин үҙе әйтеүенсә, диссидент- яҙыусы Райнер Кунце менән таныша, уны яратҡан яҙыусыһы тип атай.
Йәш саҡта студенттар менән хөкүмәт магазинынан арзан хаҡҡа черника һатып алып (хөкүмәт дотация биргән), кире шул магазинға артыҡ хаҡҡа һатып аҡса эшләштергәндәре тураһында А.Меркель үҙе һөйләй[16].
1974 йылда Мәскәү һәм Ленинградтан студент физиктар менән осрашыу ваҡытында, буласаҡ ире, Фогландтан студент-физик Ульрих Меркель менән таныша. Темплин сиркәүендә улар 1977 йылдың 3 сентябрендә никахлаша.
«Влияние пространственной корреляции на скорость бимолекулярных элементарных реакций в плотной среде» тигән диплом эшен Ангела Меркель 1978 йылда бишлегә яҡлай. Университетта уҡығанда Ангела йәштәр ойошмаһында әүҙем эшләй, агитация һәм пропаганда өсөн яуап бирә.
ГДР (1978—1990)[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Университетты тамамлағас, Ангела менән Ульрих Меркель Берлинға китә. 1978—1989 йылдарҙа Ангела Меркель ГДР Фәндәр Академияһының Физик химия үҙәк институтында эшләй. 1986 йылда ул теоретик химия буйынса диссертация яҡлай һәм тәбиәғәт фәндәре докторы дәрәжәһен ала.
1989—1990 йылдарҙа ГДР-ҙа демократлаштырыу процессы башлана. Быға тиклем бик ҙур сәйәси әүҙемлек күрһәтмәгән А.Меркель «Demokratischer Aufbruch» (Демократик ынтылыш) партияһында эшләй башлай. 1990 йылда ГДР дәүләте күҙгә күренеп тарҡала бара, был осорҙа Ангела Меркелдең сәйәси карьераһын үҫтереүгә ГДР-ҙың Министрҙар Советы рәйесе янындағы парламент Дәүләт секретаре Гюнтер Краузе ҙур өлөш индерә. Ангела Меркель ГДР хөкүмәте пресс-секретаренең урынбаҫары вазифаһын биләй. 1990 йылдың 3 октябрендә рәсми рәүештә ГДР дәүләте йәшәүҙән туҡтай.
ХДС-ҡа күсеү (1990)[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
1990 мартында «Демократик ынтылыш» ГДР Халыҡ палатаһына һайлауҙарҙа уңышһыҙлыҡҡа осрай. 1990 йылдың 4 авгусында христиан демократтары менән яҡынлашыу процессы ХДС составына инеү менән тамамлана. Был ваҡытҡа ГДР-ҙағы ХДС ФРГ-лағы ХДС менән бер партия булып ҡушылған була. Меркель "Демократик ынтылыш"тан өс делегаттың береһе булараҡ, Гамбургта 1990 йыл 1— 2 октябрендә үткән ойоштороу съезында ҡатнаша. Был съезд алдынан уның инициативаһы буйынса, ХДС рәйесе һәм ФРГ-ның федераль канцлеры Гельмут Коль менән тәүге осрашыу була.
ГДР тарҡалғас, Меркель ФРГ-ның матбуғат һәм информация федераль ведомствоһында министр кәңәшсеһе вазифаһын биләй(нем. BPA). Меркель бундестаг депутаты урыны өсөн көрәшергә ҡарар итә. Мекленбург-Померанияла (элекке ГДР территорияһы) ХДС-тың бүлексәһе етәксеһе Гюнтер Краузеның ярҙамы Ангела Меркелгә бик ваҡытлы була
Ҡатын-ҡыҙҙар һәм йәштәр эше буйынса федераль министр (1991—1994)[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
1990 йылдың 2 декабрендә үткән бөтә Германия һайлауҙарында Меркель үҙ округында бөтә тауыштың 48,5 % йыя. 1990 йылдың 20 декабрендә , Ангела Меркель бундестаг депутаты мандатын ала.
Гельмут Коль үҙенең дүртенсе кабинетында А.Меркелгә ҙур булмаған Ҡатын-ҡыҙҙар һәм йәштәр эше буйынса министрлыҡты тәҡдим итә.
