Арыҫланов Ибәтулла Йәғәфәр улы

Ибәтулла Йәғәфәр улы Арыҫланов (189110 июль 1938) — совет партия-дәүләт эшмәкәре, юрист. Башҡортостан АССР-ының Баш суды рәйесе (1932—1935).

Биографияһы

Арыҫланов Ибәтулла Йәғәфәр улы 1891 йылда Рәсәй империяһы Ырымбур губернаһы Ырымбур өйәҙе 2‑се Кинйәабыҙ ауылында (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Көйөргәҙе районы Кинйәабыҙ ауылы) тыуған. Сығышы менән Арыҫлановтар нәҫеленән. Милләте буйынса — башҡорт[1].

1914—1917 йылдарҙа батша армияһында хеҙмәт итә, Беренсе донъя һуғышында ҡатнаша. 1918 йылдан Ҡыҙыл Армия составында Рәсәйҙәге Граждандар һуғышында ҡатнаша.

1920‑се йылдарҙан Башҡортостан АССР-ының Йылайыр һәм Стәрлетамаҡ кантондарында дәүләт һәм партия эшмәкәре булып тора.

1932 йылда Мәскәүҙә Юғары юридик курстарҙы тамамлай. 1932—1935 йылдарҙа Башҡортостан АССР‑ының Баш суды рәйесе вазифаһын үтәй.

1935—1937 йылдарҙа «Башнефть» тресында идарасы ярҙамсыһы булып эшләй.

1937 йылдың 27 декабрендә ҡулға алына, үлем язаһына хөкөм ителә. 1938 йылдың 10 июлендә атыла. 1956 йылдың 10 майында аҡлана[1].

Ғаиләһе

Улы — Йәүҙәт Ибәтулла улы Арыҫланов (1922—1943), осоусы, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы[2].

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 Арасланов Ибатулла Ягафарович // Книга памяти Республики Башкортостан.
  2. Арсланов Яудат Ибатуллович. «Я ПАТРИОТ» РБ (27 июль 2015). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 23 май 2018.