Астанова Лола
Астанова Лола (рус. Астанова Лола; 1982 йылдың 3 июле, Ташкент) — Үзбәкстан һәм АҠШ пианисы һәм фортепианисы. Башлыса Фредерик Шопен, Ференц Лист һәм Сергей Рахманинов әҫәрҙәрен төп нөхсәлә лә, үҙенең шәхси интерпретацияһында ла башҡарыусы.
Биографияһы
Лола Астанова 1982 йылдың 3 июлендә Ташкентта уҡытыусы һәм инженер ғаиләһендә тыуа[1]. Башта әсәһе ҡыҙының музыкаль карьераһына ҡаршы була, сөнки был һөнәрҙе бик ҡатмарлы тип һанай, әммә атаһы музыкаль белем алыуын талап итә. Алты йәшендә ҡыҙҙы В. А. Успенский исемендәге һәләтле балалар өсөн мәктәптә (хәҙер — Үзбәкстан Дәүләт консерваторияһы ҡарамағындағы һәләтле балалар өсөн Академик лицей) уҡытҡан профессор Тамара Поповичҡа алып баралар. Уҡыу йылдары дауамында Лола даими рәүештә Мәскәүгә килеп, «классик музыкаға килгәндә, Лола Астанова гениаль тойоу һәләтенә эйә»[2] тип белдергән Лев Наумовта дәрестәр ала.
Астанова һигеҙ йәшенән пианист сифатында гастролдәргә йөрөй башлай. Германия, Франция, Австрия, Италия һәм Рәсәйҙә яүғыҙ ҙа, оркестрҙар составында ла сығыш яһай. 1996 йылда Мәскәүҙә үткән Йәш пианистарҙың Шопен исемендәге II Халыҡ-ара конкурсында лауреаты була[2].
Ташкентта музыка мәктәбен тамамлағандан һуң Лола Астанова 2003 йылда АҠШ-ҡа күсенә һәм Хьюстонда Райс университетына уҡырға инә. Ҡыҙ льготалы шарттарға һәм стипендияға лайыҡ була, һөҙөмтәлә ул үҙенең музыкаль карьераһында Америка этабын башлауға өлгәшә. 2004 йылдың майында ул тәүге тапҡыр АҠШ-та — Вашингтондың Джон Кеннеди исемендәге Башҡарыу сәнғәте үҙәгендә сығыш яһай. 2005 йылда Райс университетының Шеферд музыка мәктәбен тамамлай. Уны Джон Кимура Паркер менән Роберт Ро уҡыта.
2007 йылдың октябрендә Лола Астанова АҠШ-та етәксеһе Валерий Гергиев етәкселегендә Мария театрының Симфоник окрестры сығышы сиктәрендә «Классик суперйондоҙҙарҙың фантастик концерты» (Classical Superstars Fantasy Concert) йондоҙҙарҙың береһе тип таныла[3].
2012 йылдың 19 ғинуарында Астанова беренсе тапҡыр Дональд Трамп етәкселегендә Владимир Горовиц хөрмәтенә ойошторолған махсус концертта Карнеги-холда сығыш яһай. Концерттан килгән барлыҡ килем Америка онкология йәмғиәтенә күсерелә[1][4]. Шул уҡ йылдың 30 майында Астанова пианистың профессиональ эшмәкәрлегендәге ҡаҙаныштары өсөн премия менән бүләкләнеү тантанаһында Байрон Дженис менән Линкольн-үҙәктә дуэтта уйнай[5].
2014 йылда Астанова Кливленд оркестры менән Мар-а-Лагола (Палм-Бич) берлектәге концерт бирә[6].
Астанова сығыш ваҡытында үҙенең ҡиәфәтенә һәм стиленә ҡарата талапсан булыуы менән билдәле. Бик йыш бейек үксәле аяҡ кейемендә һәм кутюрьеларҙыү эксклюзив күлдәктәрендә сығыш яһай. Пианист әйтеүенсә, ул «күлдәктәренең сағыу һәм гармониялы» булыуын теләй, сөнки улар ҙа тамашаның бер өлөшө[7].
Уның был үҙенсәлеге бик йыш модаға арналған арналған Vogue[8], People[9] һәм башҡа журналдарҙа сағылыш таба.
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 Геннадий Кацов. Лола Астанова: «Играть по правилам – скучно». «Америка Сегодня» (6 ғинуар 2012). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 18 март 2020.
- ↑ 1 2 Lola Astanova, A Young Russian Piano Virtuoso Embarks Upon Her Professional Career In America. prlog.org (8 ноябрь 2007). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 18 март 2020.
- ↑ Alexandria Sage. For sale: a syrupy portrait and a leafy dragon (ингл.). Reuters (3 октябрь 2007). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 18 март 2020.
- ↑ Zachary Woolfe. Lola Astanova in Horowitz Tribute at Carnegie Hall. The New York Times (20 ғинуар 2012). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 18 март 2020.
- ↑ Ashley Joy Parker. Yamaha Music and Wellness Institute To Honor Byron Janis At Lincon Center, Lola Astanova To Perform. Haute Living (29 май 2012). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 18 март 2020.
- ↑ Zachary Lewis. Cleveland Orchestra gives private concert at Trump's Mar-a-Lago Club (ингл.). cleveland.com (24 ғинуар 2014). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 18 март 2020.
- ↑ «Instintos, pulso, aliento…» Apasionada pianista comparte su experiencia con Sputnik (fotos, vídeo) (ингл.). Sputnik (25 декабрь 2017). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 18 март 2020.
- ↑ The New York Ball Celebrates the 20th Anniversary of the European School of Economics (ингл.). Vogue (20 ноябрь 2014). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 18 март 2020.
- ↑ What We're Buying: A Carryall That Fits Everything and Super-Chic Sunglasses (ингл.). People (29 октябрь 2014). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 18 март 2020.
Һылтанмалар
- Официальный сайт (инг.)