Оҙаҡламай төрөлө финанс мутлыҡтарында ғәйепләнеп, ГДР-ҙан сыҡҡан ХДС етәкселәре үҙ постарын юғалта. 1991 йылдың декабрендә ХДС-тың Дрезденда үткән съезында Меркель ХДС-тың рәйесе урынбаҫары вазифаһын биләй. 1993 йылдың июнендә ХДС-тың Мекленбург — Алғы Померания бүлексәһенең етәксеһе вазифаһына һайлана.
Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау федераль министры (1994—1998)[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
1994 йыл 16 октябрендә бундестагҡа яңы һайлауҙар үтә, Гельмут Коля Меркелгә Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау һәм ядро хәүефһеҙлеге федераль министры портфелен тәҡдим итә. Үҙ федераль һайлау округында Ангела Меркель өсөн 48,6 % тауыш бирелә .
ХДС-ты законһыҙ финанслау тураһындағы низағ (1999)[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
1998 йылдың 27 сентябрендә үткән бундестагҡа һайлауҙарҙа ХДС/ХСС блогы уңышһыҙлыҡҡа осрай. 1998йылдың 7 ноябрендә Шойбле партияның рәйесе итеп һайлана, бығаса Г.Коль «минең ҡыҙыҡайым» тип йөрөткән Меркель- генераль секретарь, Г.Коль- почетлы рәйес вазифаларына күрһәтелә.
Киләһе һайлауҙарҙа ХДС һиҙелерлек уңышҡа өлгәшә, был Меркельдең позицияларын тағы ла нығыта.
1999 йылдың ноябрендә ХДС законһыҙ финанслау тураһында низағ тыуа. Гельмут Колде «Сәйәси партиялар тураһында»ғы федераль законды боҙоп, ҙур капиталдан миллионлаған марка аҡса алыуҙа ғәйепләнә. 1999 йылдың 22 декабрендә «Frankfurter Allgemeine Zeitung» гәзитендә ХДС-тың генераль секретаре Ангела Меркелдең Гельмут Колде тәнҡитләгән мәҡәләһе сыға, ул "ҡарт гвардия"нан һис шикһеҙ баш тартырға саҡыра:
Партия должна сделать первые самостоятельные шаги, должна поверить в себя, что и без «старого боевого коня», как себя часто называл сам Гельмут Коль, сможет продолжить борьбу со своими политическими противниками. Как подросток в пубертатный период, она должна оторваться от родительского дома и пойти собственной дорогой. |
2000 йылдың башында ХДС рәйесе Вольфганг Шойбле лә эре эшҡыуарҙарҙан партия өсөн ҙур сумма аҡса алыуын һөйләй.
ХДС рәйесе (2000)[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
2000 йылдың февралендә Вольфганг Шойбле вазифаһынан бушалытла. Бер нисә аҙна етәксеһеҙ ҡалған партияла Ангела Меркель һиҙелерлек роль уйнай башлай. Урындағы ойошмалар Ангела Меркелде партия рәйесе вазифаһында күрергә теләүҙәрен белдерә. Меркелдең карьераһының һуң башланыуы уны финанс мутлыҡтарында ғәйепләүҙән ҡотҡара.
2000 йылдың 10 апрелендә Эссендә үткән съезда Меркель ХДС рәйесе булып һайлана.
Оппозиция лидеры (2002—2005)[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
2002 йыл 22 сентябрендәге һайлауҙарҙа СДПГ менән «йәшелдәр» партияһы еңә (Герхард Шрёдер һәм Йошка Фишер). ФРГ -ның ул саҡтағы хөкүмәтенән айырмалы рәүештә , Ангела Меркель Джордж Буштың Ирактағы сәйәсәтен хуплап сыға. Меркель бундестагта ХДС/ХСС фракцияһының етәксеһе урыны өсөн көрәш башлай.
2003 йылда һайлауҙар ваҡытында ХДС Гессен һәм Түбәнге Саксонияла еңеү яулай. Оппозицияла булһа ла, ХДС хөкүмәттең сәйәсәтенә йоғонтоһон көсәйтә. «Программа действий 2010», һаулыҡ һаҡлау реформаһын һәм хеҙмәт баҙарында заманса хеҙмәт күрһәтеү тураһында дүртенсе законды яҡлап сыға.
