Арямнова Елена Анатольевна

Елена Анатольевна Арямнова (1986 йылдың 8 ғинуары, Бөрө ҡалаһы, Башҡорт АССР-ы) — журналист, йәмәғәтсе. Башҡортостан Республикаһының VI саҡырылыш (2018—2023) Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты, Мәғариф, мәҙәниәт, йәштәр сәйәсәте һәм спорт комитеты ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһенең беренсе урынбаҫары (2023 йылдан).

Биографияһы

Елена Анатольевна Арямнова 1986 йылдың 8 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Бөрө ҡалаһында тыуа.

Юғары белемле — Бөрө дәүләт социаль-педагогия академияһын тамамлай. 2011 йылда Рәсәй дәүләт социаль университетында белемен камиллаштыра.

Хеҙмәт эшмәкәрлеген 2008 йылда башлай, Башҡортостан Республикаһының киң мәғлүмәт сараларында журналист булып эшләй.

2013—2019 йылдарҙа — Башкортостандың «Офис-группа» Конгресс-бюроһы АНО-һында йәмәғәтселек менән бәйләнештәр буйынса департаментың баш эксперты.

2019—2020 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһын үҫтереү корпорацияһы матбуғат хеҙмәтенең бүлек начальнигы.

2020 йылдан — «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының баш мөхәррир урынбаҫары.

«Башҡортостан Республикаһының Йәш журналист мәктәбе» проекты авторы.

2019–2020 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһы Үҫеш корпорацияһының матбуғат хеҙмәте идаралығы начальнигы.

2020–2023 йылдарҙа — «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының баш мөхәррире урынбаҫары.

2021—2023 йылдарҙа — «Берҙәм Рәсәй — Башҡортостан» гәзитенең баш мөхәррире, бер үк ваҡытта «ЭР-Медиа» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең баш мөхәррире вазифаһын башҡара.

2023 йылдан — Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһенең беренсе урынбаҫары[1][2].

Йәмәғәт эшмәкәрлеге

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың 6-сы һәм 7-се саҡырылыш депутаты. 7-се саҡырылышта, дәүләт хеҙмәтенә күсеү сәбәпле, депутат мандатын һала.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Иҫкәрмәләр

  1. ↑ Арямнова Елена Анатольевна  (рус.), Единая Россия. 26 ғинуар 2026 тикшерелгән.
  2. ↑ Арямнова Елена Анатольевна. Агентство по печати и средствам массовой информации Республики Башкортостан. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 ғинуар 2025.

Һылтанмалар

Тема буйынса өҫтәмә