2005 йылдағы бундестагҡа ваҡытынан алдағы һайлауҙар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Төньяҡ Рейн-Вестфалия ландтагына 2005 йылдың 22 майында үткән һайлауҙар Германия социал-демократик партияһы өсөн уңышһыҙ тамамлана. СДПГ рәйесе Франц Мюнтеферинг, унан һуң федераль канцлер Герхард Шрёдер 2005 йылдың көҙөнә ваҡытынан алда һайлауҙар үткәреү тураһында белдереү яһай .
30 майҙа ХДС һәм ХСС президиумы Меркелде үҙ партияларынан федераль канцлер вазифаһына кандидат итеп күрһәтә. Партияла уға ҡаршы тора алырлыҡ кандидаттар инде булмай.
2005 йылдың 18 сентябрендә ХДС/ХСС блогы (беренсе номер- Меркель була) 35,2 % (2002 йылда — 38,5 %) тауыш йыя, ә төп конкурент СДПГ-34,2 % . Һайлау һөҙөмтәһе буйынса Германия ирекле демократик партияһы (Свободная демократическая партия Германии) менән парламент күпселеген тәшкил итеү маҡсатына ирешеп булмай. Үҙенең һайлау округында (Штральзунд, Төньяҡ Алғы Померания һәм Рюген) Меркель һайлаусыларҙың 41,3 % тауышын ала. Социал-демократтар менән «йәшелдәр» партияһы ла парламентта күпселекте юғалта.
Федеральный канцлер (с 2005)[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Коалиция төҙөү тураһындағы һөйләшеүҙәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Һайлауҙар үткән көндөң кисендә теледебат ваҡытында Герхард Шредер яңы хөкүмәт төҙөргә теләүе тураһында белдерә.
20 сентябрҙә ХДС/ХСС яңы фракцияһы Меркелде үҙ рәйесе итеп күрһәтә. Бер нисә көн барған һөйләшеүҙәрҙән һуң, 10 октябрҙә СДПГ, ХДС һәм ХСС фракциялары XVI саҡырылыш бундестагына Меркелде ФРГ-ның федераль канцлеры вазифаһына тәҡдим итергә, тигән фекергә килә .
2005 йылдың 22 ноябрендә Ангела Меркель ФРГ-ның федераль канцлеры итеп һайлана (611 депутаттың 397 уның өсөн тауыш бирә). ФРГ тарихында ул- тәүге ҡатын-ҡыҙ канцлер, бынан тыш, яңы федераль ерҙән һәм канцлер вазифаһындағы тәүге тәбиғәт фәндәре буйынса белгес.
ФРГ-лағы күп ҡатын-ҡыҙ быны үҙ еңеүе кеүек ҡабул итә. Белгестәр фекеренсә, Меркель немецтарҙың ғәҙәти бер һайлаусыһына оҡшап тора, тышҡы ҡиәфәте, үҙ-үҙен тотоуына ҡарап, Меркелде харизмалы етәкселәр иҫәбенә индереүе ҡыйын. Ләкин көслө амбиция, конъюнктуралыҡ (мәленә ҡарап, яраҡлаша белеү) һәм эшкә һәләт менән ул бик күптәрҙән айырылып тора.
Ғаиләһе[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Тәүге ире — Ульрих Меркель (1977—1982); уның менән өсөнсө курста уҡығанда таныша, ул да физик була. Бер йылдан улар өйләнешә, Ангела Каснер Меркель фамилияһын ала. 1981 йылда улар ташлаша, тағы бер йылдан айырылышалар. Һуңыраҡ Меркель үҙенең тәүге никахы тураһында: « Беҙ барыһы ла өйләнешкәнгә өйләнештек. Бөгөн был алйотлоҡ кеүек күренә, ләкин мин никахҡа бик етди ҡарамағанмын. Мин яңғылыштым». Тәүге ире менән айырылышһа ла, Ангела иренең Меркель фамилияһын ҡалдыра (немец телендә merklich- күренеп тора, заметная).
- Икенсе ире — Иоахим Зауэр, химик. Икенсе ире менән, ул ваҡытта уның ҡатыны була, Ангела Меркель 1984 йылда осраша башлай. 30 декабрь 1998 йыл улар өйләнешә. Йәмәғәтселектең иғтибарын йәлеп итмәҫ өсөн, профессор Йоахим Зауэр ҡатынының канцлер вазифаһына инаугурацияһында булмай.
Ике никахта ла Ангела Меркелдең балаһы булмай .
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ 1,0 1,1 Library of Congress Authorities (ингл.) — Library of Congress.
- ↑ https://web.archive.org/web/20170127061337/https://www.bundestag.de/abgeordnete18/biografien/M/merkel_angela/258788
- ↑ 3,0 3,1 3,2 NNDB (ингл.) — 2002.
- ↑ https://d-nb.info/gnd/119545373/about/lds (ингл.) / German National Library
- ↑ Angela Merkel // filmportal.de (нем.) — 2005.
- ↑ Hennig F. CDU-Parteitag: Eimsbüttelerin Angela Merkel bekommt Nachfolgerin (нем.) // Eimbütteler Nachrichten — Hamburg: 2018.
- ↑ 7,0 7,1 7,2 7,3 7,4 7,5 Golden (ингл.) — 2019.
- ↑ Parlement.com (нидерл.)
- ↑ 9,0 9,1 https://www.bundesstiftung-aufarbeitung.de/de/recherche/kataloge-datenbanken/biographische-datenbanken/angela-merkel (нем.) // Wer war wer in der DDR?: ein Lexikon ostdeutscher Biographien / Hrsg.: J. Černý
- ↑ Höhn T. D. Ehrendoktorwürde für Angela Merkel (нем.) / Hrsg.: Universität Leipzig — 2008.
- ↑ Dziadek Angeli Merkel był w armii Hallera. Walczył z Niemcami? (пол.)
- ↑ Merkels Opa kämpfte gegen Deutsche
- ↑ Merkels Opa war ein Pole
- ↑ SPIEGEL:http://www.spiegel.de/politik/deutschland/kanzlerin-merkel-hat-polnische-wurzeln-a-888674.html
- ↑ Десять неизвестных фактов об Ангеле Меркель | ИноСМИ — Все, что достойно перевода
- ↑ Авдеенко Сергей. Нашего бору ягода… «Новое время». The New Times (14 сентябрь 2009). Дата обращения: 15 март 2017. Архивировано из оригинала 19 октябрь 2011 года.
Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Wolfgang Stock: Angela Merkel: eine politische Biographie. Neuauflage. München 2005, ISBN 3-7892-8168-9
- Jacqueline Boysen: Angela Merkel. 2. Auflage. Berlin 2005, ISBN 3-548-36302-4
- Evelyn Roll: Das Mädchen und die Macht. Berlin 2001, ISBN 3-87134-429-X
- Gerd Langguth: Angela Merkel. München 2005, ISBN 3-423-24485-2
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Официальный сайт (нем.).
- Видео-подкаст Ангелы Меркель 2009 йылдың 31 август көнөндә архивланған. (нем.).
- 17 июлдә тыуғандар
- 1954 йылда тыуғандар
- Гамбургта тыуғандар
- Алфавит буйынса шәхестәр
- XXI быуат хакимдары
- Германияның христиан демократтар союзы ағзалары
- Лейпциг университетының почетлы докторҙары
- Тель-Авив университетының почетлы докторҙары
- Рәсәй химия технологияһы университеты почетлы докторҙары
- Иерусалим йәһүд университеты почетлы докторҙары
- Германияның ҡатын-ҡыҙ сәйәсмәндәре
- Азатлыҡ Президент миҙалы менән бүләкләнгәндәр
- Инфант дон Энрике орденының ҙур Тәреһе кавалерҙары
- Берн университетының почетлы докторҙары
- Алфавит буйынса химиктар
- Германия химиктары
- Ҡырғыҙстандың «Курманжан Датка» ордены кавалерҙары
- Дәүләттәрҙең һәм хөкүмәттәрҙең ҡатын-ҡыҙ-башлыҡтары